Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
5 Октябрь 2020, 15:32

Хөрмәткә лайыҡ мөғәллимә

Уҡытыусы—белем биреүсе генә түгел, тәү сиратта балалар күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе лә ул. Тормош һабаҡтарын өйрәтеүсе, аҙаҡ ғүмер буйына һәр уҡыусыһын ҡәҙерләп телгә алыусы ла.

Уҡытыусы—белем биреүсе генә түгел, тәү сиратта балалар күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе лә ул. Тормош һабаҡтарын өйрәтеүсе, аҙаҡ ғүмер буйына һәр уҡыусыһын ҡәҙерләп телгә алыусы ла.
Ғүмеренең 34 йылын балаларға рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бағышлаған Римма Хәлит ҡыҙы Юлдыбаева—оло хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт ветераны. Ул 1933 йылдың 10 сентябрендә Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Дипломлы белгесте тыуған ауыл мәктәбендә көтөп алалар. Йылайыр районы Ишембәт ауыл егете Хәйҙәр Шәкирйән улы Юлдыбаев менән тормош юлдарын бәйләп, татыу ғаиләлә биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше Хәйҙәр Шәкирйән улы 2018 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Бөгөнгө көндә Римма Хәлит ҡыҙы 12 ейән-ейәнсәре, ике бүләсәһенең иғтибарына, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәй. Оҙаҡ йылдар хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусыларының береһен дә онотмай: кем өсөндөр ҡыуанып, кеме өсөн ҡайғырып, һәр береһенең исемен хәтерендә ҡәҙерләп һаҡлай.
—Әлегеләй яҡты бүлмәләр, уңайлы парталар булманы. Ябай ғына өҫтәлгә лә ҡыуана инек. Кластарҙы йыйыштырыу, тәртипкә килтереү уҡыусылар өҫтөндә булды. Улар шулай хеҙмәттә тәрбиәләнеп үҫте. Сөнки “Балалар күңелендә илһөйәрлек хеҙмәттә тәрбиәләнә” тигән девиз менән эшләнек. Уҡыусылар ипле булды, һәр нәмәнең ҡәҙерен белде. Хәҙер балалар өсөн бар уңайлыҡтары булған мәктәптәр эшләй, йыйыштырыу өсөн махсус хеҙмәткәрҙәр яллана. Тормош етеш булған һайын кеше ҡырыҫлана. Балаларҙы ла ата-әсә әҙер тормош бүләк итеп, үҙҙәре боҙа,—ти Римма Хәлит ҡыҙы.—Беҙҙең быуын кешеләре, һуғыш балалары булғанға күрәме, ныҡ булды. Тырышлыҡ, түҙемлек миңә ата-әсәйемдән бирелгәндер, моғайын. Атайым Хәлит Мөтиғулла улы Байморатов заманында уҡымышлы кешеләрҙең береһе булған. Өфөлә, унан һуң Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында партия ойошмаһының 1-се сәркәтибе булып эшләгән, унан һуң Воскресенск мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың сентябрендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. Һуғышҡа киткәнсе өй һала башлаған була. Әсәйем дә ныҡышмал булған инде. Үҙ өйөмдә йәшәгем килә тип, көҙгө һыуыҡтарҙа балсыҡ баҫып, өйҙө һылатып, еренә еткереп эшләп күсеп сыға. Атайым һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, колхозда председатель, унан һуң Иҫәнгилде ауылында мәктәп директоры булып эшләне.
“Хәҙерге йәштәр элекке заман йәштәренән нимәһе менән айырыла?”—тигән һорауға Римма Хәлит ҡыҙы: “Сабыр була белмәүҙәре менән генә”,—тип яуапланы.
—Хәҙерге йәштәр белемле, тырыш, замана менән бергә атларға тырыша. Беҙҙең ваҡытта ла белемгә ынтылыусылар күп булды. Тик әлегеләр бер аҙ ауырлыҡ күрһә баҙай ҙа төшә бит. Беҙҙең йәш саҡта үҙеңде йәлләп ултырыу тигән нимә булманы. Игеҙәктәребеҙ тыуғас, тормош иптәшем Хәйҙәр Шәкирйән улы Бәләбәй ҡалаһында электрик-механик һөнәренә уҡырға китте. Ара алыҫ, каникулдарға ғына ҡайта. Игеҙәктәремдән бер нисә генә йәшкә өлкән ҡыҙым Рәйлә менән улым Даян тәрбиәләште. Ул ваҡытта уҡыуға ла бармағайнылар. Өйҙө тәртиптә тоталар, һыу килтерәләр, бәпәйҙәрҙе тәрбиәләйҙәр. Күңелдәребеҙҙе биреп эшләгәнбеҙҙер инде, мәктәп эшенән бушамайым. Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар көтмәйенсә лә булмай, унан тыш баҡса ла үҫтерҙек. Ирем диплом алып ҡайтҡас, ауыл хакимиәте етәксеһе, бүлексә механигы булып эшләне. Бар терәк-таянысым балаларым булды. Ниндәйҙер айырым тәрбиә бирергә кәрәк тигәндәрҙе лә хәтерләмәйем, улар үҙҙәре бер-береһен тәрбиәләне. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙан уңдыҡ, тормошта урынлашып, ғаилә ҡороп матур йәшәйҙәр. Буласаҡ һөнәрҙәрен дә үҙҙәре һайланы,—ти Римма Хәлит ҡыҙы.
Уҡытыусы һөнәре ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, яуаплы ла. Был өлкәлә эшләгәндәр генә уның асылын аңлата алалыр. Ошо көндәрҙә иң кәрәкле, иң изге һөнәр эйәләренең байрамы—Уҡытыусылар көнө. Белем тауына юл һалған һәм унда маяҡ булған ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе хәтерҙән сығармағыҙ.
Читайте нас: