-14 °С
Болотло
Бөгөн Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған кесе сержант Фәнис Хөсәйенов менән бәхилләштеләр. Ул «Барыҫ-17» ирекле батальонында хеҙмәт иткән.
Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙең туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы яугирҙең әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Фәнис Хөсәйенов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн был орден менән үлгәндән һуң бүләкләнгәйне.