Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Июнь 2022, 09:38

Уҡып белем алайыҡ

       “Белемһеҙ берҙе йыҡҡансы, белемле биште йығыр!” ти халыҡ мәҡәле, эйе, беҙгә бөгөн китаплы, зиһенле балалар кәрәк. Белемле балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, улар беҙҙең рухи ҡоралыбыҙ ҙа. Рухи ҡораллылар ғына алға бара, төҙөй һәм килер көндәрҙе яҡты итә.

Уҡып белем алайыҡ
Уҡып белем алайыҡ

 

        - Ишеттеңме, Пушкин үлеп ҡалған?

        - Китсе, Пушкин үлеп ҡалғанмы?!

        - Мин дә шуға ҡайғырып ултырам әле. – тип һөйләшә икән ике наҙан.

     Кисә телевизорҙан бер үҫмер менән әңгәмәне күрһәттеләр.

       - Беләһегеҙме, нимә ул холокост? – тигән һорауҙы бирҙе хәбәрсе. Ә был күҙ ҙә йоммай, саҡ ҡына уңайһыҙланыу хисе лә кисермәй ҡыйыу итеп: “Холокост ул - милли байрам!” тип яуап бирҙе.

        Ошо уҡ тапшырыуҙа уҙған йыл уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙәрҙән һуң Мәскәү университеты уҡытыусыһы менән интервьюны күрһәттеләр. Ул һүҙ араһында һандырап былай тине: “Быйыл беҙ уҡыу йорттарына ҡыҙғанысҡа ҡаршы “сит ил планетаһы кешеләрен ҡабул иттек”.

       Бына, ниһайәт белем биреү буйынса, беҙ һуңғы туҡталышҡа килеп еттек һымаҡ. Ары нимә? Ары наҙанлыҡ, наҙанлыҡ ҡына түгел – томаналыҡ! Бына ошо бәләнән нисек кенә булһа ла арынырға, ҡотолорға кәрәк. Әлбиттә ул эш еңел генә бирелмәҫ, бер нисә тиҫтә йыл дауам итер, бәлки, күберәктер ҙә, шунһыҙ мөмкин түгел.

    Беҙҙең ил уҙған быуаттың 60-70 йылдарында донъяла иң белемле булып иҫәпләнде, СССР-ҙың уҡыу системаһын күптәр үҙҙәренә өлгө итеп ҡуя һәм күсереп ала ине. Бөгөн ана шул система бөйөк ил тарҡалған ише емерелде, онотолоуға дусар ителде. Тарҡалған ил нигеҙендә капиталистик ҡарашлы бер быуын үҫеп етте, һәм бөгөн уларҙың балалары мәктәпкә барҙы. Билдәле булыуынса уларға китап та, гәзит-журнал да, рухи байлыҡ та кәрәкмәй, уларҙың бар белгәне - телефонда һәм компьютерҙа ултырыу һәм һәммәһен матди байлыҡҡа, аҡсаға әүерелдереп хисаплау. Бәлки, был, саманан аштырып шаштырыуҙыр ҙа, әммә бәғзеләр Пушкин, Лер-монтовтар һаман да беҙҙең арала йөрөп ята, тип иҫбатлайҙар икән, быға ғәжәпләнәһе һәм аптырайһы түгел. Һүҙ ҙә юҡ, аҡсаһыҙ йәшәү мөмкин түгел, әммә йәшәйеш-те аҡса бизмәне менән түгел, иң әүәл аҡыл бизмәне менән үлсәү фарыз.

       Һаман да шул БДИ (берҙәм дәүләт имтиханы)на әйләнеп ҡайтам. Уның мөһимлеген, кәрәк-леген әле күп ата-әсәләр, һәм шул иҫәптән уҡытыусылар хуп күрә. Был аңлашыла ла, сөнки шул БДИ һөҙөмтәләре менән теләһә ниндәй уҡыу йортона ауырлыҡһыҙ инеп китергә мөмкин. Йонсомай ғына, имтиханһыҙ-ниһеҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта уҡырға инерҙән алда шул уҡ документтарҙы бер нисә уҡыу йортона ебәрергә мөмкин. Өмөт бар, береһенә үтә алмаһаң икенсеһе һине көтөп тора. Һайлап алыу, өҫтөнлөк йәһәтенән был ыңғай күренешме? Һис шикһеҙ. Ләкин миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле – ә һуң бала белемлеме, төпкөрмө, ул “икенсе планета кешеһе” түгелме? Мин-ең инаныуым, бала мәктәптә лә уҡытыусының күҙенә тура ҡарап имтихан тапшырырға бурыслы һәм һайлап алған уҡыу йортона барғанда уны ҡабаттан “иләктән үткәреп” ҡабул итергә тейештәр. Фәҡәт шул юл менән генә лайыҡлыларҙы асыҡлай аласаҡбыҙ, шулай иткәндә генә аҡсалылар түгел, белемле һәм зиһенлеләр белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

       Һүҙ ыңғайында тағы ла шуны әйтеп китмәксемен – иртәге көн Өфөлә медиайыйын уҙғарыла. Унда ла форсат сыҡһа үҙ фекеремде әйтеп китергә йыйынам – һәр йортҡа ваҡытлы баҫма – гәзит-журналдар барып етергә тейеш. Улар һәр өйҙөң түрендә ятһын, уҡымаған хәлдә лә барыбер күҙ йүгертеп сығыусылар табылыр, исма-һам, юҡ тигәндә йортҡа мәғариф осмото ҡуныр, белем һеңер. Әүәле, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең бер һаны ике тин тора ине. Бына бит, ожмахта көн итеп тә шуны тейешенсә баһаламағанбыҙ, ҡәҙерен белмәгәнбеҙ. Хәҙер баҙар мөнәсәбәттәре шарттар-ында ике тин тураһында хыялланырға ла ярамай, шулай ҙа гәзит-жур-налдарҙы ҡулға алып уҡып ҡыуанырлыҡ хаҡҡа төшөрөргө ине. Бында дәүләт ярҙамы кәрәк. Әгәр дәүләт ярҙам итеп бөгөнгө юғары хаҡтар ике тапҡырға кәмегән хәлдә лә гәзит-журналдарға яҙылыусылар һаны артыр ине, билләһи артыр ине.

     Бөгөнгө көндә бала китаптан бөтөнләйгә айырылды. Ошо йәһәттән  йәнә бер миҫал килтереп үтәм. Әле күптән түгел бер китапханасы менән һөйләшеп торорға тура килде. Ул былай тине: “Балалар китаптан айырылғандан-айырыла бара. Киләләр ҙә ымлыҡтар яҙылған комикстар талап итәләр, таптыралар.” Ошо ерҙә И.С. Тургеневтың “Муму”һындағы Герасим иҫкә төшөп китте нишләптер...

      Бынан бик күп йылдар элек М. Ғ. Рәхимовтың ҡулынан “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен алған саҡта рәхмәт һүҙендә былай тигән инем: “Ба-ланы уҡытыусы ғына түгел китап та уҡыта!...”

       “Белемһеҙ берҙе йыҡҡансы, белемле биште йығыр!” ти халыҡ мәҡәле, эйе, беҙгә бөгөн ҡулына китап тотҡан балалар кәрәк. Белемле балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, улар беҙҙең рухи ҡоралыбыҙ ҙа. Рухи ҡораллылар ғына алға бара, төҙөй һәм килер көндәрҙе яҡты итә.

Автор:Хайдар Тапаков