“Мин—Мараттың матур ҡыҙы!
Сәхнә уның өсөн үҙе бер донъя, үҙе бер мөғжизә. Татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһе лә, бәхет тә... Ул унда йәшәй, ижад итә. Тормошта ла ул сәхнәлә тыуҙырған образдары кеүек көслө холоҡло, ғорур тәбиғәтле, нәзәкәтле һәм мөләйем ханым. Сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә үҙен төрлө яҡтан асып, үҫтереп яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып, тамашасыларын һөйөндөрөп йәшәй. Ошо көндәрҙә Сибай театр-концерт берекмәһенең режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Минзилә Ҡотошева үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Дим буйында тыуып-үҫкән ҡыҙ Сибай сәхнәһендә тәүге ролдәрен башҡара, Ишембай районы мәҙәниәтенә сағыу биҙәктәр өҫтәй, Сибай театр-концерт берекмәһе артистары өсөн яңынан-яңы программалар әҙерләй, иренә һөйөклө ҡатын, дүрт балаһына ғәзиз әсә һәм кескәй ейәнсәренә хәстәрлекле өләсәй ҙә.
—Минзилә Марат ҡыҙы, кешенең асылына төшөнөү өсөн уның бала сағына мөрәжәғәт итеү кәрәк. Һеҙ ниндәй ҡыҙсыҡ инегеҙ?
—Бик матур ҡыҙыҡай инем. Ауылдаштарым “Был ҡыҙ кемдеке?” тип һораһалар, “Мараттың матур ҡыҙы!”—тип яуап бирер булғанмын. Ауылыма ҡайтҡанда, ул саҡтағы инәй-еңгәйҙәр әле лә: “Мараттың матур ҡыҙы ҡайтҡан”,—тип сәләмләй.
Ысынлап та, татыу ғаиләлә тыуыуым менән бәхетлемен. Бала саҡтан ата-әсәйемдең һөйөүенә, ағайҙарымдың яҡлап һәм ҡәҙерләүҙәренә, өләсәйҙәремдең бәпләп, наҙлап үҫтереүҙәренә ҡойоноп үҫтем. Мин 4 малайҙан һуң көтөп алынған берҙән-бер генә ҡыҙҙары. Бала сағым Миәкә районының Биҡҡол ауылында үтте. Ата-әсәйем ғүмере буйы совхозда эшләне, белем алырға теләктәре ни тиклем көслө булһа ла уҡыуға бара алмағандар. Икеһе лә һуғыштан һуң тыуған балалар, әммә улар сәнғәткә ғашиҡ. Атайым, Марат Зәйләғи улы, шул тиклем моңло йырланы, ваҡытында уны Мәғәфүр Хисмәтуллин Өфөгә уҡырға саҡырған. Әсәйем, Миңйыһан Сәйетгәрәй ҡыҙы, оҫта бейеүсе. Бәләкәйҙән мин дә сәнғәтте яратып үҫтем, кис етһә, өйҙә концерт ҡуя торғайным. Әсәйем кеүек өйөрөлөп бейергә яраттым, ағайҙарым ҡыҙыҡ күреп мине төрлөсә ҡыландырып, әртис итергә тырышты. Хәҙер уйлайым да, бала саҡтан уҡ миндә буласаҡ һөнәремә ҡарата һөйөү уянған, ата-әсәйем, ағайҙарым шул һәләтте үҙҙәренсә үҫтереүгә мөмкинлек тыуҙырған.
Өләсәйҙәр мәктәбе тәрбиәһендә, уларҙың һөйләгән ҡарһүҙҙәрен, әкиәттәрен бала саҡтан күңелемә һеңдереп үҫтем. Әйткәндәй, мин ике өләсәй янында тәрбиәләнгән баламын. Атайымдың әсәһе Мәрзиә өләсәйҙең әсәһе Разия өләсәйем дә беҙҙең менән йәшәне. Улар өйрәткән доғалар, дин һабаҡтары ғүмер буйы мине оҙатып барҙы, дингә килеүемдә лә өләсәйҙәремдең бала саҡтан күңелемә һалған иман нурҙары ярҙам иткәндер. Совет осоро булыуға ҡарамаҫтан, улар диндән айырылманы, ураҙа тотоп, һәр эште, ҡапҡан һәр тәғәм ризыҡты “бисмилла” нан башланы, беҙгә һәр саҡ изге теләктәр теләп оҙатты һәм ҡаршы алды. Әле лә хәтеремдә, Разия өләсәйем янына ағайым менән табип булып инеп, ҡайһы ерҙәрең ауырта, ниндәй дарыуҙар ашайһың, тип һорап, уйнай торғайныҡ. Был да бит үҙенә күрә бәләкәйҙән образ тыуҙырыуҙың бер миҫалы булған.
—Һәм һеҙ киләсәктә артист булырға ҡарар итәһегеҙ?
—Эйе. Сәнғәт юлын һайлауыма үҙемдең дә теләгем көслө булды, икенсенән, ата-әсәйемдең тормошҡа ашмаған хыялдарын ашырырға ла тырыштым. Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһын тамамлағас та документтарымды Өфө сәнғәт институтына тапшырҙым. Театр факультетының актерҙар бүлегенә уҡырға индем. Беҙҙең курсты Сибай театры өсөн әҙерләнеләр, мин ул саҡта Сибай тураһында ишетеп кенә белә инем.
