Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Декабрь 2023, 11:33

Бейеү ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

        Бейеүҙең дә төрлөһө була ағай -эне, ә минең теләгем, талабым, үтенесем бер, шыршы урынында һәр саҡ ата-әсә ышыҡ, хәүефһеҙ, йылы, ҡотло йорттай, ел-ямғырҙан ышыҡланыр ышаныслы ҡаялай баҫып торорға бурыслы, һәм бына ошо һис ҡаҡшамаҫ донъя күсәрен уратып бәхетле, йәндәре, күңелдәре туҡ  балалар әйлән-бәйләнде бейеп йөрөргә тейеш. Бейеүҙең йәме, йәшәйештең матурлығы шунда!

   Әйтеремде бик йыраҡтан, уратып башламаҡсымын. Әҙәм балаһын бейеү сәнғәте борон-борондан оҙата килә. Быға Шүлгәнташ (урыҫса ла Капова пещера түгел, Шулганташ) мәмерйәһенең стенаһындағы һүрәттәр асыҡ дәлил. Кеше ҡыуанғанда, күңеле елкенгәндә, йәне осонғанда, көнитмеше түңәрәк, йәнселмәгән саҡта гелән ҡоласын йәйеп бейергә төшөп киткән һәм китә.

     Мәгәр бейеүҙәрҙең дә төрлөһө була.

     Ауылыбыҙҙың ос яғында, беҙҙән өс өй арыраҡ, сыуаш ҡатыны йәшәне. Төҫө-башы ла сеп-сей сыуаштыҡы: һарғылт тиреле асҡалаҡ йөҙ, күрәғарараҡ, өҙлөкһөҙ йәштәре субыр-ҙаған, ҡабаҡтары ҡыҙарыңҡырап күренгән зерә зәңгәр күҙҙәр, көрән һары сәстәр. Холҡо-на килгәндә - ҡунаҡсыл сыуаштарға хас ихлас, йомарт, мәрхәмәтле, бөтмөр, эшлекле ине. Өҫтөнә кейгән кейемдәренә килгәндә, гел бер төрлө, ҡайҙа барһа ла йоҡа күлдәгенең өҫтөнән еңдәре, итәге ҡыҫҡа, ҡыҫынҡы булғанлыҡтан төймәләре көскә эленгән пинжәккә та-ртым ҡара төҫтәге ҡатын-ҡыҙҙар костюмын кейҙе. Мин уны бына ошо күрмәлекһеҙ костюмы менән ҡуша килеп тыуғандай ҡабул итә инем.Ул беҙҙән өс-дүрт саҡырым арыраҡ, район үҙәгенә йүнәлгән юлдан уң яҡ ҡулда ятҡан Әпсәтәй утарынан ине шикелле. Бөгөн ул утар һыуы ҡасҡан инештәй ҡороған, ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, мәңгелек көмбәҙендәге исемлеккә һыймай иреп ғәйеп булған, хатта ҡасандыр, усаҡ яғып мөрйәһенән төтөн ауалатҡан йорттарҙың нигеҙ урындары ла беленмәй, зыярат таштары ла әхирәткә күскән әруах артынан ергә һеңеп күмелгән. Хәҙер ул урын кемдеңдер сабынлығы ла шикелле. Әгәр, бер килеп, ошо, 20-се быуат урталарында 25-30 хужалыҡтан ойошҡан утар өлкән быуындың хәтеренән дә юйылһа, ер йөҙөндә ҡасандыр был урында кешеләр йәшәгәнен дә онотасаҡтар. Кешеләр ҙә, утар ҙа, зыярат та ер битенән юйылған, ә бит ҡасандыр йәшәп киткән, ҡара тирен түккән, ҡыуанған, бошонған, хатта ҡабатлап әйтер инем, ҡайһы саҡ, байлыҡҡа юлығып ат башындай алтын тапҡандай бейеп тә киткән әҙәм балаһын оноторға хаҡыбыҙ юҡ!  Апайҙың исеме ҡыҙ сағында Прасковья булған тиҙәр, башҡорт мөхитенә килгәс күҙ менән ҡаш араһында Барункаға әйләнгән дә ҡуйған. Бына ошо үтә сәйер, ҡол-аҡҡа ятышһыҙ исемен ҡабул итеп, шыҡһыҙ атама менән өндәшеүҙәренә ҡайырылып ҡарап, күнеп, күнегеп көн итте. Таҙа итеп, бер ниндәй ыҡ-мыҡһыҙ, башҡортса һөйләште, һирәкләп, моңайған саҡтарында моңһоҙ ғына итеп"Түңәрәк күл" йырын да һуҙғылап ала торғайны. Ире эшләп йөрөгән ерендә, яҙғы сәсеү мәшәҡәттәре осланды ғына тигәндә Һаҡмар  йылғаһының текә ярынан ауып, тракторы аҫтында ҡалып фажиғәле үлеп, еткән ҡыҙы совхоз үҙәгенә кейәүгә сығып киткәс яңғыҙы йәшәне. Ауыл халҡы ҡабул итһә лә ҡайҙа ла тыуған-тыумасаһыҙ, һыйыныр әҡрәбәһеҙ көн итеү, билдәле, бер кемгә лә еңелдән түгел. Донъя көтөү, йорт хәстәре сибек иңенә ятҡас былай ҙа ел осороп алып китерҙәй йоҡа кәүҙәһе тағы ла тартылыбыраҡ, кесерәйеберәк китте, һөйөнөстәренән ғәйре бошоноу-ҙары, хәсрәтләнеүҙә-ре күберәк ине буғай, уның. "Кеше күңеле ҡара урман", тиҙәр бит, сит-яттың яҙмыш кисерештәрен ҡайһылайтып ҡына һиҙеп, белеп бөтмәк?! Участка да-уаханаһында кер йыйыусы, бер юлы йыйыштырыусы, беҙҙеңсә итеп әйткәндә пырашка (прачка), санитарка булып эшләне. Дауахана керҙәрен, атап әйткәндә, юрған тыштарын, простыняларҙы көн һайын алып ҡайтып йыуып, ишек алдын тотошлайы менән ябып элеп ташлар булды. Ул заманда кер йыйыу машинкаһы ҡатын-ҡыҙҙың хыялый төшөнә лә инеп сыҡмай ине әле, шуға оло кәритә тултырып, ҡалай ҡулайламала тығырлатып ҡырып, хужалыҡ һабыны менән ҡат-ҡат ышҡып, аҡтан-аҡ итеп, йыуа ине егәрле апай. Бар белгәне, йыл әйләнәһенә башҡарған шөғөлө шул. Һөнәрҙәренә ярашлы малсыға силос еҫе һеңә ғәҙәттә, медицина хеҙмәткәренә йод менән хлорка, механизатор иһә мазутҡа бата, Барунка апайҙың көндәр буйы һыуҙан сыҡмаған нәп-нәҙек бармаҡтары ла ҡып-ҡыҙылға һәм ҡаҡ һөйәккә ҡалғайнылар.  Әле килеп, йәшәйеште бысраҡлыҡ, әшәкелек, хаяһыҙлыҡ баҫҡан дәүерҙә уйлап ҡуям, изге һөнәр эйәһе булған Барунка апай, ул саҡтағы йәшәүебеҙҙе керҙән арындырған, таҙа иткән, сафландырған. Ә инде, миңә ҡалһа Барунка апайҙың  транса ҡыйыҡлы өйөн гелән аҡ елкәнле карапҡа оҡшатып ҡабул итә инем, бына уның то-рлағы көтмәгәндә елгә эйәреп хәрәкәткә килер ҙә билдәһеҙ тарафҡа һыу ыңғайына ағып китер һымаҡ тойолдо. Елкәнле караптың алыштырғыһыҙ капитаны Барунка апайҙың көн итеүе, "Түңәрәк күл" йырындағы һымаҡ түңәрәк тә, бөтөн дә булманы, шуны аныҡ беләм. Тағы ла бер сетерекле мәсьәләне ҡуҙғатмай хәлем юҡ. Тырышып, ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәткәрҙе бер осор коллективы "В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл" миҙалына тәҡдим иткәндәр, йәнәһе лә. Ул лайыҡлыға тейеш миҙалды бер етәксе үҙенең түшенә үҙе ҡаҙап та ҡуйған, тип һөйләнеләр аҙаҡ. Ни хәл итәһең инде, кемдең ҡулында, шуның ауыҙында! Бө-гөн, миҙал-ордендарҙы, почетлы исемдәрҙе уңлы-һуллы таратҡанда аптырайһы түгел, рухи юғарылығыбыҙ элек нисек булһа әле ла шул сама.

     Ситтә уҡып йөрөгәндә шыршы байрамына ҡайтҡайным, кис менән әсәйем менән ауыл клубына барҙыҡ. Өлкән йәштәгеләр өсөн ойошторолған шыршы байрамына. Беренсе ку-рста ғына уҡыһам да, ололар йыйылған ергә барыу минең өсөн оло мәртәбә ине. Өҫтөмдә ауылда ҡалған тиңдәштәрем һис ҡасан кейеп ҡарамаған ҡара төҫтәге, эске өлөшө һырылған мамыҡ бишмәттән ары китмәгән болонъя куртка, башымда Сибай баҙарынан һатып алынған, аҡтан-аҡ ҡуян кәпәсе (бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙаған, тиҙәрме әле?) үҙемдән әллә ҡайҙан, ул саҡтағы дефицит тауар иҫәпләнгән "Сашка "одеколонының ҡырҡыу еҫе борхой. Бер һүҙ менән әйткәндә кәттә егетмен, кәттә булғас бер аҙ һауалыҡ, борсаҡты эр-енән ярыу ҙа бар.  Халыҡ үтә лә күп, һәммәһе зал уртаһына ҡуйылған шыршыны уратып ултырған. Иң осонда ҡыҙыл йондоҙо балҡыған социализм шыршыһының күркәмлеге, Яңы Йыл "кейеме" төҫлө ҡағыҙҙарҙы ҡырҡып эшләгән, сылбырҙар, кәмәләр, әтәстәрҙән ғибәрәт. Шул, ихласлыҡ йылыһы ҡушылған ҡағыҙ шыршыны һағынам бөгөн, әлеге көн-итмештә тыштан ялтырайбыҙ-шалтырайбыҙ ҙа ул, тик нишләптер эстән ҡалтырата. Баш осона ептәргә теҙеп ҡар бөртөктәренә оҡшатып мамыҡ элеп ташлағандар. Тәүҙә, тамаҡ ярып, һөрән һалып лоторея билеттары уйнаттылар. Иң ҙур, иң төп бүләк 3 һум 62 ике ти-нлек аҡ араҡы. Уны өлөшлө отоусының артынан ир-ат клуб күтәрмәһенә сығып юғалды. Шунан маскарад парады башланды, ул урындар билдәләп, бүләкләүҙәр менән тамамлан-ды. Иң аҙаҡтан клуб мөдире гармунын һыҙҙырып ебәргәйне, әҙәм балаһына елкенеүле байрам кәрәк бит, ауылдаштар кемуҙарҙан бейергә төшөп киттеләр. Иң башта һайт-һайтлап сатан Мырҙабай юрғалап алды ла, тол көн иткән Хәлимәгә килтереп баҫты. Ҡылт ит-еп ошо урында Рафаэль Сафиндың, “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” тип аталған шиғыры иҫкә килеп төштө.  Әсәйем шыршыны уратып бейеп алды ла йәнәшәһендәге әхирәте Барунканы саҡырҙы. Тегеһе аяҡтарын көскә һөйрәп тыпырҙап йөрөп әйләнгән булды, һәм кире урынына килеп бөршәйгәс әйткәне шул булды: “Аяҡтар бейеү менәнме ни, күңелең бейемәгәс!”

     Бына ошо әйткәндәр нишләптер күңелемдә һеңеп ҡалдылар, уңалмаҫлыҡ, бөтәшмәҫлек булып йәнемә уйылдылар. Шуға бейеүсе бейергә төшөп китһә уны һынап ҡарап күҙ-әтеүҙе ғәҙәт итеп алғанмын: бының аяҡтарына ҡушылып күңеле, йәне, булмышы бейейме икән? Ә бит теләкһеҙ тыпырҙауҙың күркәмлеге лә, мәғәнәһе лә самалы.

