Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Декабрь 2022, 11:10

Ишбирҙеләр ҡорбан салған

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары кәңәшләшеп, аҡса йыйып, ил һаҡларға киткән ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын, тип ҡорбан салдырып, ауыл мәсетендә ҡорбан ашы ашатҡан. Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәрҙең ата-әсәләре сараға дәррәү килгән. Йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә хәрби хеҙмәттәгеләргә Яңы йыл күстәнәсен хәстәрләргә, йөн ойоҡбаштар бәйләп ебәрергә ҡарар иткәндәр. Дин әһелдәре аят-доғалар уҡып, оло йәштәге абруйлы ағайҙар изге теләктәрен еткергән. Салған ҡорбандар ҡабул булып, ир- егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһын, Аллаһ бирһә.

Ишбирҙеләр ҡорбан салған
Ишбирҙеләр ҡорбан салған

Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен, күңелдәребеҙ тыныс булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр тиҙерәк бөтһөн!
👍Афарин ишбирҙеләр!

Ишбирҙеләр ҡорбан салған
Ишбирҙеләр ҡорбан салған
Автор:Гульдар Кадаева