АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Декабрь 2022, 20:15

Алтындың "көмөш" ирекмәндәре ярҙамсыл

Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһының «көмөш ирекмәндәре» «Сибай йылыһы» акцияһына ҡушылды. Был ниндәй алтын да, көмөш тип аптырамағыҙ: Сибай янындағы Алтын ҡасабаһының балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы янында эшләп килгән өлкән йәштәгеләрҙе берләштергән ойошма шулай атала.Уңғанбикәләр ҡалала уҙғарылған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы улар күмәртәләп йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр, өсбармаҡтар бәйләгән.-Беҙҙең эштәр көйлө лә ул, яу яландағы уландарыбыҙ һыуыҡта көн итә. Шуларға күңел йылыбыҙҙы ҡушып,йылы ойоҡтар бәйләп, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! - ти көмөш ирекмәндәр.

Алтындың "көмөш" ирекмәндәре ярҙамсыл
Алтындың "көмөш" ирекмәндәре ярҙамсыл

Тиҙерәк туҡтаһын был мәхшәр!
Барыбыҙ ҙа имен булайыҡ🤲

Автор:Гульдар Кадаева