АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
29 Ғинуар 2023, 19:20

КҮҢЕЛ ЙЫЛЫБЫҘ ҺЕҘГӘ, УЛАНДАР!

Ҡоротто тиҙ генә электросушилкала киптергәндәр. Йәнә, бер нәмә лә артыҡ булмаҫ әле тип, ағинәйҙәр ҡаҡ, төрлө тәмләткестәр, майшәмдәр, пластырҙар, әҙер салфеткалар, кейеҙ олтораҡтар, ойоҡ-бейәләйҙәр әҙерләгән. Ҡыҫҡаһы, өшөмәһендәр, асыҡмаһыдар, имен ҡайтһындар, тип теләгән "Ҡанифа юлы" ағинәйҙәре мөмкин тиклем посылка әҙерләгән.

КҮҢЕЛ ЙЫЛЫБЫҘ ҺЕҘГӘ, УЛАНДАР!
КҮҢЕЛ ЙЫЛЫБЫҘ ҺЕҘГӘ, УЛАНДАР!

Юлдыбай ауылының "Ҡанифа юлы" ағинәйҙәр ҡоро ағзалары махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә йылы кейем-һалым ебәргәйнеләр инде. Ә бөгөн йәнә посылка ебәрер өсөн таңдан ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Был юлы танһыҡ милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә булдылар.

--Әлбиттә, иң тәүҙә шифалы башҡорт балын махсус йәтеш һауыттарға тултырҙыҡ. Һыуытҡыстарҙан ҡороттарҙы сығарҙыҡ. Ҡорттоң ниндәйе генә юҡ! Сөсө, ауыҙҙа эреп торғандары ла, ауыҙ һыуын ҡоротоп, сикәләрҙе ҡорошторор әсе генәләре лә... Изге теләктәр менән улдарыбыҙға барып етһен, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, тигән доғалар менән төрөп туңдырырға ҡуйҙыҡ. Тик кипкән ҡорот аҙлығы беленде. Быйылғы йәйҙә ҡоротто таштай киптереү мотлаҡ эш булһын, әммә былай посылка йыйыу һуңғыһы булһа ине, тип теләнек. Йәштәребеҙ, килендәр, ҡамыр баҫа һалып, күлдәй итеп һалмалар йәйҙе, киптереп, матур итеп ҡырҡып бирҙе. Улары ла тоҡсайҙарға тултырылды. Ир-егеттәребеҙгә күңел йылыбыҙ, хәстәрлекле кескәй генә ғәмәлдәребеҙ күңел тыныслығы, еңеүгә ышаныс, өмөт уятһа ине,--ти "Ҡанифа юлы " ағинәйҙәре.

Хафиза исемле инәй юғалып ҡалмаған. Ҡоротто тиҙ генә электросушилкала киптергән. Йәнә, бер нәмә лә артыҡ булмаҫ әле тип, ағинәйҙәр ҡаҡ, төрлө тәмләткестәр, майшәмдәр, пластырҙар, әҙер салфеткалар, кейеҙ олтораҡтар, ойоҡ-бейәләйҙәр әҙерләгән. Ҡыҫҡаһы, өшөмәһендәр, асыҡмаһыдар, имен ҡайтһындар тип теләй һәр ағинәй.

Автор:Резеда Валиева