Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
8 Март 2021, 15:00

САЯ ЛА, НАҘЛЫ ЛА

ДОНЪЯЛА ИЛАҺИ МАТУРЛЫҠҠА, ГҮЗӘЛЛЕККӘ ТУЛЫШҠАН ИЛАҺИ ЗАТ УЛ—ҠАТЫН-ҠЫҘ. КЕМ ГЕНӘ ҺОҠЛАНМАЙ УЛАРҒА! ГҮЗӘЛ ЗАТ БУЛЫУЫНА ҠАРАМАҪТАН, УЛАР САБЫР ҘА, ТҮҘЕМЛЕ ЛӘ, РУХИ ЯҠТАН КӨСЛӨ ЛӘ. БОРОНҒО ЗАМАНДАРҘАН АЛЫП ИР-ЕГЕТТӘР УСАҠ ЙЫЛЫҺЫН ҺАҠЛАУСЫ, ДОНЪЯ БИҘӘГЕ, ЙӘШӘҮ ҺӘМ ӨМӨТ СЫҒАНАҒЫ БУЛҒАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА ИҒТИБАРЛЫ, ИХТИРАМЛЫ БУЛҒАН.

ДОНЪЯЛА ИЛАҺИ МАТУРЛЫҠҠА, ГҮЗӘЛЛЕККӘ ТУЛЫШҠАН ИЛАҺИ ЗАТ УЛ—ҠАТЫН-ҠЫҘ. КЕМ ГЕНӘ ҺОҠЛАНМАЙ УЛАРҒА! ГҮЗӘЛ ЗАТ БУЛЫУЫНА ҠАРАМАҪТАН, УЛАР САБЫР ҘА, ТҮҘЕМЛЕ ЛӘ, РУХИ ЯҠТАН КӨСЛӨ ЛӘ. БОРОНҒО ЗАМАНДАРҘАН АЛЫП ИР-ЕГЕТТӘР УСАҠ ЙЫЛЫҺЫН ҺАҠЛАУСЫ, ДОНЪЯ БИҘӘГЕ, ЙӘШӘҮ ҺӘМ ӨМӨТ СЫҒАНАҒЫ БУЛҒАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА ИҒТИБАРЛЫ, ИХТИРАМЛЫ БУЛҒАН.
Хәҙерге заманда элеккесә ҡараштар менән йәшәп булмай, тип өйрәнеп киткәнбеҙ. Ирҙәр менән бергә яу сапҡан башҡорт ҡыҙҙары әле лә саялығын юғалтмай, тимер аттарҙы ла ауыҙлыҡлап алды. Эшлекле, заман менән бергә атлаған, ғаиләлә яғымлы ҡатын, яратҡан әсәй, эштә “тимер” өҙөрлөк эштәрҙе башҡарған ҡатындар күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Шундайҙарҙың береһе ул—“Башинформсвязь” йәмғиәте хеҙмәткәре Резеда Рәмил ҡыҙы Ниғәмәтйәнова.
“Башинформсвязь” йәмғиәтенең Сибай бүлексәһендә ул 16 йыл хеҙмәт итә. Табип булам тип хыялланып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас бөтөнләй икенсе юҫыҡта һөнәр һайлай. Өфө дәүләт радио-электроника колледжына уҡырға инә.
Дипломлы белгес хеҙмәт юлын ошо уҡ ойошмала станция ҡорамалдары электромонтеры булып башлай. Унан һуң электр элемтәһе инженеры итеп тәғәйенләнә. Белемен камиллаштырыу теләге уны Һамарҙағы Волга буйы телекоммуникация һәм информатика дәүләт университетына алып бара.
—Минең өсөн бында эшләп китеүе ауыр булманы. Һәр нәмәгә тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр өйрәтте. Ул ваҡыттарҙа интерент селтәре саҡ үҫешә башлаған ваҡыт ине, ул да булһа телефон линиялары аша таратылды. Хәҙер, әлбиттә, һанлы технологиялар инедерелә. Был бер яҡтан эшебеҙҙе еңелләштерһә, икенсе яҡтан, заманса ҡорамалдар халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын да күтәрегә ярҙам итә.
Һәр эш көнө элемтә селтәрен ҡарап сығыу, АТС-2, АТС-5 станцияларын хеҙмәтләндереү, элемтә селтәрен техник яҡтан ҡарау, монтерҙарҙың халыҡтан килгән һорауҙарҙы үтәүҙе тикшереү менән башлана. Сибай ҡалаһынан тыш, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил райондарын да мониторингыла тотоу ҡаралды. Бында йәшәүсе халыҡты ла хеҙмәтләндерәбеҙ, яңылыҡтарҙы трабыҙ,—ти Резеда Рәмил ҡыҙы.
Һайлаған һөнәренә бер ҙә үкенмәй ул. Һәр эш көнө элемтә селтәрҙәре араһында, бер туҡтауһыҙ бәйләнештә булыу, ҡоролмалар боҙолған осраҡта уларҙы йүнәтеү юлдарын эҙләүҙә үтһә лә, өй тултырып матур-матур гөлдәр үҫтерергә, ғаиләһен тәмле аштар менән һыйларға ла ва
нимәгәлер өмөтләнеп йәшәмәй. Бәйләнеш элемтәһе инженеры Резеда Рәмил ҡыҙы кеүек, бар көсөн һалып тырышып эшләй ҙә, ялтлатып донъя көтә, балалар үҫтерә.