     Приютта шыршы байрамы бара. Нишләптер ошо һүҙҙе яратмайым, ҡабул да итмәйем. Килешле һүҙҙең мәғәнәле тәржемәһе була, ә был урыҫ телендә ҡалған, һәм "приютиться" һүҙенән ҡыҫҡарып барлыҡҡа килгәндер. "Приютиться", тимәк, ваҡытлыса һыйына торған урын, туҡталҡы, тик ваҡытлыса, тән-йәнде йылытыр  торлаҡ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы приютта балалар бихисап. (Улар ғынамы ни, урамдар, подъездар асарбаҡтар менән тулған!) Төрлө йәштәләр, ала-сола, ни етте шуны кейгәндәр. Һис бер кемгә ғәйеп ташларға йыйынмайым, әммә беҙҙә: "Ана һөтө менән инмәгән, тана һөтө менән инмәй!" тип әйтелгән тапҡыр әйтем бар, бында эшләгәндәр эшлеклеләр, ихластар, миһырбанлыларҙыр ҙа, бәлки, мәгәр, ана шул "ана һөтө"н бер ниндәй "күгәрсен һөттәре" алыштыра алмай. Тағы шуға иғтибар иттем, һәр баланың күҙендә тәрән һағыш, йөҙҙәренә юйылм-аҫлыҡ кимәлдә ҡурҡыу, хафаланыу һәм хәүеф Яңы Йыл битлегеләй һылашҡан. Приют етәкселеге бындағыларҙың яҙмышын, йәшәү рәүешен түбәндәгесә аңлатты: “Ташландыҡ-тар, ни хәл итәһең. Кемеһе үҙ теләге менән балаһынан баш тартҡан, кемеһендер ата-әсәлек хоҡуғынан яҙҙырғандар. Бында алты ай самаһы булалар ҙа үҙ теләктәре менән уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыусылар булмаһа, йә аҡылына   ҡайтып теге йүнһеҙҙәр килмәһә балаларҙы балалар йортона оҙатабыҙ...” Ошо әйтелгәндәрҙе ишеткәс байрам кәйефе ҡул менән һыпырып ырғытҡандай юҡҡа сыҡты. Шыршы байрамына төрлө ойошмаларҙағы етәкселәр затлы бүләктәрен тотоп килгәндәр, изге теләктәрен әйтеп, тәртипле-тәрбиәле булырға өндәп, яҡшы уҡырға саҡырып сығыш яһап килтергәндәрен тапшырҙылар. Йәнемде иң-рәүле уй сыйып үтте: “Тәрбиәне бит бары ғаиләлә бирәләр, йәнә был тәңгәлдә затлы бүл-әктәр артыҡ, һәм был бисараларҙа уҡыу ҡайғыһымы?..” Ни хәл итәйем һуң, башҡалар ише уйлай, фекерләй, һығымта яһай белмәйем шул, башҡалар һендәре ҡатып көлгән ер-ҙә күҙҙәремде йәшкәҙәтеүем дә бик ихтимал...

       Иң тетрәндергәне шул булды, иң аҙаҡтан ташландыҡ балалар шыршыны уратып бе-йергә төшөп киттеләр. Күреп торам – аяҡтары тыпырҙай, әммә йәндәре боҙҙай ҡатҡан. Аяҡтар тыпырҙайҙар ҙа ул, ә нығынып етмәгән аңдарында ниндәйерәк уйҙар сыуала икән, белергә ине... Шул мәл күп йылдар элек Барунка ап-айҙың әйткәндәре ҡолағымда яңғыр-ап киттеләр: “Аяҡтар бейеү менәнме ни, күңел бейемәгәс...”

       Ташландыҡтар ваҡыт-ваҡыт ишек яғына ҡараш ташлап алған булалар, һиҙәм – бына-бына килеп инерҙәр, тип, яҡындарын көтәләр...

       Бейеүҙең дә төрлөһө була ағай -эне, ә минең теләгем, талабым, үтенесем бер, шыршы урынында һәр саҡ ата-әсә ышыҡ, хәүефһеҙ, йылы, ҡотло йорттай, ел-ямғырҙан ышыҡланыр ышаныслы ҡаялай баҫып торорға бурыслы, һәм бына ошо һис ҡаҡшамаҫ донъя күсәрен уратып бәхетле, йәндәре, күңелдәре туҡ  балалар әйлән-бәйләнде бейеп йөрөргә тейеш. Бейеүҙең йәме, йәшәйештең матурлығы шунда!

Бейеү ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Бейеү ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Автор:Хайдар Тапаков