Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
30 Июль 2020, 18:01

ГӨЛДӘР ҘӘ КӨНЛӘШӘ ИКӘН

Шуныһы ҡыҙыҡ: гөлләмәләрҙе ысын сәскәләр араһына ултыртһам, гөлдәрем сәскә атмай башлай. Улар менән һөйләшеп, эштәрҙең тик яһалма икәнен аңлатып, өгөтләп сәскә аттыртам. Гөлдәр ҙә көнләшер икән...

Күңеле матур кеше генә тирә-яҡтың йәмен тойоп, йәйғор төҫтәрен һүтә-һүтә, йәшәгән ерен гүзәллеккә күмергә ашҡына. Матурлыҡ төшөнсәһен дә һәр кем үҙенсә аңлай. Кемдер күркәм тәбиғәттән илһам ала, кемдер үҙ ҡулдары булдырған эштәре менән донъяны биҙәй.
Йылайыр районы Исҡужа ауылында йәшәүсе Мөниә Нуретдин ҡыҙы Ҡоҙашева донъяны сәскәләргә күмеүсе күркәм ханымдарҙың береһе. Эйе, ауылда ҡатын-ҡыҙҙың йорт эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Шулай ҙа ул күңелен ҡанатландырған яратҡан шөғөлөнә һәр саҡ ваҡыт табырға тырыша. Мөниә апайҙың ваҡ мәрйендәрҙән, гофрлы ҡағыҙҙан, фоамирандан эшләнгән күҙҙе ҡамаштырырҙай матур гөлләмәләре, миләүшәләре, орхидеялары, аҡса гөлдәре—дөйөм алғанда үҙе бер сәнғәт, һоҡланғыс ижад донъяһы. Бөгөн яһалма сәскәләр модала түгел, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Уңған хужабикәнең күҙ нурҙары тамған эштәрен ысын гөлдәрҙән айырып та булмай. Әйтерһең дә, уларҙың һәр тажы, һәр япрағы иртә таңдан уянған ҡояшҡа үрелеп наҙ, йылылыҡ, донъяның сикһеҙ гүзәллеген үҙенә йыя.
—Мин сығышым менән Бөрйән ра-йонынан. Бала сағым хозур тәбиғәтле Иҫке Монасип ауылында үткәнгәме, матурлыҡҡа бәләкәйҙән ғашиҡмын. Быйыл ижади эш менән шөғөлләнеүемә теүәл биш йыл булды. Гөлләмәләрҙән тыш, сәстәргә заколкалар, ободоктар, милли колоритлы һырғалар ҙа эшләйем. Тәүге эштәремде күңел бушлығын тултырыр өсөн башлаһам, хәҙер был гөлләмәләрһеҙ йәшәйешемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бер гөлдө эшләү өсөн өс көндән бер аҙнаға тиклем ваҡыт китә. Күҙ алдымда ниндәйҙер образ барлыҡҡа килгәс тә, интернет селтәренән оҡшаш гөлдәр эҙләйем, һәр мәрйенде һанап, уға ғына тейешле төҫ һайлап алам. Эшләнгән сәскәләрҙе туғандарыма, дуҫтарыма бүләк итергә яратам, тыуған көндәргә һәм башҡа байрамдарға һатып алырға теләүселәр ҙә арта. Шуныһы ҡыҙыҡ: гөлләмәләрҙе ысын сәскәләр араһына ултыртһам, гөлдәрем сәскә атмай башлай. Улар менән һөйләшеп, эштәрҙең тик яһалма икәнен аңлатып, өгөтләп сәскә аттыртам. Гөлдәр ҙә көнләшер икән,—ти Мөниә Нуретдин ҡыҙы.
Мөниә апай иптәше Рафаэль Кинйәғәле улы менән ике ул, ике ҡыҙ үҫтергән. Улдары Рөстәм менән Русландың үҙ ғаиләләре бар. Хәҙер уларҙың балаларын үҫтерешергә ярҙам итәләр. Әйткәндәй, улдарының туй табынын, машиналарҙы ла Мөниә Нуретдин ҡыҙы үҙ ҡулдары менән биҙәгән. Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙҙары Зөлфиәнең дә, төпсөккәйҙәре Азалияның да шөғөлдәре бөтөнләй икенсе төрлө: Зөлфиә—банк хеҙмәткәре, буш ваҡытында «Мисс Башҡортостан» моделдәр әҙерләү агентлығында шөғөлләнә, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ҡотлау, бүләкләү тантаналарында ҡатнаша. Азалияның хыялы ҙурайғас ашнаҡсы булыу, хәҙерҙән үк төрлө ризыҡтар бешерергә ярата.
Күркәм ханым гөлләмәләр эшләп кенә ултырмай, төрлө сараларҙың актив ойоштороусыһы ла. Тормош иптәше Рафаэль Ҡоҙашевтың инициативаһы менән исҡужалар Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып хоккей майҙансығын булдырыуға өлгәшкәс, ауылда хоккей уйындары уҙғарыла башлаған. Мөниә апай ҡышҡы уйындарҙы ойоштороп ҡына ҡалмай, ә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә уйынсыларға тәмле сәй табыны ла әҙерләй.
Уңған хужабикәнең һәр эше матурлыҡҡа әйҙәй, илаһи хистәргә, күңел күтәренкелегенә сорнай. Бала-саға тауышы гөрләп торған күркәм йорттоң йөҙөк ҡашы булған Мөниә Нуретдин ҡыҙы Ҡоҙашеваға һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.