Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Сентябрь 2022, 14:05

Учалы тегеү фабрикаһында Рәсәй армияһы өсөн ҡышҡы кейем тегә башлайҙар

1971 йылда асылған Учалы тегеү фабрикаһы «Эш кейеме комбинаты» компанияһының иң ҙур предприятиеларының береһе булып тора. Бында Рәсәй тимер юлдары, «Полюс Золото» компанияһы, Евросибэнерго һәм башҡа предприятиелар өсөн йәйге һәм ҡышҡы махсус кейем тегәләр. Йәмғеһе 602 кеше эшләй. Бөгөн Учалы районына эш сәфәре менән килгән Радий Хәбиров предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты.

2014 йылда төҙөлгән яңы бинала тегеү цехтары урынлашҡан. Фабрика директоры Фәйрүзә Степаненко һүҙҙәренсә, предприятие юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әйберҙәр техник шарттарға һәм ГОСТ-тарға ярашлы әҙерләнә.

Изделиеларҙың ассортименты төрлө – 300-ҙән ашыу. Төрлө ведомстволар, сәнәғәт предприятиелары, медицина һәм мәғариф учреждениелары, һунарсылар һәм балыҡсылар өсөн ярым йөн, ҡатнаш туҡыманан тегелгән  йәйге һәм ҡышҡы кейем, мәктәпкәсә һәм шифахана-курорт ойошмалары өсөн йомшаҡ инвентарь, кадет кластары өсөн костюмдар.

Радий Хәбиров предприятиеның цехтарын ҡараны, тегеүселәр менән аралашты. Тегеү цехы мастеры Ләйсән Сәйетова республика етәксеһенә – үҙе бәйләгән йөн ойоҡ, ә уның хәләл ефетенә мамыҡ шәл бүләк итте.

Фабрика директоры Радий Хәбировҡа Рәсәй армияһы өсөн ҡышҡы кейем өлгөһөн күрһәтте. Уның һүҙҙәренсә, тиҙҙән Оборона министрлығы комиссияһы быны ҡабул итергә тейеш.

Һуңғы өс йылда «Эш кейеме комбинаты» акционерҙар йәмғиәте туҡымалар һәм тегеү ҡорамалдары һатып алыуға дәүләттән дөйөм суммаһы 41, 5 миллион һумлыҡ субсидия алған. Был бөтә бүлендек предприятиеларҙа, шул иҫәптән Учалы тегеү фабрикаһында производствоны яңыртырға мөмкинлек биргән. Ошо ике йыл эсендә фабрика өсөн дөйөм суммаһы 33 миллион һумдан ашыуға 97 берәмек ҡорамал һатып алынған. Быйыл һигеҙ айҙа килем 222 миллион һум тәшкил иткән.

Фәйрүзә Степаненко республика етәксеһенән предприятиеның яңы ҡаҙанлығына газ үткәреүҙе тиҙләтеүҙә ярҙам һораны.

«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Белорет филиалы директоры Ринат Фаршатов Радий Хәбировты ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү эштәрен 20 сентябргә тамамларға вәғәҙә бирҙе.

«Мин бер нисә тапҡыр һеҙҙең фабрикаға барып ҡайтырға йыйынғайным, бөгөн күргәндәрем мине хайран ҡалдырҙы. Фабриканың заказдары күп, беҙ артабан да предприятиены үҫтереүгә ярҙам итергә, тейешле субсидиялар бүлергә әҙербеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор: