Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Апрель 2023, 09:35

Яҡташтар ялға ҡайтты

Быйыл 21 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярты йыл һайын 14 көнлөк ял биреү тураһында тәҡдим яһағайны. Ил башлығының тәҡдиме үҙ көсөнә инде – алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ өйҙәренә ике аҙнаға ялға ҡайта башланы. Улар араһында сибайҙар ҙа бар. Апрель аҙағына ҡәҙәр 20-ләп ир-егеттең ялға ҡайтыуы көтөлә.

Яҡташтар ялға ҡайтты
Яҡташтар ялға ҡайтты

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә алғы һыҙыҡтан ялға ҡайтыусы ир-егеттәр менән осрашты. Улар сараға ғаиләләре менән килеүе ҡыуандырҙы.

Яугирҙәр үҙҙәре менән таныштырғандан һуң урман-ялан шарттарындағы көнкүрештәре, хәрби бәрелештәр, туғанлыҡ, дуҫлыҡ тураһында һөйләне.

-Мобилизация башланғас та хәрби хеҙмәткә саҡырылдым. Әлеге ваҡытта яҡташтар менән бергә алғы һыҙыҡтабыҙ. Посылкалар алып торҙоҡ, әммә йыш түгел. Көнкрешебеҙ хәрбиҙәрсә,--тип һөйләне Ғ. исемле ир-егет.

Уның һүҙҙәрен Д. ҡеүәтләне.

-Хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, кәләш менән никахыбыҙҙы рәсмиләштерҙек. Башта ауыр булғайны, әле барыһы ла ҡәнәғәтләнерлек, түҙерлек. Кеше бит бөтә нәмәгә лә өйрәнә.

-Мобилизация башланған осорҙа билдәһеҙлек ҡурҡытты. Әле беҙ ялдан һуң киткәндә ҡайҙа барырыбыҙҙы, беҙҙе нимә көткәнен беләбеҙ. Шуға ла борсолмайбыҙ,--тине Р. исемле өсөнсө яҡташ.-Әлбиттә, унда еңелдән түгел. Ғаилә, балалар, туғандар һағындыра. Ашау яғы яҡшы, әммә кәләшең бешергән тәмле ризыҡҡа етмәй. Сит ерҙә барыһы ла танһыҡ: милли ризыҡ та, көй ҙә, һөйләш тә.

Ирҙәрең һүҙҙәренә ҡатындары ла ҡушылды:

-Быға ҡәҙәр гел бергә булғас, иремдең өйҙә юҡлыҡы ныҡ һиҙелде. Шәхси йортта йәшәгәс ир көсө бөтә урында ла талап ителә. Башта ныҡ ҡайғырҙыҡ. Әле бына үҙе янда булғас, күңел тыныс.

-Һеҙ бәхетле, минең ирем әле лә унда. Көндә иртәнән кискә ҡәҙәр балалар менән “барыһы ла яҡшы” тигән СМС-хәбәрен зарығып көтәбеҙ,--тине осрашыуға килгән күп балалы әсә, күҙ йәштәрен тыя алмай. Ғәзиз улдарын көткән ата-әсәләр ҙә яугирҙәрҙең һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы.

Өлөшләтә мобилизация һәр кемдең тормошҡа ҡарашын үҙгәртте: йәшәүҙең мәғәнәһе, ҡиммәттәр икенсе төҫ алды, ир-егеттәребеҙ ҡыйыуланды, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ нығынды.

-Алғы һыҙыҡта йөрөгәндә йортоңда ышаныслы тылың булыуын, Тыуған илеңдең азатлығы, именлеге өсөн көрәшеп йөрөүеңде тойоу көс бирә. Беҙҙе өйҙә көтөүҙәре йәшәтә. Алты ай эсендә илебеҙ халҡы бер ҙур ғаиләгә әүерелде: өләсәйҙәр йөн ойоҡ бәйләне, ҡатын-ҡыҙҙар балаклава текте, ир-егеттәр мунса һәм буржуйка яһаны, ә балалар эстәлекле итеп хат яҙҙы, һүрәттәр төшөрөп ебәрҙе. Рәхмәт барыһы өсөн дә! Төрлө хәлдәр була, әммә беҙ ныҡ булырға, дошманды еңергә тырышабыҙ,--тип һүҙҙәрен йомғаҡланы осрашыуҙа ҡатнашыусылар.

Яугирҙәр балаларҙа кес кенә йәштән ватансылыҡ тойғоһо, рух ныҡлығы тәрбиәләү зарурлығын да әйтеп үтте. Улар хатта ҡыҫҡа ғына ялдарының ниндәйҙер өлөшөн уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында “Батырлыҡ дәрестәре” уҙғарыуға бағышларға әҙер.

- Беҙҙең ир-егеттәр—беҙҙең ғорурлыҡ. Илебеҙ именлеге өсөн улар ғаиләләрен, йорттарын, эштәрен ҡалдырып яуға китте. Ваҡыт уларҙы һайланы: улар бөгөн бөйөк тарихи миссияны үтәй. Ил тыныслығы өсөн улар ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Имен-һау булһындар, тыуған яҡҡа еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар!—тип теләне Азамат Мырҙағәле улы ла.

Ринат Муллагилдин фотолары.

Яҡташтар ялға ҡайтты
Яҡташтар ялға ҡайтты
Яҡташтар ялға ҡайтты
Автор:Гульдар Кадаева