—Тап ошонда һеҙ үҙегеҙҙең ғүмерлек тормош иптәшегеҙ Айбулат Ҡотошевты осраттығыҙ һәм тәү күреүҙән ғашиҡ булдығыҙ...
—Институтҡа һынау биргән саҡта уҡ танышып, бергәләшеп имтихандарға әҙерләндек, төрлө этюдтар күрһәттек. Гитара уйнап йырлаған ҡара ҡашлы, ҡарағайҙай Белорет егете ысынлап та мине тәү күргәндә үк ғашиҡ иттерҙе. Икебеҙҙең дә уҡырға ингәнебеҙҙе белгәс, ул мине Ишембай районында йәшәгән өләсәһенә алып барҙы. Беренсе курсҡа уҡырға килгәс тә, үҙебеҙсә, ятаҡта студент туйы яһаныҡ, никах уҡыттыҡ. Күренекле профессор Ғабдулла Ғиләжевтың курсына эләгеүебеҙ менән шул тиклем бәхетле булдыҡ. Ул беҙҙең өсөн атай ҙа, өлкән кәңәшсе лә, остаз да, профессор ҙа булды. Беренсе курсты бөтөүгә туй яһаныҡ, икенселә ҡыҙыбыҙ Айзилә тыуҙы. Бала тыуһа ла уҡыуымды дауам иттем, бөтә курс менән Айзиләне ҡараныҡ. Сессия ваҡытында ҡәйнәм ярҙам итте, уға ҙур рәхмәтлемен.
—Сибай театры һеҙҙе нисек ҡаршы алды?
—1997 йылда бер төркөм йәштәр Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килдек. Арсен Шәйәхмәтов, Венер Сөнәғәтовтар менән бер төркөмдә уҡыныҡ һәм хеҙмәт юлыбыҙҙы бергә башланыҡ. Тәүге ролем Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Абыстай” спектаклендә Мәүлиҙә. 15 йыл эсендә илленән ашыу төрлө образдар тыуҙырҙым, уларҙың барыһы ла күңелемә шул тиклем яҡын һәм ҡәҙерле. 2006 йылда иптәшем менән бергә «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән юғары исемгә лайыҡ булдыҡ.
Сибай тамашасыһы беҙҙе һәр саҡ йылы ҡаршы алды, уларҙың театрға теләп йөрөүе, һәр премьераны ҡалдырмай ҡарап барыуы беҙҙе баштан уҡ үҙ ролебеҙгә ҡарата талапсан булыуға, һәр образды еренә еткереп башҡарыуға ярҙам итте. Театрҙа мин йөҙөп һәм кинәнеп эшләнем, төрлө лирик, драматик героиняларҙы уйнаным.
—Кинәт тормошоғоҙҙо үҙгәртеп, Ишембай яҡтарына күсеп киттегеҙ...
—Иптәшемде Ишембай районына мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп саҡырғастар, ризалаштыҡ. Кеше бер урында тапанып торорға тейеш түгел, үҙен бар яҡлап үҫтерергә яңы мөмкинлектәр табырға тейеш. Ысынлап та, мин тап Ишембай районында үҙемдең ойоштороу һәләтемде астым, режиссер булараҡ бихисап тамашалар эшләргә мөмкинлек булды. Һәр саҡ яңы асыш кешене икенсе үҫешкә этәргес бирә. Ишембай районында эшләү беҙҙең өсөн үҙе бер тәжрибә мәктәбе булды, шуға күрә ҡайтанан Сибай ҡалаһына эшкә саҡырғастар, был юлы Сибай концерт-берекмәһенә ирем директор булып, мин режиссер булып эшкә ҡайттыҡ. Әле икебеҙ ҙә гөрләтеп эшләп йөрөйбөҙ, яңынан-яңы программалар әҙерләйбеҙ, өр-яңы бинаның асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
—“Бешкән еләк”мәлен ҡаршылаған ваҡытығыҙҙа тормошоғоҙҙа өлгөргән еләктәрегеҙ ҙә барҙыр бит.
—Дүрт балам—дүрт шатлығым өҫтөнә иш булып ейәнсәрем Әминә биҙәк өҫтәне. Айзилә ҡыҙым кейәүем менән Өфө ҡалаһында йәшәй, улым Динислам тиҙҙән 11-се класты тамамлай, Аҡйондоҙ ҡыҙыбыҙ ҙа уҡыусы, ә бына бәләкәс Айгүзәл быйыл мәктәпкә барырға әҙерләнә.
Тормошта мин бик бәхетлемен: яратҡан эшем, мине һәр саҡ аңлап, үҙенең һөйөүе менән нурлап балҡытып торған тормош иптәшем, әсәйем-ҡәйнәм, туғандарым бар, яратҡан коллегаларым һәм һәр саҡ көслө алҡыштары менән ижадҡа илһам һәм дәрт өҫтәгән тамашасыларым янымда. Киләсәктә лә талпынып ижад итергә яҙһын, үкенестәргә урын ҡалмаһын. Әле минең ғүмеремдең иң һутланып бешкән сағы ғына...
—Юбилейығыҙ ҡотло булһын, ижадығыҙ балҡып янһын!