Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
31 Май 2019, 16:23

Аҫыл һөйәк ҙур булмаҫ, ҡайҙа барһа—хур булмаҫ

Ҡул эштәренә оҫта, күңеле тулы йыр-моң булған ағинәйҙәрбеҙҙең береһе—Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы Биктимерова ошо көндәрҙә ғүмеренең матур үренә—70 йәшенә аяҡ баҫа. —Үҙемде бәхетле, өлөшлө гүзәл заттар иҫәбенә индерәм. Сөнки минең өсөн өҙөлөп торған Яҙгөл, Гөлшат, Розалия исемле өс ҡыҙым, 4 ейән-ейәнсәрем, алты бер туғаным иҫән. Уларҙың һәр береһе матур итеп, айырым донъя көтә. Хан һарайындай торлағым бар. Ошо йәшемә ҡәҙәр әсәй тип әйтә алдым,—ти Зәйтүнә апай, берсә ҡыуанып, берсә моңайып.—Ҡәҙерлемдең вафатына 2 ай ваҡыт үтте, йәне йәннәттә булһын...Ысынлап та, әсәһе Фатима Фәтхул-ла ҡыҙы уға һәр ваҡыт яҡты маяҡ була. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында ишле Иҫәндәүләтовтар ғаиләһендә тыуып үҫә Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы. Атаһы Зиннур Мотал улы Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып, тәненән дошман снарядының тимер ярсығын да алдырмай тыуған яҡтарына ашҡынып ҡайта. 9 балаға ғүмер биреп 42 генә йәшендә гүр эйәһе була. 37 йәшендә бер итәк балалар менән тол ҡалған әсәһе ғәзиздәрен ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерә. Барыһын да уҡыта, һөнәр алырға ярҙам итә. Ҡул эштәренә оҫта булыуы ауыр мәлдәрҙә ҡотҡара.

