Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
5 Ноябрь 2020, 18:03

ХЫЯЛҒА ҠАРШЫ АТЛА! УЛ ТОРМОШҠА АШЫР!

Хәҙер орнаменттар менән сигелгән әйберҙәр тап Сибайҙа сығарылғаны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең күп төбәктәренә билдәле.

“Ағасты япраҡ биҙәһә, кешене кейем биҙәй,” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ә бына әйберҙе килешле һайлап, ҡупшы кейенеү өсөн күңелеңдә, үҙең өсөн булһа ла, дизайнер булырға кәрәктер, моғайын. Һәр һатылған кейем, үҙеңә килешеп кенә тормай бит әле. Тап ошо ваҡытта ижади һөнәр эйәләре—тегенселәргә йүгереп барабыҙ. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы Зилиә Рәмил ҡыҙы Моратова зиһен байлығы, күңел юғарылығы, ижад талап иткән тап ошо тегенсе һөнәрен һайлаған. Уны матурлыҡ хасил итеүсе, үҙ ҡулдары менән күркәм күлдәктәр тегеп ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ образын булдырырға ярҙам итеүсе оҫта дизайнер тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ.
Зилиә сығышы менән Йылайыр районы Матрай ауылынан. Бәләкәйҙән һүҙ-гә бай, отҡор ҡыҙыҡай Сибай гимназия-интернатын көмөш миҙалға тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы сәнғәт-графика факультетының Дизайн бүлегенә уҡырға инә. Сибай башҡорт сәнғәт мәктәбен тик “5”-гә генә тамамлағанға күрәме, был бүлектә уҡыу тырыш ҡыҙға еңел бирелә. Бәләкәйҙән һәр эшкә сәмләнеп тотонорға өйрәнгән ҡыҙ юғары уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлай. Университетта уҡыу менән бер рәттән «А.Ф. Конто» исемендәге уҡыу үҙәгендә «Кейемдәрҙе моделләштереү һәм дизайн» курсын тамамлаған. Артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфө ҡалаһындағы «New Look» студияһында «Имидж-мейкер»ға уҡып сыға.
—Мин бәләкәйҙән тегергә, яңы образдар булдырырға яраттым. Иң алда ҡурсаҡтарға төрлө-төрлө күлдәктәр тектем. Шул ваҡыттарҙа уҡ үҙемде киләсәктә дизайнер-модельер итеп күрә инем. Тегенсе оҫталығы миңә ҡартәсәйемдән бирелгәндер тип уйла-йым. Ике туған инәйем дә оҫта тегенсе булды. Мин ҡартәсәйемдең тегеү машинаһында өйрәндем. Ул ваҡытта ауылда интернет та, өйрәнер өсөн бер ниндәй журналдар ҙа булманы. Шуға күрә үҙемә нисек оҡшай, шулай тегә торғайным. Беренсе тапҡыр үҙем өсөн 11-се класты тамамлағанда сығарылыш кисәһенә күлдәк яраштырып алдым. Ваҡытына күрә заманса, ыҫпай ғына килеп сыҡты. Үҙем өсөн теккән беренсе әйбер булғанғамы, ул күлдәк миңә бик ҡәҙерле,—ти Зилиә Рәмил ҡыҙы. Ғаилә башлығы Айҙар Моратов ҡатынының шәхси эш асыу теләген хуплағас, йәштәр ҡуртымға бүлмә алып, тегеү кәрәк-яраҡтары урынлаштырып эш башлай.
—Үҙ эшемде асыу күптәнге хыялым ине. Еңелдән булманы, әлбиттә. Хәҙерге көндә кешегә ярауы еңелдән түгел. Тик “йөрөгән таш шымара”, тигәндәй хәҙер тәжрибә лә ярайһы ғына тупланды. Бөгөн беҙҙең тегеү цехында өс тегенсе эшләй. Әйберҙәрҙе ҡыҫҡартырға, тегергә, яңыртырға ҡабул итәбеҙ. Рәсәйҙең күп төбәктәренән әйбер тектерергә теләүселәр ҙә бар. Һәр заказды еренә еткереп, ваҡытында эшләп биргән хеҙмәткәрҙәремә сикһеҙ рәхмәтемде еткергем килә.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: иремдең кәңәше менән заманса свитшоттар (кофталар) тегергә ҡарар иттем, уларҙы башҡорт орнаменттары менән биҙәп һатыуға сығарҙыҡ. Был эш тиҙ арала популярлыҡ яулап алды. Тик ошо орнаменттарҙы эшләү генә бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Үҙебеҙҙең сигеү машиналары булмағас, икенсе ҡалала эшләтә торғайныҡ. Ҡиммәтле сигеү машинаһы тик хыялда ғына ине. Тик шулай ҙа, тәүәкәлләп, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына хат яҙҙым. Оҙаҡ көт- төрмәй ыңғай яуап килде. Был ҡоролманы һатып алырға Р.Ф. Хәбировтың командаһы ҙур ярҙам күрһәтте. Хәҙер орнаменттар менән сигелгән әйберҙәр тап Сибайҙа сығарылғаны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең күп төбәктәренә билдәле,—тип ҡыуанысы менән бүлеште йәш дизайнер.
Зилиә ире Айҙар менән татыу ғаиләлә ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Балалар бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡул эш- тәренә һәр саҡ ваҡыт табырға тырыша, бар күңе- лен һалып эшләгәнгә кү- рә теккән кейемдәре үҙен- сәлекле, уға заказ бирергә теләүселәр ҙә байтаҡ ҡы- на. Йәш дизайнер әйте-үенсә, шәхси эш асыр өсөн кешенән ныҡлы теләк һәм тәүәккәллек кенә кәрәк. “Хыялға ҡаршы үҙең атлағанда ғына, теләктәрең, һис шикһеҙ, тормошҡа аша!”