Хәйбулла районы Маҡан ауылы фермеры, ауыл старостаһы 2023 йылдың көҙөнән махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Куба ҡушаматлы яугир контракт төҙөгәндән һуң, Һамар ҡалаһынан китә.
--Мотоуҡсылар бригадаһындамын, күп яуҙарҙа ҡатнаштым. Ялға бер йыл үткәс кенә ҡайтырға форсат тейҙе,--ти Куба.--Ҡайтыуымды ҡыҙым һәм кейәүем генә белде. Орск ҡалаһына килеп төшкәс, багажым Мәскәүҙә ятып ҡалғанын белдем. Тотҡарланып торғом килмәне, ҡайтырға ашыҡтым. Машинаға ултырғайным, аэропорт хеҙмәткәре йүгереп килде лә: "Багажығыҙ ҡалған. Иртәгә Аҡъярға алып килермен", --тине. Мин шикләндем, етмәһә беҙҙең ул юлдарҙан нисек килеп етер, тип уйланым. Ярай, ни булһа ла булыр, миңә иң мөһиме тыуған яҡҡа ҡайтыу ине. Мин 17 августа, ҡатынымдың тыуған көнөндә, ҡайттым. 47 рауза сәскәһе тотоп ҡунаҡ йыйылған кафеға килеп индем. Бында шул тиклем хистәр-тойғолар урғылды, шатлыҡ йәштәре... Күптән көтөлгән осрашыу ине бит, күпме дуҫтарым, туғандарымды күрҙем. Ә иртәгәһенә аэропорт хеҙмәткәре рюкзагымды килтерҙе, үҙ иҫәбенә алып килде. Була бит мәрхәмәтле кешеләр, рәхмәтлемен! Әле көндөҙгө стационар дауаланыу алам. Өйҙөң стеналары ла дауалай, тиҙәр бит. Етмәһә, бында мине яратҡан һәм мин яратҡан яҡындарым. Бер ҡасан да доға ҡылмай инем, өйрәндем. Әле "Айыу" ҡушаматлы дуҫымдың имен-һау ҡайтыуым теләп доға ҡылам, уны 73 йәшлек әсәһе көтә. Ул әле аңын юғалтып, Мәскәүҙә госпиталдә. Икенсе доғамда һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын һорайым. Барса яугирҙәр тиҙерәк имен-һау ҡайтһын. Әлбиттә, беҙ унан тәрән күңел яралары менән ҡайтасаҡбыҙ. Беҙгә реабилитация үтерлек шарттар тыуҙырырҙар тип уйлайым. Йәнә улдарым, ейәндәрем, ғаиләм өсөн доға ҡылам.
Яугир менән әңгәмәбеҙ тулҡынландырғыс, ауыр һәм күңел һыҡраныуҙарына тулы ине. Бик күп ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Шуның береһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, гәзит уҡыусылар:
--Бер мәл бер ҡала баҙарына запас частәр алырға индем. Сауҙа рәттәре буйлап китеп барһам, бер ҡатын "Солдат" тип ҡысҡырҙы. Боролоп ҡарағайным, ул миңә "Выживи, пожалуйста, больше я тебе ничего не скажу", -тине. Унан әйбер алып, "Рәхмәт" тигәйнем, ул: "Ҙур үҫ" тип яуапланы. Артҡа ҡолап китә яҙҙым. Ҡатын башҡорт булып сыҡты. СССР дәүерендә ошо яҡҡа кейәүгә сыҡҡан икән. Ул миңә ташлама эшләне. Әлбиттә, башҡорт яуҙаштарың менән һөйләшеү--бер, ә был бөтөнләй икенсе тәьҫорат бирҙе. Сит тарафта милләттәшеңде осратыу әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ бирә.
Йәнә бер ваҡиға булды. Бер емерек өй янында туҡтаныҡ. "Ғаилә ҡайҙа?" - тип һорайым, миңә 14 кешенән торған ғаилә ҡырылды тинеләр. Һарайға үттем. Унда ҡумта ята, ә эсендә ғаилә фотолары. Уларҙы алдым да өйгә индем. Комбат: "Нишләйһең? Улар һиңә нимәгә?" - ти. Был бит иҫтәлек, уларҙы һарайҙа тоторға ярамай тинем. "Сорока" ҡушаматлы дуҫым менән фотоларҙы йәйге кухняла элеп сыҡтыҡ. Хужабикә минең тиҫтер булған. Балаларын балалар баҡсаһына алып барған фотолары ла бар ине. Мәктәп йылдары, студент сағы, кейәүгә сыҡҡан мәле, балалары, ейәндәре менән төшкән... Ошонда төн сыҡтыҡ. Мин фотоларға оҙаҡ текләп яттым. Мистика. Улар миңә йылмайып ҡараған һымаҡ, йә килгәнебеҙҙе яратмай асыуланған һымаҡ.
Бригада менән бер ауылға барғайныҡ. Унда бер генә баланы ла осратманыҡ. Бер бала көлгән тауыш та ишетелмәй. Отпуск алдынан йәнә ошо ауыл янына үттем. Шул саҡ сквер ситендә йомшаҡ уйынсыҡтар күплеген шәйләнем. Ейәндәремә бүләк алырға кәрәк тип, туҡтап барҙым. Баҙар тип уйлағайным. Баҡтиһәң, бында 20 бала ҡәбере икән. Йәш ҡатын ултырған да уларға әкиәт уҡый. Ул иртәле-кисле килә икән, балаһын юғалтыуға күнә алмай...Урындағыларҙан: "Нимә булды?" - тип һорашҡайным, балалар баҡсаһына танктан ут асҡандар булып сыҡты. Урындағы һатыусы менән һөйләшеп торҙом. "Беҙ килгәнгә тиклем нисек йәшәнегеҙ?", - тип һораным.
--Аҙналар буйы ҡышҡыһын подвалда ултырған саҡтар булды. Балаға һыу эсерер өсөн ҡарҙы иретә инек. Сөнки ишекте асып сыҡһаҡ, снайперҙар ата, беҙгә, үҙҙәренекенә, аталар,--тине.
Ниңә һөйләйемме быларҙы? Фашистар урындағы халыҡҡа шундай ҡарашта булыуҙарын аңлатыр өсөн. Быларҙы ишетһәм, ҡаным ҡайнай ине. Нисек инде үҙ халҡыңа шундай мөнәсәбәттә булырға мөмкин? Был бит йыртҡыслыҡ. Шул саҡта ғына яҡшылап төшөнәһең: беҙ яҡты киләсәк, тыныс күк йөҙө өсөн һуғышабыҙ.
"Куба" ҡушаматлы яугир тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә һәм яҡташтарының яугирҙәргә ярҙам итеүҙәрен һорай.
Сығанаҡ: "Хайбуллинский вестник" гәзите. Рәшиҙә Солтанованың күләме мәҡәләһен ҡыҫҡартып, ирекле тәржемә эшләнек.