Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
12 Ноябрь 2020, 17:10

“Әхирәттәр”—ауыл йәме

Дуҫтар ауыр саҡта һынала, ти халыҡ мәҡәле лә. Ысынлап та гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда яңы дуҫтарыбыҙҙың артыуына ҡыуанабыҙ, элеккеләренең тоғро ҡалыуына шатланабыҙ.

Дуҫтар ауыр саҡта һынала, ти халыҡ мәҡәле лә. Ысынлап та гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда яңы дуҫтарыбыҙҙың артыуына ҡыуанабыҙ, элеккеләренең тоғро ҡалыуына шатланабыҙ.
Баймаҡ районының Басай ауылы клубы янында “Әхирәттәр” фольклор ансамбле 2017 йылда төҙөлгән. Уның тәүге ойоштороусыһы—Зөлфиә Йосопова. Бында йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай, бер-береһен ихтирам иткән дәртле һәм йыр-моңға маһир ҡатын-ҡыҙҙар тупланған. Бөгөн ансамбль менән ауыл клубы мөдире Рима Ҡасимова етәкселек итә. Иң олоһо Зәлифә Ишмырҙинаға—70 йәш булһа, иң йәше Люциә Иманғоловаға илле лә юҡ әле.
Ҡасандыр төрлө өлкәлә эшләүсе “Әхирәттәр”ҙе бер уй, бер маҡсат берләштерә. Ауыл тормошона биҙәк һәм йәм өҫтәп кенә ҡалмай улар, ә уны төҙөкләндереүҙә, төрлө мәҙәни саралар үткәреүҙә төп ойоштороусылар ҙа, әүҙем ҡатнашыусылар ҙа. Тормошта ла улар әхирәт һәм серҙәш. Һәр береһең тыуған көнө булһынмы, төрлө өмәләр үткәрһендәрме бер-береһенә ярҙамлашып, яңы йырҙар өйрәнә, киләсәккә пландар билдәләй. Пандемия ваҡытында ла тик кенә ултырмай ансамбль ағзалары. “Өйҙә ултыр”, “Өйҙә эшлә” кеүек флешмобтарға ҡушылып, йорттарынан үҙҙәренең йыр-моң сәләмдәрен бер-береһенә оҙата, төрлө ҡул эштәре бу-йынса конкурстар ойоштора, марафондар үткәрә. Кәрәк булғанда, ауыл клубында ла сығыш яһарға өлгөрә, хатта күрше Иҫәнбәт ауылына барып мәҙәни кисәләрҙә сығыш яһай.
—Ауыл клубын етәкләүемә бер йыл ғына. Эшкә килгәс тә иң төп маҡсатым булып “Әхирәттәр” фольклор ансамблен яңыса балҡытып ебәреү ине. Хыялыбыҙ аҡрынлап тормошҡа аша, репертуарыбыҙҙы яңыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ, иң мөһиме—сәхнә күлдәктәре тектереп алдыҡ. Яңы бейеүҙәр өсөн үҙем күлдәктәр тектем, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен дә үҙебеҙ эшләйбеҙ. Клубта “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ойошторолған, унда ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары менән бергәләшеп бәйләү, сигеү, тегеү серҙәренә өйрәнәбеҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ, һәр кем үҙенең белгәнен өйрәтә. Бында ла йыр-моңһоҙ булмай, бер юлы йырҙар өйрәнеп, таҡмаҡтар әйтешеп алабыҙ. Шулай уҡ нәфис әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат буйынса ла фекер алышабыҙ, көнүҙәк мәсьәләрҙе барлайбыҙ, гәзит уҡыйбыҙ. “Атайсал” гәзитенә киләһе йылға күмәкләшеп яҙылып ҡуйҙыҡ. —ти Рима Шәфҡәт ҡыҙы.
Киләсәктә лә гәзит менән бәйләнештәре өҙөлмәһен, дәрттәре һүрелмәһен, ауылдарының йәме булып йәшәһен беҙҙең яңы дуҫтарыбыҙ—“Әхирәттәр” ансамбле.
К.Ишбулдина