АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
28 Апрель 2023, 08:45

Алданмағыҙ!

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге төрлө профилактик саралар уҙғарып тороуға ҡарамаҫтан, муттар тоҙағына эләгеүселәр һаны кәмемәй. Быйыл ғына алданыусылар 7 миллион һум күләмендә зыян күргән. Яңыраҡ ҡына Сибайҙа йәшәүсе ҡатын мутлыҡ ҡылыусыларға 2 миллион һум аҡса күсергән. Зыян күреүсегә таныш булмаған кеше шылтыратып, үҙен Үҙәк банк хеҙмәткәре итеп таныта һәм уның исеменән Украина экстремист ойошмалары иҫәбенә шикле транзакциялар башҡарылыуы хаҡында хәбәр итә.

Алданмағыҙ!
Алданмағыҙ!

Шулай уҡ дәүләткә хыянат өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыу һәм улар менән хеҙмәттәшлектән баш тартҡан осраҡта был хәлде барыһына ла фаш итеү менән янай. Мутлыҡ ҡылыусылар зыян күреүсе менән 5 көн бәйләнеш тота. Был арауыҡта ҡатын банк бүлексәләре буйлап йөрөп, кредиттар юллай.

Шул уҡ ваҡытта мутлашыусылар ҡатынға был хәлгә тарыуын бер кемгә лә әйтмәҫкә һәм кредит юллағанда аҡса алыуҙың маҡсатын өйөнә ремонт яһауға алам, тип әйтергә ҡуша. Шулай итеп, зыян күреүсе аҡса ҡолдары әйткән төрлө банк иҫәптәренә 2 000000 һум аҡса күсерә. Ҡатынды улар күсергән аҡсаң кире үҙеңә ҡайта тип ышандыра.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк, эске эштәр министрлығы, федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре граждандарға банк карталарына аҡса күсереүҙе һорап бер ваҡытта ла шылтыратмай. Ошондай хәл килеп тыуһа, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ.

Гөлнара Аҡаева, тәфтишсе, юстиция капитаны.

Автор:Гульдар Кадаева