Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Июнь 2022, 12:10

УЛ БИТ ВАХТОВИК...

«Эсһен! Ул эштән ҡайтҡан! Иң мөһиме—тик ятмай, аҡса эшләй, туҡмамай. Эсһә, һинекен эсәме ни? Ял итһен, ҡамасаулама! Вахтанан һуң эсергә хоҡуғы бар!» Ошондай аҡлауҙар үҙен аҡлаймы? Эсеү—ял итеүгә бәрәбәр икән, ире вахтала саҡта донъяһын яңғыҙ көтөп арыған ҡатын да эсеп «ял итеп» алырға тейеш була түгелме?Сайттағы хатты уҡығас, үҙ фекерегеҙҙе белдереүегеҙҙе һорайбыҙ. Фекер алышайыҡ.

УЛ БИТ ВАХТОВИК...
УЛ БИТ ВАХТОВИК...

«Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендәге бер төркөмдә ошондай аноним хат сыҡты: «Ирем менан йәшәгәнгә—7 йыл. Ауылда айырым өй алып йәшәй башлағанға 3 йыл була. Шул 3 йылда бер нәмә лә эшләмәне өйҙә. Үҙе себерҙә эшләй 3-4 айлап. Ҡыш буйы ҡайтмауы ла мөмкин. Ә мин 3 бала менан ултырам өйҙә. Эшенән ҡайтһа байрам итә лә 2-3 аҙналап, үҙенең ауылына ҡайтып китә, унда тағы «байрам» итеүен дауам итә. Шулайтып ялы үтеп китә. Ҡайтһа өйҙә ярҙам итмәй, бөтәһе лә уны яҡлай, ярай, эсһен, эштән ҡайтҡан бит, тиҙәр, үҙең ғәйепле тиҙәр. Ирем: «Һин 3 бала менән минән бер ҡайҙа ла китә алмайһың барыбер»,—тип шашып киткән, тыңламай. Матур итеп аңлатып ҡарайым, миңә ауыр, ҡыйын тинем. Аңларға теләмәй. Мин бит матур йәшәгем килә».

Ошо хат бер аптырауға һалһа, уның аҫтына яҙылған комментарийҙар тағы берҙе аптыратып ҡуя. «Эсһен, ул бит вахтовик, шулай ял итеп ала инде»,«Иң мөһиме туҡмамай, аҡса єшләй, тағы нимә етмәй?»—тип яҙалар.

Ҡатын да тик ятмай. Өс баланы ҡарау анһат түгел, шулаймы? Кемеһен—мәктәпкә, кемеһелер балалар баҡсаһына алып бара. Ашат, кейендер, уйнат... Ауырып китһәләр инде бөтөнләй ауыр. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә йәшәй икән малы, ҡош-ҡорто, баҡсаһы барҙыр... Ә ниңә ҡатын эсеп «ял итеп» алмай? Ул бит эшләй! Нәҡ шулайтып әйтке килә был осраҡта аптырағандан...

Ял итеү өсөн мотлаҡ эсергә кәрәкме? Өсәр айлап, арып, ғаиләңде һағынып ҡайтҡанһың икән, ғаиләң менән бул, тәбиғәткә сыҡ, ҡунаҡҡа барығыҙ. Мәҙәни генә ял итеп була түгелме?

Ошондай хәлдәрҙә «Ул бит вахтовик» тигән аҡланыу яуаптары бөтөнләй урынлы түгел. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева