Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
30 Ғинуар 2023, 11:50

ТАРТЫУСЫЛАР КӘМЕГӘНМЕ?

Беҙ бәләкәй саҡта уйнай беләбеҙме-юҡмы ауыҙ (ирен) гармунын алып йөрөй торғайныҡ... Хәҙерге замана балаларының ауыҙында ла шуға оҡшаш бер йәтеш әйбер. Тик унан көй түгел, төтөн сыға... Вейп тиҙәр уны, йәғни электрон сигареттар. Урамда китеп барһаң, шул күҙгә салына: һәр икенсе бала шуны тотоп йөрөй. Ярай, ҡалала аҙым һайын һатыла. Ә бына ауылдарҙағы 5-6 класс уҡыусылары уны ҡайҙан ала һуң? Магазиндарҙа булһа, ауыл һатыусыһы белә-күрә уны ниңә балаға һата? Башҡа һыймай. Электрон сигарет шулай уҡ зыянлы, һаулыҡ өсөн зарарлы.

ТАРТЫУСЫЛАР КӘМЕГӘНМЕ?
ТАРТЫУСЫЛАР КӘМЕГӘНМЕ?

Бөгөн Башинформ мәғлүмәт үҙәгенең яҙмаһына тап булдым. Тәмәке тартыусылар һаны кәмегән икән... Һәр баланың ҡулында вейп булғас, ниңәлер шик уята был мәғлүмәт. Шулай ҙа яҡшыға өмөт итәйек әле.

 

Башинформ яҙа:

Распространенность курения среди россиян с 2009 года сократилась более чем втрое: с 69% до 21%, сообщили в пресс-службе Минздрава РФ со ссылкой на статистические данные.

«Правительство и Минздрав России уже много лет реализуют последовательную политику, направленную на снижение распространенности курения (в том числе и электронных сигарет). Результаты реализации мер видны в данных статистики: по данным Росстата и GATS (глобальный опрос взрослого населения о потреблении табака), в 2009 году распространенность курения среди мужчин и женщин составляла 69%. К настоящему времени - около 21%. И эти данные – официальные», - говорится в сообщении, опубликованном в Telegram-канале  ведомства.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: