АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Сентябрь 2022, 15:20

УЛҠАЙЫМДАН КӨТӘМ БЕР ХӘБӘР

Фәнилә Йәндәүләтова шиғыры, Рәсимә Динисламова көйө.

УЛҠАЙЫМДАН КӨТӘМ БЕР ХӘБӘР
УЛҠАЙЫМДАН КӨТӘМ БЕР ХӘБӘР

Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында йәшәүсе Фәнилә Йәндәүләтованы күптән халыҡсан шағирә тип белә. Ябай ауыл ҡатыны бик күп шиғырҙар ижад итеп ҡалмай, үҙешмәкәр композиторҙар менән дә бәйләнеш тота. Шуға бөгөн уның шиғырына йырҙар ҙа яҙылған.

 

Тормош иптәшен, бер улын юғалтҡан Фәнилә апайҙың шиғырҙарында һағышты ла тойомларға була. Ә бына Украинала махсус операция башланғас, уның бер улы шул операцияла йөрөп ҡайтты. Иҫән-һау ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көткән әсә шиғыр ҙа ижад итте. Уға Рәсимә Динисламова көй яҙҙы. Бөгөн был йыр бик көнүҙәк.

Уйылдырып ҡына уйландыра,
Һай, оҙон да икән был төндәр.
Йөрәгемде устарыма алып,
Улҡайымдан көтәм бер хәбәр.

Һиҫкәндереп кенә күңелемде,
Тәҙрәләрҙе елдәр сиртәләр.
Аңламайҙар елдәр әсә хәлен,
Йөрәгемде ялҡын итәләр.

Ялҡындарҙа көйрәп кенә янам,
Донъяларҙы ялмар һағышым.
Күңелемә тынғы табыр инем,
Ишетһәм улымдың тауышын.

Телефоным ниңә тынып ҡалған,
Ниңә килмәй смс-хәбәр?
Әсәй-,тигән тик бер генә һүҙе,
Һағындырған икән шул ҡәҙәр.

Тыныс булһын ине донъялар.
Иламаһын ине әсәйҙәр.
Барлыҡ әсәйҙәр ҙә ер йөҙөндә,
Балам,-тиеп кенә йәшәйҙәр.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.
 
 
Автор:Резеда Валиева