Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
16 Октябрь 2020, 20:00

Шәп ҡәйнә, уңған килен

Ауылыбыҙҙа шәп ҡәйнә һәм килендәр бик күп. Кемдәрҙер—бер йортта, кемдәрҙер күршеләш килен-ҡәйнә булып, матур итеп, күптәрҙе һоҡландырып, туғандарын һөйөндөрөп

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында “Айыҡ ауыл-2020 йыл” сиктәрендә “Шәп ҡәйнә менән уңған килен”де асыҡлау маҡсатында ярыш ойошторҙоҡ. Ул сәхнәнән тороп үҙеңде күрһәтеүгә ҡоролманы. Конкурсты ойоштороу комитеты ағзалары өйҙәргә йөрөп, ғаиләнең тормошон, кәсеп-шөғөлөн, ҡул эштәрен, маһирлығын тикшерҙе. Тик алдан ярыш төрҙәре әйтелмәне. Бының да үҙенә күрә сәбәбе бар: алдан иҫкәртелгән булһа, был тема бу-йынса өйҙә тулы әҙерлек, хатта яһалмалылыҡ та килеп сығыуы бар ине. Шуға ла маҡсат көн дә тәбиғи йәшәү рәүешен, кешеләрҙең тормошҡа ҡарашын асыҡлау булды.
Ауылыбыҙҙа шәп ҡәйнә һәм килендәр бик күп. Кемдәрҙер—бер йортта, кемдәрҙер күршеләш килен-ҡәйнә булып, матур итеп, күптәрҙе һоҡландырып, туғандарын һөйөндөрөп йәшәй.
Мәҡәләмдә шуларҙың береһе тураһында бәйән итмәксемен. Утарбаева Рәйсә Вәли ҡыҙы 17 йәшендә генә Ниғәмәт ауылына килен булып оҙатылып килә. Әлбиттә, йәш ҡыҙҙың кейәүгә сығырға теләге булмай, тик атаһы: “Һораталар икән, бараһың, ғәйбәт таралыуға урын ҡалдырмайһың”,—тип һүҙҙе ҡаты тота. Шулай итеп, Байым ауылы ҡыҙы Рәйсә Рахманғолова Ниғәмәт ауылының активист-комсомолец егетенә кейәүгә сыға. Йырға, бейеүгә оҫта, ойоштороу һәләте үҫешкән егет Утарбаев Ғәйнислам Мөхәмәтдин улы күп ваҡытын ауыл йәштәрен ойоштороу эше менән мәшғүл була. Йәш килен Рәйсә биш намаҙын уҡып, дини йолаларҙы теүәл үтәгән ҡайны-ҡәйнәһенә һыйынып, донъя көтөргә өйрәнә. 1959 йылда— Миңдинур, 1961 йылда—Мирза, 1963 йылда— Самат, 1965 йылда Лилиә тыуа. Ошо дәүер эсендә уға ҡайны-ҡәйнәһен, аҙаҡ инде яңы 29 йәшенә аяҡ баҫҡан тормош иптәше Ғәйнисламды ла һуңғы юлға оҙатырға тура килә.
—Шул осорҙа нисек түҙҙегеҙ?—тигән һорауға ул:
—Хоҙайымдан сабырлыҡ һораным да, балаларыма бәхет-һаулыҡ теләнем,—тип яуап бирҙе.
Эйе, еңел булмағандыр уға. Ауылға килен булып төшкәндән алып колхоздың төрлө эштәрендә эшләп өйрәнгән Рәйсә апай үҙен хеҙмәт менән йыуатҡандыр. Күп тә үтмәй яҙмыш уны тағы һынай: улы Мирза ла баҡыйлыҡҡа күсә. Был мәлдә уның ҡайғыһын үҫеп еткән балалары баҫа әсәләренә терәк була.
Рәйсә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала быҙау ҡарап, һәр саҡ Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнә. Бер урында егерме йыл эшләгәнгә Хеҙмәт ветераны миҙалына ла өлгәшкән.
Тол ҡалған яңғыҙ ҡатынмын тип тормай, бер йыл эсендә тиерлек бер-бер артлы балаларын эйәле-башлы итә. Әле Рәйсә апай улы Самат, килене Нурия менән донъя көтә. Килен ҡәйнә буҫағаһынан ярала, тиҙәр. Нурия ла ҡәйнәһе кеүек эшкә бөтмөр. Ул башта ырҙында, унан фермала эшләй. Хеҙмәт юлының һуңғы егерме йылдан ашыуын һауынсы була. Фермала иң ауыры—тананы һауырға өйрәтеү. Әммә, Нурияға был ҡыйынлыҡ килтермәй. Хеҙмәттәштәре шаяртып әйтеүенсә, Нурия һыйыр телен белә, улар кеше ишетмәҫ, күрмәҫ элек килешеү төҙөй бит. Нурияның наградалары, Маҡтау грамоталары, 2007 йылдан “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән чемпион таҫмалары уның фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөйләй. 2017 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме бирелә.
Был өйҙә бик тыныс, һөйләшеп ултырғанда ла күңелгә ял алаһың. Беҙ барған көндө Рәйсә апайҙың ейәне Азамат ҡатыны Раушания һәм ике улы менән килде. Өс быуын ҡәйнә-киленде күреү һоҡланғыс күренеш ине. Уларҙың ярҙамлашып, бер-береһен аңлап донъя көтөүҙәренә хайран ҡалмалы!
Мул тормошло, тулы ҡанлы тормош өй эсендә лә, тышта ла күҙгә ташлана: матур итеп биҙәлгән өй, матур баҡса, ике еңел машина, трактор һәм шул трактор менән ташылған һәм һарайҙың ялан кәртәһенә өйөлгән бесән—барыһы ла ғаилә хужаларының эшһөйәрлегенә дәлил.
Заманында Рәйсә апай ҡәйнә-ҡайныһын хөрмәт иткән. Әле килеп үҙе ихтирамға лайыҡ ҡәйнә. Нурия ла шәп ҡәйнә булырлыҡ. Улы Азамат ҡартатаһы Ғәйнислам ағай кеүек дәртле, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша, ә килене Раушания социаль хеҙмәткәр.
—Ололарҙы ҡарау миңә тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә, уларҙан күп нәмәгә өйрәнәм,—ти йәш килен.
Ололарҙы ололаған, ҡәҙер иткән кәм-хур булмаҫ. Киләсәктә Азаматтың улдары ла буй етер, кәләш алыр. Улар ҙа шәпле ҡәйнә, шәпле килен булып донъя көтөр. Бының өсөн өлгө булырҙай өләсәй-әсәйҙәр бар бит!
Рәйсә Иҫәнбаева.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.
Читайте нас: