АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Декабрь 2022, 07:55

БЕҘ БЕРГӘ!

Таулыҡайҙар махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәр ғаиләһенә ярҙам күрһәтте.

БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!

Баймаҡ районында өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итеү эштәре дауам итә. Таулыҡай ауыл биләмәһендә лә хәрби операцияла ҡатнашыусы ир - егеттәрҙең ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү ойошҡанлы барҙы.  Таулыҡайҙар уларҙың ғаиләләренә утын ташыу эштәрен йомғаҡлап ҡуйҙы.Ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ауылдаш егеттәргә, техника менән тәьмин иткән Әхмәр Кәйекберҙинға, Зәбир Ишкининға, Этҡол урман хужалығында эшләүсе Таһир Моталлаповҡа, өмәселәрҙе эштән һуң йылы аштары менән һыйлаусы Гөлсирә Салауат ҡыҙына, Фәйрүзә Ғәфәр ҡыҙына, Гөлдәр Булат ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын.
Егеттәрҙең яуҙан имен - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, йорт илдең тыныс булыуын теләйһе ҡала.

 

АЛЬБИНА БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Резеда Валиева