Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Март 2023, 12:35

Эше--еңел, язаһы--ауыр

Һуңғы арала йәштәр интернет селтәре аша еңел аҡса эшләргә ынтылып тора. Илерткес матдәләр һатыусыларға был уңай ғына: ҡыҙҙар-егеттәрҙең аңын томалап, балиғ булмағандар ҡылған эштәре өсөн бер ниндәй енәйәти яуаплылыҡҡа арттарылмай тип, уларҙы упҡынға этәрә. Миҫал эҙләп ситкә йөрөргә түгел. Ғинуар айы буйы беҙ йәшәгән ҡасаба урамында таңдан шикле егеттәр йөрөүен күрҙек. Улар иртә менән урам осона такси менән килеп төшә һәм һәр йорттоң ҡапҡаһы, гараж ҡапҡаһы каркастарын ҡапшап нимәлер эҙләй. Һәр йортта тиелек ҡуйылған видео күҙәтеү камералары ла уларҙың ҡылығын, хатта йөҙөн асыҡ күрһәтә. Бер көндө уларҙың беҙҙең тапҡыр килеп етеүен көтөп торҙом. -Егеттәр, нимә эҙләйһегеҙ ул?—тип һораным. Уларым башҡортсалап тороп аҙаштыҡ, такси көтәбеҙ, тиҙәр.

Эше--еңел, язаһы--ауыр
Эше--еңел, язаһы--ауыр

Шикле йәштәр иртәле-кисле күренә башлағас, урам ҡатындары яҡты мәлдә сығып һәр йорт янын ҡарап сығырға булдыҡ. Шул ваҡытта яңғыҙ йәшәгән ирҙең ихатаһы алдында бәләкәй генә полиэтилен ҡапҡа нәҙек кенә итеп төрөлгән таяҡсалар һалынған әйберҙәр табып алдыҡ һәм полицияға тапшырҙыҡ. Шунан һуң егеттәр күренмәй башланы. Ә бит был егеттәр кемдеңдер ғәзиз балаһы. Еңел юл менән аҡса эшләйбеҙ тип насар юлға төшкәндәр. Бәлки, улар үҙҙәре үлемесле матдәне ҡулланмайҙыр, әммә таратып йөрөүҙәре ҡурҡыныс бит әле.

-Хоҡуҡ һағы органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештеренең береһе--наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау, киҫәтеү һәм асыу иҫәпләнә. Әммә был эш еңелдән түгел, сөнки енәйәти бизнестың алымдары йылдан-йыл камиллаша, үлем менән һатыу итеүселәрҙе тотоуы бик ауыр,--ти Сибай ҡалаһы прокуроры урынбаҫары Фәнил Мортаев.-Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа наркобизнес ҡороусылар был юҫыҡҡа үҫмерҙәрҙе, быуындары ла нығып етмәгән йәштәрҙе күпләп йәлеп итә. Улар наркотиктар ҡулланмай, ә уларҙы тарата ғына. Бында, йәнәһе, енәйәт юҡ. Еңел аҡса эшләргә теләүсе йәштәр ниндәй ауға эләгеүҙәрен аңлап та етмәйенсә эш итә.

Илерткес матдә таратыусының төп эше--магазин һәм ҡулланыусы араһында бәйләнеш булдырыу. Таратыусыға билдәле күләмдә наркотик матдәләр бирелә һәм ул “аҡ үлемде” әйтелгән урындарға алып барып һала. Ҡарап тороуға, бик еңел шөғөл. Тормош тәжрибәһе булмаған йәштәр был тоҙаҡҡа тиҙ эләгә. Эш биреүселәр йәнә социаль селтәрҙәр тултырып уңайлы график, юғары эш хаҡы вәғәҙәләй. Аҡса ныҡ кәрәккән ваҡытта ҡыҙҙар-егеттәр бер-ике тапҡыр һалып ҡарармын да аҡса эшләп алһам, башҡа бармаҫмын, хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәре шәйләп тә өлгәрмәҫ, эште ҡуйырмын, тип уйлай. Әммә эш биреүселәр үҙ тоҙағына эләгеүселәрҙе тиҙ генә ебәрергә ашыҡмай: аҡса биреп бармай, тауар менән алырға тәҡдим итә, өлөшләтә генә түләй һәм ҡалғанын тағы берҙе заданиены үтәгәс кенә бирәм, тип инәлтә. Мутлашыусылар ҡулына эләгеү тиҙ булған кеүек, ул тәңгәлдә карьералары ла аҙнанан ашыу ғына дауам итеүе ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр беренсе тапҡыр илерткес матдә һалғас та тотола. Эштәре ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнһә лә, язаһы ҙур һәм оҙон булыуы ғына ҡурҡыныс. Наркотик матдәләр таратыусылар 5 йылдан алып 8 йылғаса хөкүмгә тарттырыла. Шулай уҡ штраф күләме лә ҙур. Төркөм менән башҡарылған енәйәт, наркотик матдәләрҙе ҙур күләмдә таратҡан осраҡта язаһы тағы ла ауыр: 8 йылдан алып 15 йылғаса иректән мәхрүм ителеү көтөлә.

-Аҡса эшләйем тип боҙоҡ юлға баҫыусы йәштәрҙең хатаһын бер ниндәй ҙә аҡса менән төҙәтеп булмай. Ҡулың менән ҡылған эштең аҙағы төрмә булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Йәшләй генә иркеңдән мәхрүм булыу үҙеңде бәхетле, имен киләсәктән мәхрүм итеү ул. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наркотик матдәләр таратыусылар бәлиғ булмаған йәштә булһа ла енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Тиҙ аҡса эшләү, тиҙ байыуға илтмәй, әммә ғүмерлеккә енәйәтсе мөһөрөн һуға,--тип һүҙен йомғаҡланы Сибай ҡалаһы прокуроры урынбаҫары Фәнил Мортаев.

Ул шулай уҡ ата-әсәләрҙе уяу булырға, балаларының уҡыуҙан һуң нимә менән ҡыҙыҡһаныуҙарын тикшерергә, үҙҙәре биргән аҡсанан тыш алған һәр килемдең сығанағын ваҡытында асыҡларға өндәне.

Гөлдәр Ҡадаева.

фото асыҡ сығанаҡтан

Автор:Гульдар Кадаева