Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
26 Апрель 2019, 10:19

Ҡәҙерле әсә, хөрмәтле ағинәй

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрфүға Хужәхмәт ҡыҙы Азаматова йәмле яҙҙа матур ғүмер үренә аяҡ баҫа. Йәш сағында тырышып уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, Хәйбулланың башта урманлы Fәлиәхмәт ауылында, унан инде ялан яғына сығып, Аҡъярҙың 1-се мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирһә, әлеге мәлдә ул төбәктең ағинәйҙәр рәтенә баҫып, йәш быуынды үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүҙе дауам итә.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрфүға Хужәхмәт ҡыҙы Азаматова йәмле яҙҙа матур ғүмер үренә аяҡ баҫа. Йәш сағында тырышып уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, Хәйбулланың башта урманлы Fәлиәхмәт ауылында, унан инде ялан яғына сығып, Аҡъярҙың 1-се мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирһә, әлеге мәлдә ул төбәктең ағинәйҙәр рәтенә баҫып, йәш быуынды үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүҙе дауам итә.
Шулай Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы маҡтаулы исемдәрен йөрөтөүсе педагог 40 йылдан ашыу ғүмерен киләсәк быуынды белемле итеүгә, мәғарифте, мәҙәниәтте үҫтереүгә арнаған.
—Сал ҡылғанлы Хәйбулла тиһәләр ҙә, мин урман, тауҙарға бай Күсей ауылында тыуып үҫтем. Ул ауыл бөткәс, Әбешкә күстек һәм бала сағым, йәшлек осором ошо хозур тәбиғәтле, иҫ киткес күркәм ерҙә үтте. Теүәл фәндәрҙе яҡшы үҙләштерһәм дә, күңелем әҙәбиәткә ынтылды. Шуға ла БДУ-ның филологияһы факультетына уҡырға барҙым. Хеҙмәт юлымды Fәлиәхмәт ауылында башланым. Буласаҡ тормош иптәшемде—Аҡнаҙар ауылы егете, оҫта баянсы Булат Азаматовты ла тап шул тарафтарҙа осраттым,—тип һөйләй әңгәмәсем, йәшлек йылдарын хәтерләп.
Булат Ишкилде улы география фәненән балаларға һабаҡ бирә. Ауыл мәктәбендә директор вазифаһын да башҡара. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы өс ул тыуғас, Азаматовтар балаларын ҙур ерҙә уҡытыу теләге менән төпкөлдән ялан яғына күсенә.
Аҡъярҙа ла өлгөлө, матур итеп донъя көтә улар. Икеһе лә мәғариф өлкәһендә эшләп, абруй ҡаҙана. Улдары, бер-бер артлы уҡып бөтөп, ғаилә ҡора, килендәре ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итә. Уҡыусылары остаздарын ҡыуандырып, уларҙың юлын һайлап, тырыш уҡытыусылар булып китә. Донъя күсәгилешлеге шулай әкрен генә дауам итә. Әле лә ҡайҙа барһа ла уҡытыусыны элекке уҡыусылары танып, хөрмәтләп иҫәнләшә, хәлдәрен һораша. Шул ваҡыттарҙа инде Мәрфүға Хужәхмәт ҡыҙы һөнәрен дөрөҫ һайлағанына тағы берҙе инана.
Шулай ҙа әңгәмәсем, үҙе әйтмешләй, нисек кенә тырышһаң да тормош гел генә камил, һин теләгәнсе ал да гөл булмай икән ул. Көтмәгәндә типһә тимер өҙөрлөк өлкән улдары—Тимербулаттары юл хәрәкәте фажиғәһенә тарый. Аҡъяр 2-се мәктәбендә тормош хәүефһеҙлеге һабаҡтары фәненән уҡытып йөрөгән ғәзиздәре сәскәләй ҡатыны Гүзәлиәне, ҡыҙын һәм улын етем итеп, ата-әсәһен, ҡустыларын, яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, йәшләй әрәм була.
