АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
24 Декабрь 2020, 14:26

ҺӨЙӨҮ ҺӘМ ЫШАНЫС КӨСЛӨ ИТТЕ

Көтөп алған ҡыҙҙары бала табыу йортонда ҡанына инфекция эләгеп, ауырып китә. Хәле үтә ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бәпәйенең ғүмер өсөн көрәшеүен әле лә онота алмай ул. Уларға Сибай ҡалаһының берҙәм халҡы ҡан менән дә, аҡса менән дә ярҙам итә.

Тормош кешене ниндәй генә яҙмыштарға дусар итмәй. Ер йөҙөндә миллионлаған кешенең булмышы, тормош-көнкүреше бер-береһенә оҡшамаған. Кемдер үҙ байлығынан туйып шаша, кемдер бәхетен насар күҙҙәрҙән ҡурсалап тыныс ҡына йә- шәй бирә. Ә тормоштоң матурлығын, гүзәллеген тойоп, үҙәк өҙөлөрлөк ауырлыҡтарға бирешмәй алға ынтылып, һәр тыуған көнгә шатланып, тирә-яҡтағыларға һөйөү тулы ҡарашы менән бағыусылар күпме икән?
ибай ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ханым Лилиә Зөфәр ҡыҙы Токарь тап шундайҙарҙан. Кибеткә килеүселәрҙе мөләйем йылмайып ҡаршы алыуы, йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан орсоҡтай өйөрөлөп урамда төрлө–төрлө торттар, тәмлекәстәр һатыусы тырыш эшҡыуарҙы күптәр танып белә.
Лилиә алыҫ Приморье крайында тыуған. Атаһы Зөфәр Әхмәт улы Бай-егетов сығышы менән Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан. Уға, хәрби хеҙмәткәр булараҡ, ғаиләһе менән тыуған яҡтарынан алыҫта йәшәргә тура килә. Урта мәктәпте тамамлағас, Лилиә Новогрудский сауҙа-иҡтисад институтында сәнәғәт бухгалтеры, ревизор һөнәрен үҙләштерә. Артабан буласаҡ тормош иптәшен осратып, ғаилә ҡороп Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһына күсеп китә. Ә был ваҡытта ата-әсәһе хаҡлы ялға сығып, Сибай ҡалаһына ҡайтып төпләнә. Әйтерһең дә, һәр кем үтә торған ябай тормош юлы.
Бына-бына шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелеп беренсе бәпәйҙәрен ҡулдарына алырға торған йәш ғаиләгә яҙмыш һынауҙарын үтергә тура килә. Улар улдарын юғалта. Икенсе бәпәйгә уҙғас та, Лилиә климатҡа өйрәнә алмағас, Сибайға күсеп ҡайтырға ҡарар итәләр. Көтөп алған ҡыҙҙары бала табыу йортонда ҡанына инфекция эләгеп, ауырып китә. Хәле үтә ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бәпәйенең ғүмер өсөн көрәшеүен әле лә онота алмай ул. Уларға Сибай ҡалаһының берҙәм халҡы ҡан менән дә, аҡса менән дә ярҙам итә.
—Тормошта бар һынауҙар ҙа Хоҙай тарафынан бирелә тип уйла-йым. Унда юғарыға күтәрелеүҙәр ҙә, түбән төшөүҙәр ҙә булырға тейеш. Бар нәмә лә тигеҙ генә бара икән, тормош ҡыҙығы бөтә, кеше аппатияға бирелә башлай. Минең өсөн иң ауыр булған ошо осорҙа эшҡыуарлыҡҡа юл асылды. Ҡыҙым янында өс ай дауаханала тоталар ҙа, өс айға өйгә ҡайтаралар. Баланы дауаларға аҡса кәрәк. Ошо ваҡыт арауығында үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыҙаланғас, Гүзәл һәм Таһир Ваһаповтарҙың аҙыҡ-түлек кибетенә эшкә урынлаштым. Уларға әле лә сикһеҙ рәхмәтлемен, сөнки тәжрибәм булмауына ла ҡарап тормай бар эштәрен ышанып тапшырҙылар. Хатта Магнитогорск ҡалаһына тауар артынан да ебәрә торғайнылар. Бер аҙ тәжрибә туплап алыуыма, Ваһаповтар үҙ урындарын миңә тапшырырға ҡарар итте. Шулай итеп, 2000 йылда үҙ эшемде асып ебәрҙем. Быйыл эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүемә теүәл 20 йыл да булып китте. Был арала ҡыҙым Өфөлә республика балалар дауаханаһында һаулығын нығытты, унан һуң Санкт-Петербургтағы медицина үҙәгендә дауаланырға тура килде. Аллаға шөкөр, бөгөн ҡыҙым һап-һау, олатаһы юлын һайлап “ВОЕНМЕХ” Балтик дәүләт техник университетының “Космик аппараттар һәм двигателдәр” кафедраһын тамамланы, хәҙер дәүләт оборонаһында хеҙмәт итә,—ти яҙмыш тарафынан һыналған сабыр рухлы эшҡыуар.
Бөгөн үҙ эшен башлап та, осраған ауырлыҡтарға бирешеп, туҡтап ҡалыусылар байтаҡ. Тырыш эшҡыуар белдереүенсә, бизнеста бер нимәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Ауырлыҡтар кешенең характерын сыныҡтыра ғына. Ә был өлкәлә ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ һыҙаттары бик кәрәк.
Лилиә Зөфәр ҡыҙы “Башмаркет” магазины директоры Рөстәм Яратов һәм “Деревенька” кафеһы директоры Рушанна Ғиззәтуллина менән бергә Яңы йыл алдынан етем, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күстәнәстәр әҙерләп тарата. Бы- йыл эшҡыуар “Сайран” ял базаһында ойошторолған кисәлә балаларға Яңы йыл табынын әҙерләргә ниәтләгән.
—Тормошто, кешеләрҙе яраты-уым, киләсәккә ышаныуым, юлымда тик яҡшы кешеләрҙең осорап тороуы ҡайғыларҙан мине етәкләп тигәндәй алып сыҡты. Минең өсөн балаларҙың шат йылмайыуын күреүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ. Шуға күрә һәр көнөмдө ата-әсәйемдең, ҡыҙымдың хәлен белеүҙән башлайым. Кәрәк булһа, бар эшемде ташлап, улар янына ашығам. Был тормош мәңгелек түгеллеген, үткән көндәр бик теләһәң дә башҡа ҡабатланмаясағын аңлап, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк,—ти Л.З.Токарь.