Ҡул эштәренә оҫта, күңеле тулы йыр-моң булған ағинәйҙәрбеҙҙең береһе—Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы Биктимерова ошо көндәрҙә ғүмеренең матур үренә—70 йәшенә аяҡ баҫа.
—Үҙемде бәхетле, өлөшлө гүзәл заттар иҫәбенә индерәм. Сөнки минең өсөн өҙөлөп торған Яҙгөл, Гөлшат, Розалия исемле өс ҡыҙым, 4 ейән-ейәнсәрем, алты бер туғаным иҫән. Уларҙың һәр береһе матур итеп, айырым донъя көтә. Хан һарайындай торлағым бар. Ошо йәшемә ҡәҙәр әсәй тип әйтә алдым,—ти Зәйтүнә апай, берсә ҡыуанып, берсә моңайып.—Ҡәҙерлемдең вафатына 2 ай ваҡыт үтте, йәне йәннәттә булһын...
Ысынлап та, әсәһе Фатима Фәтхул-ла ҡыҙы уға һәр ваҡыт яҡты маяҡ була. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында ишле Иҫәндәүләтовтар ғаиләһендә тыуып үҫә Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы. Атаһы Зиннур Мотал улы Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып, тәненән дошман снарядының тимер ярсығын да алдырмай тыуған яҡтарына ашҡынып ҡайта. 9 балаға ғүмер биреп 42 генә йәшендә гүр эйәһе була. 37 йәшендә бер итәк балалар менән тол ҡалған әсәһе ғәзиздәрен ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерә. Барыһын да уҡыта, һөнәр алырға ярҙам итә. Ҡул эштәренә оҫта булыуы ауыр мәлдәрҙә ҡотҡара.
Ҡыҙы Зәйтүнәгә лә уның тап ошо сифаттары хас. Һәр яҡтан килгән Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы Сибай педагогия училищеһын тамамлап, тыуған ауылы Ишбирҙе мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Ике өй аша ғына йәшәгән, үҙе кеүек уҡытыусы егет Һөйөндөк Биктимеровҡа кейәүгә сығып, бер-бер артлы 3 ҡыҙ таба. Көмөш туйҙарын билдәләргә йыйынғанда ғаилә башлығын сир аяҡтан йығып, 48 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәһе өлгөһөндә сыныҡҡан ҡатын яҙмыш һынауҙарына бирешмәй. Ҡасандыр белем
алған педагогия училищеһында өҫтәп хеҙмәт уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, балаларға хеҙмәт, рәсем, черчение буйынса һабаҡ бирә башлай. Ишбирҙе мәктәбендә айырым технология кабинеты булдыра, уҡыусылары менән район, республика кимәлендә ойошторолған конкурс, ярыштарҙа ҡатнаша. Өлкән уҡытыусы ауылда депутат, суд заседателе ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, агитатор, политинформатор, комсорг, профком рәйесе, музей етәксеһе лә була.
Хеҙмәт ветераны хаҡлы ялға сыҡҡас әсәһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй башлай. Кеше араһында йөрөп өйрәнгән уҡытыусы, ҡалаға килгәс тә «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбленә яҙыла. Хәҙер инде Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы был мәҙәни коллективтың йөҙөк ҡашына әүерелгән. Ҡаланың үҙәк китапханаһында «Ынйыҡай», 2-се моделле китапханаһында «Күңел утрауы»
клубтарында ҡул эштәре түңәрәгендә шөғөллөнә. Бынан тыш «Тәҡүә» мәсетендә Ислам дине нигеҙҙәрен һәм ғәрәп телендә Ҡөрьән-Кәримде уҡырға өйрәнеп, ҡулына танытма алған. Оло йәштәге әсәһен ҡарау ҙа уның иңендә булыуын иҫәпкә алһаң, ваҡытты нисек дөрөҫ бүлә, еткерә алыуына аптырайһың.
—92 йәшлек әсәйем бөгөн һин ансамблгә, иртәгә китапханаға бараһың, тип үҙе иҫкәртеп ултырҙы. Кис беҙ уның менән бәйләмдәр, ҡул эштәре менән булыштыҡ,—ти ағинәй, мине әсәһенең бүлмәһенә саҡырып.
Музейҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре һәм биҙәүестәре бүлеге кеүек был урын. Ҡул эштәренең ниндәйе генә юҡ!
—2020 йылда үтәсәк фольклориадаға әҙерләнәбеҙ. Май аҙағында Сибайҙа үтәсәк милли кейемдәр фестивалендә лә күргәҙмә ойошторасаҡбыҙ,—ти эштәрен селтәр, ҡашмау, таҡыяларын барлап.
—«Башҡортостан ҡыҙы» журналы үткәргән бер конкурстан да ситтә ҡалмайым. Быйыл “Таҡыя нағышы” бәйгеһендә ир-аттың заманса баш кейеме номинацияһында еңдем. Ептәр, мәрйен, тәңкәләр һатылған магазиндарҙа мине әллә ҡайҙан таныйҙар, хатта һатыусылар яңы әйберҙәр килде тип тә шылтырата.
Заман менән бергә атларға күнеккән ағинәй компьютер менән дә оҫта эш итә. «Йәнгүҙәй»” халыҡ фольклор ансамбле менән күптән түгел Баймаҡ районының Басай ауылына барғандар. Ҡарттар йортонда, профилакторийҙа ла улар даими сығыш яһай.
Шулай ғүмеренең һәр минутын файҙалы үткәрергә тырышҡан Зәйтүнә Зиннур ҡыҙының буш ваҡыты ла юҡ тиерлек. Уның миҫалында хаҡлы ялға сыҡһаң, тормош яңы башланыуына инандыҡ. Ағинәйҙең эштәре гел уң, һүҙҙәре пак булһын, ҡулдарынан һөйөнөп, әсәһе кеүек оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Гөлдәр Ҡадаева.