АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
5 Август , 11:25

Аҡъяр урамдары төҙөкләнә

Аҡъяр ауылының Муса Мортазин урамында тротуар һалыуҙы район үҙәге халҡы, айырыуса яңы микрорайонда йәшәүселәр оҙаҡ йылдар көттө.

Аҡъяр урамдары төҙөкләнә
Аҡъяр урамдары төҙөкләнә

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылының Муса Мортазин урамындағы йәйәүлеләр өсөн юл «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы ярҙамында һалына.

Аҡъяр ауылының Муса Мортазин урамында тротуар һалыуҙы район үҙәге халҡы, айырыуса яңы микрорайонда йәшәүселәр оҙаҡ йылдар көттө. Сөнки машиналар күп йөрөгән тар урам  йәйәүлеләр һәм автотранспорт хәрәкәте хәүефһеҙлегенә хәүеф тыуҙыра ине.

Мортазин урамындағы яңы тротуар «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы ярҙамында һалына. Әлеге ваҡытта тротуарҙың аҫҡы ҡатламына ҡырсынташ түшәлеп, торбалар һәм бордюрҙар һалынған, ә өҫкө ҡатламына асфальт түшәлгән. Хәҙер юлсылар –  «Спецстроевец-6 Плюс» подряд ойошмаһы (Орск ҡалаһы) район үҙәгенең А.Әҙеһәмов урамына асфальт түшәүгә тотонған, әммә быға тиклем улар башҡа урындарҙа ла ярайһы уҡ ҙур күләмдә эш башҡарып өлгөргән. Бының тураһында беҙгә ойошманың юл участкаһы мастеры Виталий Холод һөйләне.

 –Аҡъяр ауылының Абдулла Вәхитов һәм Ғабдулла Туҡай урамдарында  асфальт түшәнек, шулай уҡ район үҙәге урамдарында соҡор-саҡырҙарҙы ямау буйынса эштәрҙе башҡарҙыҡ. Ошо арала Әҙеһәмов урамына 715 метр оҙонлоҡтағы асфальт-бетон япма һала башланыҡ.  Башта юлды тигеҙләп, ҡырсынташ түшәйбеҙ, һуңынан ҡалынлығы 7 см, киңлеге 5 метрлыҡ асфальт һалыуға тотонабыҙ. Бригадала алты юл эшсеһе эшләй, төрлө махсус техника йәлеп ителгән. Асфальт-бетон ҡатнашмаһын Орск ҡалаһынан ташыйбыҙ. Шулай уҡ беҙҙең ойошма быйыл Әҙел ауылының Моталлапов урамына һәм Сиҙәм ауылының  Зәки Вәлиди урамына асфальт түшәне. Артабан район үҙәгендәге Зәйнәб Биишева һәм Мәжит Ғафури урамдарына асфальт түшәләсәк. Иң мөһиме, һауа шарттары тотҡарламаһа, бөтә эштәрҙе сентябргә ҡарай тамамларға ниәтләйбеҙ, – тине мастер.

Әҙеһәмов урамында йәшәүселәр был үҙгәрештәргә шатлығын йәшермәй, сөнки улар әйтеүенсә асфальт һалыуҙы улар утыҙ йылдан ашыу көткәндәр. «Шөкөр беҙҙең урамда ла асфальт буласаҡ. Беҙ асфальтты оҙаҡ көттөк, яҡын киләсәккә өмөт тә итмәнек. Беҙҙең урамда барыһы ла йорттарға газ, һыу үткәрҙе, бары тик юл өлөшөн төҙөкләндереү генә ҡалды, шуға район етәкселегенең иғтибар итеүенә бик шатбыҙ. Шулай ҙа ауыл халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн барыһы ла эшләнә», – ти ошо урамда йәшәүсе Ләйсән Түләшева.

Рөстәм Билалов, район хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге начальнигының урынбаҫары:

–Аҡъяр ауылы Муса Мортазин урамындағы тротуарҙы төҙөкләндереү «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла. Бөтә эштәрҙе башҡарыуға федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан, шулай уҡ бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә 2,1 миллион һум бүленгән. Муниципаль контракт «Спецстроевец-6 Плюс» йәмғиәте менән төҙөлгән. Тротуарҙың дөйөм оҙонлоғо 460 метр, киңлеге 1,5 метр тәшкил итә. Әлегә эштәр аҙағына яҡынлаша. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән килешеүгә ярашлы, 2024 йылға урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремонтлауға һәм тәртиптә тотоуға 69,36 миллион һум (республика бюджетынан – 68,32 миллион һум, урындағы бюджеттан – 1,04 миллион һум) күләмендә финанс средстволары бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән: тәртиптә тотоуға – 26,07 миллион һум; ремонтҡа – 43,28 млн.һум.

Белешмә

2020-2022 йылдарҙа Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүгә 6,2 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 3,6 миллиардын федераль ҡаҙна бүлгән. Программаның төп йүнәлештәре — торлаҡ, социаль объекттар, инфраструктура төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү. Өс йыл эсендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға программа буйынса республикала йәшәгән 486 ғаилә субсидия алды, 107 ғаилә өсөн ҡуртым килешеүе буйынса йорттар төҙөлдө.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проектын әҙерләне. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме ете йылда 13,8 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Төбәк программаһы сараларында ял итеү зоналары, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү, биналарҙы, тротуарҙарҙы, аллеяларҙы, велосипед юлдарын, парковкаларҙы һ. б. архитектура яҡтыртыу ҡаралған.

Автор:Раян Атанбаев

Аҡъяр урамдары төҙөкләнә
Аҡъяр урамдары төҙөкләнә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: