Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Апрель , 08:55

Ир барҙа ил хур булмаҫ

  Республикабыҙҙа ирҙәр ҡоро ойошторолоуғакүп ваҡыт үтмәне. Тәүге форум 2021 йылда “Торатау” Конгресс-холында уҙғарылғайны. Шул мәл-дәрҙән көслө заттарҙы әүҙемләштереү, уларҙың абруйын, йәмғиәттәге ролен арттырыу йәһәтенән саралар уҙғарыла башланы, урындарҙа ир-егеттәр ҡоро булдырылды. Атайҙар һәм улдар ҡатнашлығында походтар үтте, Талҡаҫ буйында өмә ойошторолдо, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберҙәре рәтләнде.

—Ирҙәр форумы дәүләт түгел, йәмәғәт башланғысы менән уҙғарыла. Беҙ, ир-егеттәр, яуап-лылыҡты үҙ ҡулыбыҙға алырға тейешбеҙ. Уртаға һалып һөйләшер, хәл итәһе мәсьәләләребеҙ күп. Фекер алышыу маҡсатында нәҡ ошондай форумдар ойошторорға ҡарар иттек. Бөгөн беҙ бер нисә йүнәлештә эш алып барасаҡбыҙ. Форумда Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығы Азамат Юлдашбаев, Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, “ЦТМ-Медицина” йәмғиәте директоры Раян Миғранов, Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Белорет һәм Учалы райондары делегаттары ҡатнаша,—тине сараны асыу тантанаһында Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров.

Ысынлап та, форум бер нисә йүнәлештә барҙы, атап әйткәндә “Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау”, “Сәләмәт тормош алып барыу, спорт һәм суррогат эсемлектәргә ҡаршы көрәш”, “Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм туризм”, “Йәштәргә патриотик тәрбиә һәм хоҡуҡи белем биреү” секциялары эшләне.

Иң ҡыҙыу һәйләшеү, әлбиттә, экология сек-цияһында булды. Уны Зариф Закир улы үҙе етәклә-не. Бында Урман хужалығы, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлыҡтары вәкилдәре, “Семеновск фабрикаһы”, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәт-тәре директорҙары һәм башҡалар ҡатнашты.

—Экология һәм тәбиғәтте һаҡлау—бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Бығаса тәбиғәттән файҙаланыуға лицензия ситтән бирелә ине, оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң, уны Башҡортостанда ҡарарға кәрәклеген иҫ-батланыҡ. Һуңғы йылдарҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар тиер инем. Мәҫәлән, сүп-сар өйөмдәрен юҡ итеү йәһәтенән эштәр бара. Баймаҡта оҙаҡ йылдар быҫҡып янған сүплекте юҡ итеүгә өлгәштек. Шулай уҡ Сибайҙа, Күмертауҙа, Благовещенскиҙа, Дәүләкәндә ошо тәңгәлдә эшләнде һәм эшләнә. Күмертауҙыҡы тамамланыу алдында. Урман хужалыҡтары янғын-ға ҡаршы техника менән тәьмин ителә башланы. Һуңғы йылдарҙа уларҙың мөһимлеген һәр беребеҙ яҡшы аңлай. Сүп-сар контейнерҙары менән федераль бюджеттан тәьмин итеү йылдам бара. Урал аръяғында иһә мәғдән табыу йүнәлешендә проблемалар етерлек. Электән был ерҙәрҙә карьерҙар күп. Улар бер бөгөн барлыҡа килмәгән, электән соҡолған һәм рекультивация эшләнмәгән. 2023 йылдың 1 ғинуарынан лицензия биреүҙе туҡтаттыҡ, ә быға тиклем эшләп килгәндәренә талапты көсәйтеү йәһәтенән закондарҙы ҡәтғиләштереү талап ителә. Әлеге көндә һөйләшеүҙәр алып барам. Бәлки, страховка эшләргәлер, бәлки ошо тәңгәлдә эшләүсе ойошманың рекультивация эшләрлек иғәнәһе булып, ул проектта күрһәтелергә тейештер. Нисек уйлайһығыҙ?—тип сығышында һорау бирҙе Зариф Байғусҡаров.

—Бында аныҡ әйтеп булмай. Мәҫәлән, мин 25 йыл дауамында ҡаҙыныу эштәре алып барам тигәнмен икән, аҙаҡ рекультивация эшләргә тип аҡсаны бөгөн һалып ҡуя алмайым. Сөнки 25 йылдан инфляция менән ул аҡсанан нимә ҡала?—тине “Семеновск фабрикаһы” йәмғиәте директоры Н.А.Ивашов.

Әйткәндәй, бөгөн Семеновск фабрикаһында 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Йәмғиәттә уртаса эш хаҡы—66 мең һум. Башлыса урындағы, яҡын-ти-рәләге ауыл-ҡалалар халҡы эшләй. Фабриканың запасы 2055 йылға тиклем бар тип иҫәпләнә. Николай Александрович Ивашов һүҙҙәренә ҡарағанда, элек ҡаҙылған төньяҡ ятҡылыҡтағы (икенсе кеше эшләгән дәүерҙәге) ерҙәрҙең 3/4 өлөшө күмелгән, ә 1/4 өлөшөндә әле экспертиза эштәре бара, шуға уныһы тейелмәгән. Йәмғиәттә йыл да прокуратура тикшереүҙәре булып тора, фабрика дәүләткә һалымды ваҡытында түләй. Әммә намыҫһыҙ, законды боҙоп эшләүселәр ҙә бар. Улар менән кө-рәш алып барыла.

—Бер мәл миңә хат яҙҙылар. Йәнтеш ауылынан йыраҡ түгел ерҙә ҡаҙыу эштәре бара икән. Барҙым, күрҙем. “Ташлы төбәк” тип аталған был ойошма, ысынлап та, закон боҙа. Әллә күпме айҡашырға тура килде. Енәйәт эшенә лә ваҡыт күп китә. Бөгөн ул суд ҡарамағына тапшырылды. Әлбиттә, халыҡҡа эш булһын тиһәк, бөгөн беҙ бындай ойошмаларҙы төбө-тамыры менән юҡ итеп, тыйып бөтә алмайбыҙ. Эшләһендәр, тик законға ярашлы булһын һәм тәбиғәткә зыян килтермәһендәр. Борон был тарафтарҙа ылыҫлы урман булған тиҙәр. Йылдар, быуаттар буйы ҡаҙып ошондай хәлгә килеп еткәнбеҙ. Мин дә һеҙҙең кеүек тыуған яғымды ныҡ яратам һәм уның экологияһы өсөн борсолам. Һеҙҙең арала ла шундай кешеләр күптер. Әйҙәгеҙ, һүҙҙән эшкә күсәйек. Кемдең ҡулынан нимә килә—шуны эшләйек. Диванда ятып хөкүмәтте әрләп ятыуҙан файҙа юҡ. Уҙған йыл Талҡаҫ буйында минең етәкселектә ирҙәр ҡоро өмә ойоштора тип иғлан иттем. Бик аҙҙар ғына беҙгә ҡушылды. Быйыл ошо тәңгәлдә эште дауам итергә, Талҡаҫҡа ҡойған инештәрҙе таҙаларға кәңәш итәм. Ситтән көтмәгеҙ, тотоғоҙ ҙа эшләгеҙ. Әйткәндәй, ғалимдар менән һөйләшеүҙәр алып барам. Талҡаҫты механик таҙартыу талап ителә, уны ләм баҫҡан,—тине Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

—Мин Талҡаҫҡа балыҡ ебәрергә кәңәш иткәй-нем, хатта үҙемдең һәм халыҡтан йыйылған аҡсаға уны һатып алырға әҙерләнеп бөткәйнем. Әммә тәгәрмәскә таяҡ тыҡтылар,—тип белдерҙе Баймаҡ-тың билдәле эшҡыуары Альберт Әхтәр улы Йосопов.

—Беҙ ҡаршы түгел. Тик алып ебәргәндән һуң уларҙың ҡырылыуы ихтимал. Әйҙә, ғалимдарҙың яуабын көтәйек. Өйрәнһендәр, беҙгә яуап бирһен-дәр, күлде таҙартайыҡ, шунан бергә балыҡ ебәрер-беҙ. Бөгөн минең төп маҡсаттарымдың береһе—Талҡаҫты һаҡлау, уны ил кимәлендә айырым һаҡ-лана торған территориялар исемлегенә индереп, Мораҙым тарлауығындағы кеүек милли зона бул-дырыу теләге бар,—тине Зариф Закир улы.

