Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
4 Февраль 2023, 16:15

АФАРИН, КҮСЕЙҘӘР!

Ошо көндәрҙә Күсей ауылының дүрт ир-егете тәүәккәлләп махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына "Ларгус" автомобиле менән юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып барып еткерҙе.

АФАРИН, КҮСЕЙҘӘР!
АФАРИН, КҮСЕЙҘӘР!

Баймаҡ районының Күсей ауылы республикала күренекле шәхестәре менән дан тота. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңһылыу Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡа ауылдаштары менән сикһеҙ ғорурлана улар.

Герой вариҫтары әле лә һынатмай. Мобилизация башланғас та Күсей ауыл биләмәһенән ундан ашыу егет махсус хәрби операцияға юлланды. Ауыл халҡы уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге уй-ниәттәр менән ҡорбан салды, аяттар бағышланы. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин булыуын улар яҡшы аңлай. Шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, тепловизор һатып алып ебәрҙеләр, шулай уҡ кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым гуманитар ылау менән оҙатылды.

Ошо көндәрҙә Күсей ауылының дүрт ир-егете тәүәккәлләп махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына "Ларгус" автомобиле менән юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып барып еткерҙе. Рөстәм Байназаров үҙенең автомобилендә Илназ Кинйәбаев, Рифат Баймөхәмәтов һәм Рушан Ишбирҙиндар менән меңәр саҡрымдар юл үтеп, Луганск ҡалаһынан ары бер урында ауылдаштары менән осрашты.

- Ике тәүлектә барып еттек, алдан уҡ ҡустыларҙың замполиттары менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Ул да үҙебеҙҙең Башҡортостан егете, Ейәнсуранан булып сыҡты. Сикте үтеп, Луганскиҙан ары бер ҡала ситендә осрашырға тура килде. Ауылдаштарҙы замполиттары машина менән үҙе алып килде. Ни бары өс сәғәт тирәһе аралашып өлгөрҙөк, шулай ҙа ҡустыларҙы күреп, уларға тыуған яғыбыҙҙың ҡайнар сәләмдәрен, посылкаларҙы тапшыра алыуыбыҙ менән бик шатбыҙ. Иң мөһиме - уларҙың күңелдәре күтәрелде, күҙҙәрендә осҡондар балҡыны, һағыныу-һағыштары аҙға булһа ла кәмене. Бер аҙ олпатланып киткән ауылдаштарға иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - ти Рифат Баймөхәмәтов.

Шулай уҡ Күсей егеттәре күрше Иҫәнбәт, Төркмән, Моҡас ауылдары һәм Сибай ҡалаһынан да бергә булған яугирҙәрҙең туғандарынан посылкалар алып барған.

Афарин, ауылдаштарым! Ауыр ваҡытта ла үҙегеҙҙекеләрҙе ташламай, меңәр саҡрым юл үтеп, ике-өс сәғәтлек осрашыу өсөн ашҡынып барыуығыҙ үҙе үк оло батырлыҡҡа тиң! Артабан да берҙәм булығыҙ, төрлө һынауҙарҙы бергә еңеп сығығыҙ! Ә инде махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәрҙең дә тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын, ата-әсәләре, һөйгән йәрҙәре һәм балалары менән осрашыуҙарын теләйбеҙ.

Билдәле сәбәптәр арҡаһында яугирҙәр менән бергә төшкән фотоларҙы һалмайбыҙ, ә бына кемдәр улар янына барған уларҙы һеҙ ҙә күрегеҙ әле.

Фото: Рифат Бөймәхәмәтов.

 
Автор: