Бынан утыҙ өс йыл элек алыҫ Ҡыйғы районынан Баймаҡ районы Төркмән ауылында йәшәүсе хөрмәтле Кәримовтар ғаиләһенә килен төшә. Тырыш, уңған йәш кәләш тиҙ арала талапсан ҡәйнәһе—Төркмән урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Сабаева Заһира Вәлиәхмәт ҡыҙының да күңелен яулай. Йәштәр тырышып донъя көтә, өй һалып сыға.
Мөхәббәт емештәре булып улдары Руслан, ҡыҙҙары Рушана тыуа. Бөтмөр, шәп килен исеменә өлгәшкән Зөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙының бөгөн донъяһы етеш, унда ҡот уйнай, йорттары гөл-сәскәгә күмелгән.
Зөлфиә Кәримова 1965 йылдың ноябрендә Ҡыйғы районы Мәсәк ауылында Ғәбиҙулла һәм Фәйрүзә Мөхәмәтовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Иң өлкән бала булараҡ, ул ҡусты-һеңлеләренә өлгө булыу ниәте менән сәмләнеп, тырышып уҡый һәм йәшәй. Һәм маҡсатына өлгәшә: бөгөн Мөхәмәтовтар араһында юғары белемле иҡтисадсы, табип һәм тел уҡытыусылары бар. “Ауылыбыҙ күренекле шәхестәргә бай төбәк. Ата-әсәйебеҙ беҙгә бала саҡта шул арҙаҡлы кешеләр тураһында һөйләй торғайны, шуларҙан өлгө алып йәшәргә өйрәтте”,—ти Зөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙы.
Мәктәптә уҡығанда инша яҙырға ярата, шиғыр бәйгеләрендә йыш ҡатнаша. Гел призлы урындар яулай. Спортты ла үҙ итә ул. Йүгереүҙә һәм саңғыла шыуыуҙа уға етеүсе булмай. Еңел атлетика буйынса район ярыштарында ҡустыһы Илдар менән икәүләп һис алдынғылыҡты бирмәйҙәр.өлфиә Кәримова 1965 йылдың ноябрендә Ҡыйғы районы Мәсәк ауылында Ғәбиҙулла һәм Фәйрүзә Мөхәмәтовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Иң өлкән бала булараҡ, ул ҡусты-һеңлеләренә өлгө булыу ниәте менән сәмләнеп, тырышып уҡый һәм йәшәй. Һәм маҡсатына өлгәшә: бөгөн Мөхәмәтовтар араһында юғары белемле иҡтисадсы, табип һәм тел уҡытыусылары бар. “Ауылыбыҙ күренекле шәхестәргә бай төбәк. Ата-әсәйебеҙ беҙгә бала саҡта шул арҙаҡлы кешеләр тураһында һөйләй торғайны, шуларҙан өлгө алып йәшәргә өйрәтте”,—ти Зөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙы.
Зөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙы бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. 5-се класта уҡығанда математика уҡытыусыһы буласаҡмын тип уйлай, бер аҙ үҫә төшкәс география менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Ә инде 9-сыла уҡығанда Зөлфиә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға ҡарар итә. Бында тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының тәьҫире көслө булғандыр. Сөнки уларҙың дәресе һәр саҡ мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс була. Зөлфиәнең нәҫелендә лә әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ булыусылар юҡ түгел. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосопов атаһының ағаһы икән! Мөхәмәтовтарҙың өйөндә әҙәби китаптарҙың күп булыуы ла ыңғай һөҙөмтә бирә. Зөлфиә уларҙың һәр береһен йотлоғоп уҡып сыға. Студент йылдарында ла Өфөлә яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙарға, көн дә тиерлек драма театрына спектаклдәргә йөрөү буласаҡ уҡытыусының күңел байлығын күтәреп ебәрә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, телгә һөйөүен арттыра.
Зөлфиә буласаҡ тормош иптәшен баш ҡалала осрата. Сығышы менән Баймаҡ районының Төркмән ауылынан булған Мөҙәрис Йәноҙаҡ улы Кәримов Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатын тамамлап, ауыл хужалығы институты студенты була ул саҡта. Мөҙәрис уҡып бөткәс, йәштәр өйләнешә. Йәш ғаилә егеттең тыуған ауылы Төркмәндә төпләнергә ҡарар итә.
Зөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙы хеҙмәт юлын Төркмән урта мәктәбендә хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы булып башлай, оҙайлаштырылған көн төркөмөндә тәрбиәсе, өлкән пионервожатый ҙа булып эшләй. Бөгөн иһә ул беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Тәжрибәле мөғәллимәне уҡыусылар ҙа, коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Зөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙы уҡыусылары менән фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара. Уның М.Ғөбәйҙуллинға бағышланған «Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө» исемле эше район кимәлендә бересе урынға сыҡһа, «Алдар батыр вариҫтары—Әхмәр ауылында» исемле эше Сибай гимназия-интернаты үткәргән конкурста призлы урын яуланы. Төп уҡытыу эшенән тыш, ул оҙайлы йылдар мәктәптә социаль-педагог вазифаһын да уңышлы алып бара, ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Төрлө ауыр хәлдәргә ҡалған ғаиләләргә төплө кәңәштәрен бирә, ярҙам итә.
Аҡыллы ҡатын үҙ эшен асҡан иренә лә, улына ла ныҡлы терәк, таяныс.
—Мин бик бәхетлемен, сөнки тыуған өйөмдә мине көткән ата-әсәйем иҫән, ныҡлы таяныр кешем—ирем, тормошома ышаныс һәм өмөт өҫтәгән улым, донъямдың биҙәге булған ҡыҙым, күңел серҙәремде сисер һәм кәңәшләшер киленем, тупылдатып һөйөргә ейәнсәрем һәм ике ейәнем бар. Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел бит,”—тип йылмая тыйнаҡ, аҡыллы, маҡсатлы, сая ҡатын.
мәктәптең профсоюз ойошмаһы етәксеһе.