Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
27 Апрель 2020, 16:17

Матурлыҡҡа ғашиҡ баҡсасы

Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы үҫентеләр бер-береһенә оҡшамаһын өсөн йыл һайын уларҙың төрҙәрен алмаштырып тора. Орлоҡтарҙы Мәскәү, Силәбе, Түбәнге Новгород ҡалаларынан яҙҙырып ала.

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Рәмилә Ҡолоева баҡса эшенә ҡыш уртаһында уҡ тотонған. Теплицаһында үҫентеләр сәскә атып та ултыра инде. Баклажан, ҡыяр, помидор, борос, ҡарбуз, ҡабаҡтарҙың бер нисә төрөн күрергә була. Ә сәскәләрҙең иҫәбе-һанына сығырмын тимә. Һары бәрхәт, петуния, цинния, пальма, лилиә, флокса, бальзамин, сальвия, астра сәскәләренең ниндәй генә төҫтәре юҡ! Рәмилә Зәкирйән ҡыҙы үҫентеләр бер-береһенә оҡшамаһын өсөн йыл һайын уларҙың төрҙәрен алмаштырып тора. Орлоҡтарҙы Мәскәү, Силәбе, Түбәнге Новгород ҡалаларынан яҙҙырып ала.
Рәмилә Ҡолоева Ейәнсура районында тыуып үҫкән. Сибай медицина колледжын тамамлағандан һуң, Йылайыр районы үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Сибай егете Камил Мөхәмәт улы менән ғаилә ҡорғас, Сибай үҙәк дауаханаһының травмотология бүлегендә хеҙмәт юлын дауам итә. Бөгөнгә көндә “Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә социаль хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Буш ваҡытының һәр минутын баҡса үҫтереүгә бағышлай, төрлө сәскәләр үҫтереү менән мауыға.
—Сибайға килеп, Арҡайым ҡасабаһынан ер биләмәһе алғас та бер нисә төр слива, сейә, алмағас, ҡурай еләге һәм башҡа ҡыуаҡ-ағастар ултырттыҡ. Сәскә үҫтереп, ишек алдын биҙәүгә лә бик сәмләнеп тотондом. Улдарыбыҙ Вәғиз, Вадим, Фәдис үҫә төшкәс, беҙгә ярҙам итә башланы. 2013-2017 йылдарҙа ҡала хакимиәте һорауы буйынса ойошмалар майҙансыҡтарына төрлө сәскәләр үҫтереп бирҙек. Ул ваҡытта өс ҙур теплицаны һәм 10 бәләкәй парникты үҙ эшебеҙҙә ҡулланғайныҡ. Быйыл сәскәләрҙе лә, йәшелсә-еләкте лә тик үҙебеҙ өсөн генә сәстек. Ғаиләбеҙ ишәйҙе: өс ейәнсәрем, бер ейәнем үҫеп килә. Ейәнсәрҙәрем матурлыҡты күреп буй еткерһендәр, тип йыл һайын ишек алдында күпләп сәскә үҫтерәм. Бигерәк тә яран гөлөн яратам, уларҙы ла йәйен сәскәгә төрөнөп ултырһындар өсөн иртә яҙҙан йәш ботаҡтарын тамырландырам,—ти Рәмилә Ҡолоева.
Тырыш баҡсасы йорт ҡураны биҙәү менән дә мауыға. Пластик шешәләрҙән бейек пальмалар, сәскәләр эшләп ултыртҡан. Алтын ҡуллы тормош иптәше улдары менән бергә күл эшләп, аҡҡоштар йөҙҙөрөп ебәргән. “Ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм биҙәү” конкурсында өс йыл ҡатнашып, призлы урындар яулауға өлгәшкәндәр.
Донъяны ир төҙөһә, уны биҙәү ҡатын-ҡыҙ өлөшө, ти халҡыбыҙ әйтеме. Был Ҡолоевтар кеүек уңған ғаиләләргә ҡарата әйтелгән дә инде.