Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Июль 2022, 10:50

ТАЛҠАҪҠА МАШИНА МЕНӘН ТӨШМӘ!

Көндәр йылытыу менән барса халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыҡты. Әммә әле булһа ла Талҡаҫ күленең махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын алыуын белмәүселәр бар. Ә был статусҡа ярашлы, унда автомобилдәрҙә үтеү тыйыла. Кире осраҡта штраф ҡаралған. Күптән түгел шундайҙарҙың береһе тикшереүгә алынды.

ТАЛҠАҪҠА МАШИНА МЕНӘН ТӨШМӘ!
ТАЛҠАҪҠА МАШИНА МЕНӘН ТӨШМӘ!

Машиналарҙы махсус тәғәйен урында ҡалдырыу шарт. Был билдәләнгән урындан 200 метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Әммә талаптарға иғтибар итмәүселәр бар. Шуларҙың береһе хаҡында мәғлүмәт Башҡортотсан Экология министрлығының Сибай территориаль комитетына ебәрелгән. Автомобиль хужаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уға 3 меңдән 4,5 мең һумғаса штраф һалынасаҡ. 

Автор:Резеда Валиева