Ғөмүмән, был секцияла һөйләшеү бик фәһемле, ҡапма-ҡаршылыҡлы, ҡыҙыу барҙы. Йыйылған ир-егеттәр күп һорауҙар бирҙе, тәҡдимдәр индерҙе.

Башҡа секцияларҙа ла эшлекле фекерҙәр яңғыраны. Уларҙың модераторҙары форумды йомғаҡлау өлөшөндә ҡыҫҡаса үҙ йүнәлештәренә байҡау яһап, халыҡҡа дөйөм фекерҙе еткерҙе. Мәҫәлән, сәләмәт тормош, спорт һәм суррогат эсем-леккә ҡаршы көрәш йүнәлешендә эшләүселәр мәсет һәм башҡа дини йорттар урынлашҡан ергә яҡын магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр һатылыуын өнәмәй һәм сауҙаны тыйырға тәҡдим итә. Шулай уҡ йәштәрҙе ғаилә менән бергә спортҡа ылыҡтырырға, спорт майҙансыҡтары эшләргә өндәнеләр.

Патриотик тәрбиә һәм хоҡуҡи белем биреү секцияһы модераторы Илдар Хәмитов йәштәргә тарихты, тарихи шәхестәребеҙҙе өйрәтеү менән бергә тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү мөһим тип билдәләне.

—Секцияла ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы походтарға йөрөтөүҙе тергеҙер кәрәк тип иҫәпләй. Был тыуған яҡ тәбиғәтен яҡшыраҡ белергә, яратырға мөмкинлек бирә. Дәрестәрҙә ваҡыт етмәһә, түңәрәктәрҙә, секцияларҙа патриотик тәрбиәгә баҫым яһарға кәрәк. Ветерандар, юристар менән осрашыуҙар ҙа ҡамасауламаҫ. Ир-егет тәрбиәһе етмәй. Бөгөн мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында көслө заттар эшләмәй, хатта директор, етәксе вазифаларын да ҡатын-ҡыҙҙар алып бара. Уйланырға кәрәк,—тине Илдар Сәлихйән улы.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм секцияһы ла бик уңышлы эшләне, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләштеләр. Был йүнәлештең модераторы Артур Мираҫ улы Иҙелбаев әйтеүенсә, бөгөн күп-тәр дәүләт тарафынан эшҡыуарҙарға күрһәтелгән ярҙамды, программаларҙы белеп бөтмәй. Тимәк, был юҫыҡта эшләргә, йәштәргә аңлатырға һәм ярҙам итергә кәрәк.

—Әбйәлил районында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнәм. Айғырбатҡанда 700-ләп йылҡым бар. Киләсәктә фермер булып ҡына түгел, туризмды үҫтереүсе булараҡ та эшләп ҡарарға теләйем. Әле биләмәлә бер йорт бар, икенсеһе төҙөлә. Киләсәк-тә тирмәләр ҡуйып, туристар йәлеп итергә уй бар,—ти йәш эшҡыуар Айбулат Фәттәхов.

—Ысынлап та, элек фермерҙарға бындай хоҡуҡ бирелмәй ине. Тик унда йорттар ҡуйып, уларҙы һатырға ярамай. Ерҙәребеҙ ситкә китмәһен. Турис-тар йәлеп итергә, уларға һыбай йөрөргә, ҡымыҙ менән һыйланырға, мунса инергә шарттар булдырып, аҡса эшләү рөхсәт ителә,—ти Зариф Закир улы.

Ғөмүмән, форум көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡ-тан-асыҡ һөйләшеүгә ҡоролдо. Модераторҙар ҙа,райондарҙан килгән ябай һөнәр эйәләре лә ултырған ерҙән һорау ҙа бирә алды, фекер ҙә әйтте, тәҡдим дә еткерҙе. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Ир-егеттәребеҙ бушап барған йүгәнде үҙ ҡулдарына алып, яуаплылыҡты тойоп, ошолай кәңәшләшеп эшләһә, моғайын да, ыңғай һөҙөмтәләр булыр. Әйткәндәй, был форум тәүгеһе булмаған кеүек, һуңғыһы ла түгелдер тигән ышаныс бар. Сөнки сарала ҡатнашыусылар йышыраҡ күрешергә, урын-дарҙа ҡорҙар булдырып эшләргә һүҙ ҡуйышты.

Резеда Усманова.

"Атайсал", №11, 13 март 2024 йыл

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: