Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Октябрь 2023, 15:28

Совет кешеһе ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

          Совет кешеһен таныу, айырыу, күреп алыу ауыр түгел. Уны ваҡыт һынауы үҙгәртә алмай, ҡиблалар, тарафтар буталыуы аҙаштырмай. Беҙҙең заманда һәр сифатлы тауарға СССР-ҙа эшләнгән, тигән биш мөйөшлө махсус сифат тамғаһын баҫа торғайнылар. Совет кешеһенең күңеленә, йәненә, булмышына, хатта өҫтәп әйтер инем яҙмышына ана шул һис ҡасан юйылмай торған сифат тамғаһы баҫылған!

Совет кешеһе ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Совет кешеһе ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

    Мин ауыл Советында рәйес булып эшләп йөрөгәндә ветерандар Советын һуғыш ветераны Ғәбделсабир ағай, ҡатын-ҡыҙҙар Советын иһә элекке уҡытыусым Әлифә апай етәкләне. Иртә таң менән минең килгәнемде ауыл Советы бинаһының күтәрмәһендә көтә инеләр, шуға һуңғараҡ, эшкә бер сәғәт самаһы алдан килеүҙе, ғәҙәт итеп алдым, хәҙер ҙә шул холҡомдо ташламағанмын. Иртә килеүҙең рәхәтлеге – йәйелеп китеп үҙ алдыңа эшләй-һең, инеп-сығып маҙаһыҙлаусы, шылтыратып йомош таптырыусы юҡ.  Был икәү инәләр ҙә кисәге көн эшләнгән эштәренә отчет бирәләр, алдағы көндәрҙә билдәләнгән пландары менән уртаҡлашалар. Бер ҡайҙа юлланырға булһалар, инеп ғариза яҙып рөхсәтемде алып китәләр. Ә бит улар ғәмәлдә был эштәрҙе йәмәғәт башланғысында ғына башҡара инеләр бит. Хәҙер уйлап ҡуям, бына ошо, күпте күргән, күпте кисергән, тырыш, эшһөйәр кешеләр менән ҡулға ҡул тотошоп эшләүе ҡайһылай ҙа еңел булған, улар мине хеҙмәткә, ныҡышмаллыҡҡа, теүәллеккә, таң һарыһынан эшкә килергә өйрәттеләр!

    Әле күптән түгел Сбербанк офисына инеп картанан аҡса алырға иттем. Автомат янында апаруҡ ҡына халыҡ йыйылған. Сиратым еткәс ике тапҡыр пароль йыйырға маташһам да “сбой” күрһәтеп тик тора. Булманы был, тип ҡул һелтәргә тура килде. Сығып күҙ күреме ер киткәйнем артымдан өндәшеү ишеттем:

     - Товарищ, подождите!

     Туҡталдым:

     - Слушаю вас?

     - Вы на автомате оставили свои деньги! – Сиратта минең артҡа баҫҡан өлкән йәштәрҙәге ҡарсыҡ биш мең аҡсаны һуҙа.

     Баҡтиһәң автомат “сбой”, тип күрһәтһә лә ябылмалы табаҡсаһына миңә тейеш аҡса-ны сығарып һалған икән!

     - Большое спасибо, вы очень добрый, порядочный человек! – Рәхмәтле ҡарап, киң йылмайып ебәрҙем.

     Шулай итеп ун ике мең тирәһенә осто саҡ осҡа ялғап көн иткән ҡарсыҡ минең аҡсам-ды ҡайтарып бирҙе. Әгәр минең артыма интернет аша юҡ-бар хәбәр яҙып алдашып, теләһә кемдән аҡса таптырған бер елғыуар баҫҡан булһа?!

     1991 йылға саҡлы илебеҙҙә ғәҙеллек, дөрөҫлөк, миһырбанлыҡ, тыуған ергә бирелгәнлек, эшһөйәрлек ҡамырынан әүәләнгән аҡыллы, белемле, рухи яҡтан сыныҡҡан халыҡ йә-шәне. Бөтәһе лә улай түгел ине бит, тип ҡаршы төшөргә маташыр бәғзе берәү. Минең хәтеремдә фәҡәт шундайҙар ғына ҡалған, ҡалғандарын онотоп бөткәнмен күптән. Улайға уҡ китһә һәр осорҙоң үҙ таҙы, тигәндәй, аҡ менән ҡара, яҡшы менән яман, иман менән иблеслек, әсе менән сөсө, һалҡын менән йылы ҡатарҙар, ожмах менән тамуҡ йәнәш торған кеүек уларҙың береһен икенсеһенән айырыу мөмкин дә түгел. Әҙәм балаһы яҡшыны, матурҙы, күркәмде, йәмлене йәнендә йөрөтөргә тырыша, ана шул теҙмәләрҙән өмөт төшөнсәһе туҡыла, хасил була ла инде.

    Совет кешеһен таныу, айырыу, күреп алыу ауыр түгел. Уны ваҡыт һынауы үҙгәртә алмай, ҡиблалар, тарафтар буталыуы аҙаштырмай. Беҙҙең заманда һәр сифатлы тауарға СССР-ҙа эшләнгән, тигән биш мөйөшлө махсус сифат тамғаһын баҫа торғайнылар. Совет кешеһенең күңеленә, йәненә, булмышына, хатта өҫтәп әйтер инем яҙмышына ана шул һис ҡасан юйылмай торған сифат тамғаһы баҫылған!

Автор:Хайдар Тапаков