АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
28 Сентябрь 2022, 11:50

КӨЙРӘТЕҮЕН КҮРЕП КӨЙГӘНДӘ...

Кисә кисләп кенә эштән ҡайтып киләм. Ағастарға ышыҡланып торған күп фатирлы йорт янынан балаларҙың хахылдашып көлөүенә боролоп ҡарау менән 10 йәштәрҙәге ҡыҙҙың «рәхәтләнеп» тәмәке көйрәтеүен шәйләнем. Янында 9-10 йәштәрҙәге өс һәм 7-8 йәштәрҙәге бер малай баҫып тора. Ә ҡыҙ күккә ҡарап, ирендәрен оҫта ғына итеп бүлтәйтеп, һауаға төтөн осора... Йәнәһе, ҡарағыҙ, мин ниндәй «шәп». Һорау тыуа: ошо балаға кем тәмәке һата?

КӨЙРӘТЕҮЕН КҮРЕП КӨЙГӘНДӘ...
КӨЙРӘТЕҮЕН КҮРЕП КӨЙГӘНДӘ...

Кисә кисләп кенә эштән ҡайтып киләм. Ағастарға ышыҡланып торған күп фатирлы йорт янынан балаларҙың хахылдашып көлөүенә боролоп ҡарау менән 10 йәштәрҙәге ҡыҙҙың «рәхәтләнеп» тәмәке көйрәтеүен шәйләнем. Янында 9-10 йәштәрҙәге өс һәм 7-8 йәштәрҙәге бер малай баҫып тора. Ә ҡыҙ күккә ҡарап, ирендәрен оҫта ғына итеп бүлтәйтеп, һауаға төтөн осора... Йәнәһе, ҡарағыҙ, мин ниндәй «шәп».

Һорау тыуа: ошо балаға кем тәмәке һата? Аҡсаны, ярай инде, ата-әсәһе туңдырмаға йә берәй тәмлекәскә тип биргәндер...

Ә Ижевск, Ҡазан мәктәптәрендә иһә атыш, үлтереш. Ул үҫмерҙәргә кем ҡорал һата? Етмәһә, аҡылға бер төрлөгә...Уйҙар уйылып китмәле.

 

Фото: pxhere.com

Автор:Резеда Валиева