+1 °С
Болотло
Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашасаҡ. Тантана хаҡында үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы.
— А. Доставалов һәм М. Шайморатов батальондары кеүек үк, республика Салауат Юлаев исемендәге батальонға ярҙам итер, кәрәк булғандың барыһы менән дә тәьмин итер, тип ныҡлы вәғәҙә бирәм. Ә беҙ уларҙың туғандары, яҡындары тураһында хәстәрлек күрербеҙ, — тип яҙҙы Республика Башлығы.
Салауат Юлаев батальонының ойошторолоуы тураһында 1 октябрҙә иғлан ителде. Ноябрь уртаһында хәрби әҙерлек урынына ебәрелде.
Сарала Сибай ҡалаһының «Барс» йәмғиәте етәксеһе Рәсүл Аманов ҡатнашты. Батальон составында Урал аръяғынан ир-егеттәр бик күп.