«Әсәй, тиҙҙән еңеү менән ҡайтырбыҙ!»
Баймаҡ районының Күсей ауылы сағыштырмаса ҙур түгел, әммә ул үҙенең үткәне, шанлы тарихы һәм күренекле кешеләре менән данлыҡлы.
Ауыл халҡы бала саҡтан Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов менән ғорурланып үҫә, уның батырлығы алдында баш эйә. Тимәк, илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғолары күсейҙәрҙең ҡанында, Тыуған илгә ҡарата һөйөү, халҡың алдындағы изге бурыс һәр ир-егеткә ғаилә тәрбиәһе менән бирелгән. Бөгөн Күсей ауылынан ғына 12 кеше махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уларҙың береһе—гүзәл зат.
Илдә өлөшләтә мобилизация башланғандан алып улдары алғы һыҙыҡта булған Фатима Хәйҙәрова менән Рә-
химә Кинйәбаеваның күңел-дәре тыныс түгел, йөҙҙәрендә лә тулҡынланыу һиҙелә. Фатима Лотфрахман ҡыҙының улы Вилдан Чечня яуын үт-кән, шулай уҡ тәүгеләрҙән бу-
лып ил һаҡларға йүнәлә. “Хан” позывнойлы яугир–өс бала атаһы, өлкән ҡыҙы Айгина Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында белем алһа, улы Илгиз күптән түгел әрме сафына юлланған, ә кескәй Вилена мәктәптә уҡый.
—Вилдан улымдың өлөшләтә мобилизацияға эләгеүен ишеткәс, аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек булды,—ти Фатима Хәйҙәрова.—Чечняла булған янып-көйөүҙәрем саҡ уңала ғына төшкән ине, әле ҡай-
танан шул кисерештәрҙе йөрәгемдән үткәрергә тура килә. Улымдың үҙен ышаныслы тотоуы, һәр саҡ күтәренке күңел менән бәйләнешкә сығыуы ты-нысландыра, ышаныс уята. “Әсәй, тиҙҙән еңеү ме-нән ҡайтырбыҙ!”, “Бирешмә!” тип кенә тора улым.
Әсә кешегә был һүҙҙәрҙе әйтеүе лә еңел түгелдер, Фатима апайҙың күҙҙәре бер аҙ йәшләнде, тауышы ла ҡалтырай төштө. Әммә әсә кешенең улы өсөн ғорурланыуын һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, уны тойорға мөмкин ине.
“Улым шылтыратһа тип” ҡулдарынан телефондарын төшөрмәгән әсәләргә ҡарап, уларҙың ни
тиклем оло йөрәкле, улдары өсөн йәндәрен би-рергә әҙер булыуҙарын аңларға була. Фатима Хәйҙәрова хәҙер биш намаҙын да ҡалдырмай, улының, барлыҡ яугирҙәрҙең иҫән, һау-сәләмәт ҡайтыуы өсөн доғалар ҡыла, ил-йорт тыныслығы өсөн аяттар бағышлай. Әйткәндәй, ауылдаштары МХО-ға юлланғас та, ауыл халҡы, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, изге уй-ниәт менән ҡорбан сала, аяттар бағышлай. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин булыуын ауыл халҡы яҡшы аңлай, шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, тепловизор һатып алып ебәрә, шулай уҡ кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым даими оҙатыла.
Уртаҡ теләк берләштерә
Өфө ҡалаһында эшләп, Бөрйән һылыуын кә-ләш итеп алып, шаулатып туй үткәреп, “баллы ай”ын да бер-береһен һөйөшөп тә өлгөрмәгән Рәхимә Кинйәбаеваның улы ла өлөшләтә мо-билизацияға эләгә. Тәүге айҙарҙан алып бөгөн-гә тиклем алғы һыҙыҡта йөрөй ул. Беҙ осрашыр алдынан ғына улының алғы һыҙыҡтан сығып, әсәһе менән бәйләнешкә ингән ине. Шуға күрә Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы һорауҙарыма ихлас яуап
бирҙе, тиҙҙән ҡәһәрле һуғыштың бөтөүенә ыша-
ныс белдерҙе.