—Бер кемдең дә хәсрәт һандығы буш түгел, ти торғайны әсәйем мәрхүмә. Шулай тәҡдиреңә яҙғанды күрмәйенсә, гүрҙәргә инеп тә булмайҙыр. Бер әсә лә бала ҡайғыһы күрмәһен. Йөрәгеңде ярып сыҡҡан балаң һәләк булғанда йөрәккә 40 энә ҡаҙала, тиҙәр. Ваҡыт үтеү менән шуның 39-ы ысҡынып төшкәндә лә, 1-әүһе ҡала икән,—тип көрһөнә әсә, ҡайғыларын баҫырға теләп.—Былтыр 45 йылға яҡын бергә ғүмер иткән тормош иптәшем дә мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Шулай ҙа бирешмәйем, һәр атҡан таңдың, алышынған миҙгелдәрҙең йәмен тойоп, йәшәргә тырышам.
Бына-бына ейәнсәрем Наҙгөл Тимербулат ҡыҙы БДПУ-ның рус филологияһын тамамларға тора. Ейәнем Батырхан Тимербулат улы Өфөнөң Р.Fарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының сығарылыш класы уҡыусыһы. Тимәк, тормош дауам итә, нәҫел ебебеҙ нығына.
Уртансы улы Азат һәм килене Альбина, кинйәләре Самат һәм килене Гүзәл дә ҡәҙерлеләрен тик уңыштары менән һөйөндөрөргә тырыша. Ҡасандыр Азаматовтар үҙҙәре улдарын уҡытыр өсөн төпкөлдән яланға ынтылһа, Азат улы ла ошо ниәт менән баш ҡалаға яҡын булыр өсөн Иглин районына күсенгән. Уларҙың донъяларын йәмләп, 4 балалары үҫеп, буй еткереп килә.
Кинйәләре Самат Булат улы Сибайҙа төпләнгән. Ул БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында белем алғандан һуң, БСТ-ның «Тамыр» студияһында тәжрибә туплай. Унан Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзитендә баш мөхәррир булһа, 2011 йылдан «Сибайский рабочий» гәзитен етәкләй. Самат Булат улы Азаматов шулай уҡ «Сибайский рабочий», «Атайсал» гәзиттәрен, ҡала типографияһын берләштергән Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры. Эшендә ул дәрәжәле етәксе булһа, ғаиләһендә хәләл ефетенә ҡәҙерле ир, ул һәм ҡыҙына һөйөклө атай.
Үҫкән йорттарының утын һүндермәй, улар яратҡан тәмле-татлы ризыҡтар бешереп көткән әсәләренең өмөттәрен аҡлай улдары. Форсаты сыҡҡан һайын ата йортона ашығып ҡайталар. Ҡәҙерлеләре яңғыҙ булмаһын, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйһөн, үҙенең кәрәклеген, уларҙың тормошонда мөһимлеген белһен, тиҙәрҙер.
—Балаларым, Аллаға шөкөр, ғаиләле, үҙаллы. Йорт эштәрендә һәр саҡ ярҙам итәләр, әсәй тип өҙөлөп торалар,—тип һөйөнә әсә. —Үҙем дә тормошомдо заяға үткәрмәҫкә тырышам. Аҡъяр ағинәйҙәр клубына йөрөйөм, ветерандар хорында шөғөлләнәм. Ирем мәрхүм дә ошо хорҙа баянсы ине. Етәксебеҙ Роза Вәхитова бик талапсан кеше. Репертуарыбыҙ бик бай, русса ла, башҡортса ла йырҙар башҡарабыҙ. Әле генә беҙҙекеләр Ҡазанда сығыш яһап ҡайтты. Былтыр Белоретта, унан алда Ишембайҙа үткән конкурстарҙа еңеү яуланыҡ. Атай-әсәйем йырлаған кеше зарлы була тип мине бәләкәстән тыйһа ла, йыр күңелемде баҫа. Хисләнгән саҡтарында үҙем өсөн генә шиғырҙар ҙа яҙам.
Күңелендә моң, илһам ятҡан кеше менән аралашыу үҙе бер кинәнес бит ул. Мәрфүға Хужәхмәт ҡыҙы менән һөйләшкәндән һуң, уның теленең байлығына, фекерҙәренең тослоғона, ифрат тыйнаҡлығына һоҡландым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сифаттары уға тағы ла күркәмлек өҫтәй. Ошондай ағинәйҙәребеҙ күберәк булһын ине.
Гөлдәр Ҡадаева.