Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Декабрь 2022, 20:15

АТАЙҘАР КИЛДЕ БАҠСАҒА...

Бөгөн атай тәрбиәһе етмәй тибеҙ. Ә ҡайҙа һуң атайҙар? Ярай, яртыһы вахтала булһын ти. Ә ҡалғаны? Балалар баҡсаһына баланы әсәй алып килә, унан йәнә әсәй килеп ала, мәктәпкә әсәй оҙата, әсәй ҡаршы ала. Тәрбиәсе—ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы—ҡатын-ҡыҙ... Ирҙәр эшләй, тимәгеҙ. Ҡатындар ҙа эшләй. Йыйылыш булһа, йәнә гүзәл заттар. Ә атайҙы балаһының тәрбиәһе, ҡыҙ-улының уҡыуы ҡыҙыҡһындырмаймы ни? Ошо һәм башҡаларын күҙ уңында тотоп, “Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәселәре (етәкселәре Әлфиә Вилданова) атайҙар өсөн генә йыйылыш үткәрҙе. Тәрбиәселәр йыйылыш хаҡында иғлан итеп, сценарий яҙып, сараға әҙерәнгәс тә бер аҙ шөрләй төшкән. “Атайҙар килмәҫ ул”,--тигән шикле уй ҙа баштарына ингән. Тәғәйенләнгән көндә атай һәм ҡартатайҙарҙың дәррәү килеп инеүе балалар баҡсаһының мөхитен бөтөнләйе менән үҙгәртте. Ғүмерҙә булмаған хәл! Көслө заттар бергәләшеп, күмәкләшеп килһен әле! Нисектер үҙеңде һәм балаларҙы яҡлаулы, ҡурсаулы итеп тойорға мөмкин ине...

АТАЙҘАР КИЛДЕ БАҠСАҒА...
АТАЙҘАР КИЛДЕ БАҠСАҒА...

Бөгөн атай тәрбиәһе етмәй тибеҙ. Ә ҡайҙа һуң атайҙар? Ярай, яртыһы вахтала булһын ти. Ә ҡалғаны? Балалар баҡсаһына баланы әсәй алып килә, унан йәнә әсәй килеп ала, мәктәпкә әсәй оҙата, әсәй ҡаршы ала. Тәрбиәсе—ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы—ҡатын-ҡыҙ... Ирҙәр эшләй, тимәгеҙ. Ҡатындар ҙа эшләй. Йыйылыш булһа, йәнә гүзәл заттар. Ә атайҙы балаһының тәрбиәһе, ҡыҙ-улының уҡыуы ҡыҙыҡһындырмаймы ни? Ошо һәм башҡаларын күҙ уңында тотоп, “Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәселәре (етәкселәре Әлфиә Вилданова) атайҙар өсөн генә йыйылыш үткәрҙе.

Тәрбиәселәр йыйылыш хаҡында иғлан итеп, сценарий яҙып, сараға әҙерәнгәс тә бер аҙ шөрләй төшкән. “Атайҙар килмәҫ ул”,--тигән шикле уй ҙа баштарына ингән. Тәғәйенләнгән көндә атай һәм ҡартатайҙарҙың дәррәү килеп инеүе балалар баҡсаһының мөхитен бөтөнләйе менән үҙгәртте. Ғүмерҙә булмаған хәл! Көслө заттар бергәләшеп, күмәкләшеп килһен әле! Нисектер үҙеңде һәм балаларҙы яҡлаулы, ҡурсаулы итеп тойорға мөмкин ине.

Тәрбиәселәр сәләмләү һүҙе еткергәндән һуң, ир-егеттәр танышты. Унан ҡыҙыҡлы уйындар башланды. Улар ҡулына уйынсыҡ ат тоторолдо, шуны улар үҙҙәрен маҡтағандай маҡтарға тейеш ине. Был ябай һынау атайҙарға еңел бирелмәне: улар үҙҙәрен маҡтай алмай. Тәрбиәселәр атты юҡҡа тоттормауын билдәләп, ир-ат донъя йөгөн тарта, йөк һөйрәй, күп эшләй тип аңлатып бирҙе. Артабан тәрбиәселәр төрлө хәлдәрҙе һөйләй барҙы һәм атайҙарға һорау бирҙе: Ни өсөн шулай? Сәбәбе ниҙә? Хәлдән нисек сығырға?

Мәҫәлән, бер малай: “Мин үҫкәс армияға бармайым. Атайым шулай тине”,--ти икән. Ниңә шулай ти малай? Дөрөҫ тәрбиәме был? Атайҙар фекерҙәрен белдерҙе.

Шулай уҡ ғаилә мөнәсәбәте, ул һәм ҡыҙҙы тәрбиәләгәндәге алымдар хаҡында һөйләштеләр. Мәҫәлән, Линар Ҡыҙрасов атай-олатайҙарға һөйөү һәм ихтирам ғаиләнән килә тине, бында ҡатын-ҡыҙҙың тәьҫире көслө булыуын белдерҙе.

Атайҙар психогенетика, кеше психологияһы, философия менән ҡыҙыҡһыныусы эшҡыуар Айбулат Алик улы Уразбахтиндың һөйләгәндәрен бик иғтибарлы тыңланы.

Ғөмүмән, тик башҡорт телендә барған һөйләшеү бик йөкмәткеле һәм фәһемле булды. Хатта атайҙар йышыраҡ осрашырға һүҙ ҡуйып, дәртләнеп китте. Тимәк, ир-егеттәрҙе эйәртеп, башлап йөрөүсе төплө фекерле бер лидер кәрәк. Ҡалабыҙҙа атайҙар ҡоро етди эшләһә айырыуса яҡшы булыр ине. Фекерле, киң ҡарашлы атайҙар бар. Улар ғаиләһенә илке-һалҡы ҡараған, алама ғәҙәттәрҙе үҙ иткән егеттәргә үрнәк булырға, үҙ артынан эйәртергә тейеш.

 

 

Автор:Резеда Валиева