Белемгә ынтылған ҡыҙҙар-егеттәр документтарҙы уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына шәхсән рәүештә лә, Дәүләт хеҙмәттәре порталының «ВУЗ-ға онлайн уҡырға инеү» сервисы аша ла тапшыра ала. Абитуриенттарға шулай уҡ Сибай институтының рәсми сайтындағы абитуриенттың шәхси кабинеты менән ҡулланыу мөмкинлеге лә тыуҙырылған.
Уҡырға инергә теләүселәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен борсоған һорауҙарға ҡабул итеү комиссияһы ағзалары яуап бирергә әҙер. Белгестәр институт урынлашҡан Сибай ҡалаһының Белов урамы, 21 адресында ҡабул итә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8(34775)-5-15-38, 8-937-484-30-97 (+WhatsApp);Бәйләнештә социаль селтәре: vk.com/sibsu_ru; Email:[email protected].
--Һөнәри яҡтан камиллашыу өсөн кешегә юғары белем алыу мотлаҡ. Сөнки дәүләт хеҙмәттәре, шәхси йәмғиәттәр хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алғанда уларҙың үҙҙәренә кәрәкле компетенцияға эйә булыу булмауҙарын иҫәпкә ала. Юғары уҡыу йорттары йәштәргә һәр өлкәлә кәрәкле шул компетенцияларҙы, белем һәм тәрбиә бирә. Технологиялар ныҡлы үҫешкән хәҙерге заманда юғары белемһеҙ булмай. Унһыҙ фән дә, техника ла, хеҙмәттәр күрһәтеү даирәһе лә ныҡ аҡһай,--ти Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, юғары белемдең өҫтөнлөктәрен барлап.
Әйтергә кәрәк, Сибай институтының ҡабул итеү комиссияһы эшмәкәрлеге осоронда йыл һайын меңдән ашыу ғариза ҡарай. Уҡыу йортоноң 4 бүлеге: тәбиғи-математика, педагогика, технология, иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеттары 27 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй. Сит ҡала һәм райондарҙан килеп уҡыусылар дөйөм ятаҡ менән тәьмин ителә.
Бәләкәй ҡалаларҙың уҡыу йорттарында белем алғандар башлыса шул ерлектә ҡалып эш таба. Сибай ҡалаһы өсөн генә түгел тотош Урал аръяғы өсөн дә квалификациялы кадрҙар әҙерләгән институт етәкселеге шуға ла белем һәм тәрбиә биреү сифаты юғары булһын өсөн тырыша, бөтә эшмәкәрлеген «Мәғариф» милли проектына ярашлы алып бара.