Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Февраль 2023, 14:20

Файҙалы эш башҡара

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе Александр Викторович Ивлев ауылдаштарына һәр яҡлап үрнәк. Ир-егет йәш быуынды тәрбиәләүгә күп көс һала, ваҡыты менән иҫәпләшеп тормай, уҡыусыларға спорт секцияларында бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуҙыра. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, мәктәп уҡытыусылары менән берлектә тәрбиәүи акциялар һәм саралар ойоштора. Беҙ Юлдыбай ауылына командировкаға барғанда мәктәпкә лә инеп сыҡтыҡ. Тап шул ваҡытта уны Юлдыбай мәктәбендә тап иттек. Тыуған яғы өсөн файҙалы эш башҡарыу йылы сиктәрендә Александр Викторович белем усағында нәфис әҙәбиәтте иң күп уҡыусы конкурсы иғлан итте.

Файҙалы эш башҡара
Файҙалы эш башҡара

-Минең әсәйем Гүзәл Зыя ҡыҙы ауыл китапханаһында эшләне һәм йәш быуында китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Әлеге ваҡытта мине балаларҙың нәфис әҙәбиәт уҡымауы борсой. Шуға ла улар тар фекерләй, хаталы яҙа. Ошонан сығып һәм әсәйемдең яҡты рухына бағышлап, конкурс ойоштороға булдым. Иң күп китап уҡыған өлкән класс уҡыусыларына—5, урта звено уҡыусыларына 3 мең күләмендә исемләнгән стипендия әҙерләнем,--ти Александр Викторович Ивлев.-Конкурстың маҡсаты ябай: финанс ярҙамы күрһәтеп уҡыусыларҙы классик әҙәбиәт уҡыуға ылыҡтырыу.

Исем-шәрифе русса булһа ла башҡортса таҙа һөйләшкән Александр Ивлев конкурсты класс етәкселәре, башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп китапханасыһы менән берлектә ойоштора. Еңеүсене ғәҙел билдәләр өсөн ул үҙе шәхсән рәүештә балаларҙың уҡыған әҫәрҙәре буйынса белемен тикшерергә иҫәп тота.

 

Автор:Гульдар Кадаева