—Ауыр көтөүҙәре... Тик нишләйһең, илгә төшкән оло ҡайғы, бергә булғанда, берҙәм булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин. Туй үткәреп, ҡыуанып ҡына улың менән киленеңде яңы тормошҡа оҙатҡан-
да, ҡапыл мобилизацияға эләгеүен ишеткәс, ҡойо-лоп төштөм. Нимә эшләргә, нимә әҙерләргә лә белмәнек. Ошо ауыр ваҡытымда диндә булыуым, Аллаһҡа һыйыныуым ғына миңә ярҙам итте, көс һәм сабырлыҡ бирҙе,—тип кисерештәре менән уртаҡлаша Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы.—Бөгөнгө көндә йәшәү һәм ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булы-
уын аңлаты, үлем һәм йәшәүҙең һәр саҡ йәнәшәлә йөрөүен йәнә бер ҡат иҫбатланы. Нисек кенә ауыр
һәм ҡыйын булмаһын, улдарыбыҙға күрһәтергә
тейеш түгелбеҙ, уларға киреһенсә рухи көстө, сабырлыҡ һәм ышаныс һәм өмөттө беҙ бирергә тейешбеҙ, тигән уй-ниәттәр менән улдары һәм ирҙәре махсус хәрби операцияла булған әсәйҙәр һәм ҡатындар менән айырым чат булдырҙыҡ, унда һәр беребеҙ үҙебеҙҙең уй-кисерештәребеҙ ме-
нән уртаҡлашабыҙ, яугирҙәргә нимәләр кәрәк, уларға посылкалар һалыу буйынса кәңәшләшәбеҙ, ауыр саҡта бер-беребеҙгә терәк булараҡ, йылы
һүҙҙәр өндәшеп, күңелдәребеҙҙе күтәреп тә ала-быҙ. Шунһыҙ булмай, дөйөм ҡайғы, уртаҡ теләк берләштерә. Кемдеңдер һаҡһыҙ, уйламай әйткән һүҙе лә йөрәккә уҡ булып ҡаҙылыуы ла, ябай ғына һүҙҙең дә күңелеңде күтәреүе ихтимал. Иң мөһиме—улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын, ауылдаштарға ауыр ваҡытта берҙәм һәм әүҙем булыуҙарына рәхмәт әйткем килә. Күпме яугирҙәргә ярҙам күрһәтелде, аҡса йыйҙыҡ, берәү ҙә ситтә ҡалманы, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, үҙ өлөшөн индерә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Күсейҙең дүрт егете даими рәүештә "Ларгус" автомобилендә махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатын-
дары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып бара.
“Улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһа, йырларбыҙ...”
Венера Заманованың улы Әлфир ҙә өлөш-
ләтә мобилизация башланғас, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары менән ил һаҡларға юллана. Ул бөгөн Рәсәй Оборона министрлығының бе-
ренсе фронт ижад бригадаһына алынған һәм һалдаттарға үҙенең йыр-моңдарын өләшә, улар-
ҙың күңелдәрен күтәреп, бригада составында яу яландарында сығыш яһай. Рәсәй Федерацияһы-ның Оборона министры приказы менән Әлфир министрлыҡтың “Хәрби батырлығы өсөн” II дә-рәжәле миҙалы менән наградланды.
—Кисә концерт ҡуйып, иртәгә махсус хәр-
би операцияға юлланыуҙарына тәүҙә ышанманым, юҡтыр, тип үҙ-үҙемде йыуатырға уйланым.Әммә ни тиклем ауыр һәм түҙеп торғоһоҙ булһа ла ул ысынбарлыҡ ине. Әлфир улымдың ата-олатайҙары намыҫына тап төшөрмәй, илебеҙҙе һаҡлауына оло ғорурлыҡ кисерәм. Нисек кенә ауыр булмаһын, улыбыҙҙың иңенә төшкән оло һынауҙы лайыҡлы үтеп, илебеҙгә тыныслыҡ яулап, иҫән-һау ғына ҡай-тыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ваҡытлыса ялға ҡайтҡан ваҡытында күңел һағыштарын Ирән-деккә менеп, Күсем ташы, Йәнгүҙәйгә бушата, һа-ғынышлы йыр-моңдарын тыуған яҡтарына яңғырата. Әлдә генә улым йырсы әле тип тә ҡыуанам, исмаһам күңел әрнеүҙәрен моң менән бушата, яугирҙәргә йыр-моң өләшә,—ти Венера Таһир ҡыҙы.
Әйткәндәй, Венера апай Заманова ла бик
матур йырлай, әммә әле ауыҙ асып йырларға
күңел төшмәй, бына улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһа, илдә тыныслыҡ урынлашһа, йырларбыҙ әле, тип кенә әйтеп ҡуйҙы.
Яугир әсәләре... Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән, “Һаумы, әсәй!” тип өндәшеүҙәрен ишетер өсөн көн генә түгел, төн йоҡоларын да ҡалдырып, ҡулдарынан телефондарын төшөрмәгән, һәр шыл-тыраған тауышҡа һиҫкәнеп, улы тип йүгереп кил-
гән, ахыр сиктә изге доғаларын уҡып, уларҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләгән Күсей ауылының яугир әсәләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың кемгәлер үпкә белдергән йә иһә кемделер ғәйепләп әйткән һүҙҙәрен ишетергә лә тура килмәне, улдарын көткән әсәләрҙең теләктәре бер генә: тиҙерәк һуғыш бөтһөн, бөркөттәре иҫән-һау ҡайтһын. Беҙ ҙә уларҙың теләктәренә ихлас ҡушылабыҙ һәм икенсе юлы Күсей ауылында яугирҙәрең ҡай-
тыуын бар ауыл менән байрам итәсәктәренә өмөтләнәбеҙ.
Улдары махсус операция биләмәһендә булған әсәләргә ҡарап, уларҙың ни тиклем йөрәктәре һыҡрап, күңелдәре әрнеһә лә осрашыуға ки-леүҙәренә, ваҡыт таба алғандарына ҙур рәх-мәтлемен.
Кәримә Усманова.
Һүрәттә:
улдарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан Рәхимә Кинйәбаева, Венера Заманова һәм
Фатима Хәйҙәрова.