АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Май 2023, 12:15

Яугирҙәр осрашты

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев яҡындары, туғандары янына 2 аҙналыҡ ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуын дауам итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә үткән сираттағы сараға 4 кеше килде. Улар фронт һыҙығындағы көнкүреше, хәрби бурыстары, түләүҙәр, ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләне. Яҡташтар эшҡыуар Батыр Рысҡужин эшләп ебәргән күсмә мунса өсөн ҙур рәхмәт әйтте: -Рәхәтләнеп йыуынабыҙ. Шулай ҙа бер мәл шартлау аҫтында ҡалып емерелеп алды. Атыш, шартлау тауыштары тынғас та кире тергеҙҙек,--ти яугирҙәр.

Яугирҙәр осрашты
Яугирҙәр осрашты

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ мәктәп уҡыусылары фронтҡа яҙған хаттар күңел йылылығы биреүенә, тыуған яҡтан сәләм алып килеүенә ҡыуанды. Байрам менән ҡотлау открыткалары алыуы ла ҡыуаныслы, ти ир-егеттәр.

Дөйөм алғанда, улар алғы һыҙыҡтағы тәьминәт менән ҡәнәғәт.-Тушенка, носкилар етерлек. Тәм-том ғына артыҡ булмаҫ,--тип йылмайҙы улар.

Тағы шуны хәбәр итәбеҙ: Урал аръяғы халыҡ мәшғүллеге район-ара үҙәге директоры Руслан Хәбиров «Төньяҡ амурҙары» башҡорт ирекле батальоны составына ҡушылды. Әлеге ваҡытта ул хәрби әҙерлек үтә, унан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Ул алғы һыҙыҡтағыларға медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

Руслан Юныс улы халыҡ мәшғүллеге үҙәген 14 йылдан ашыу етекләне. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының хәрби кафедраһын тамамлаған, һөнәре буйынса табип-хирург.

Етәксе мохтаждарға медицина ярҙам күрһәтеүҙе үҙ маҡсаты итеп ҡуя, бындағыға ҡарағанда унда файҙам күберәк була, тип иҫәпләй. Уға имен хеҙмәт, көс-ҡеүәт, рух ныҡлығы теләйбеҙ!

Яугирҙәр осрашты
Яугирҙәр осрашты
Автор:Гульдар Кадаева