АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Май 2022, 13:00

Ятып ҡалмағыҙ

Төҙөкләндереү объекттары өсөн бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү тамамланыуға бара. 30 майға тиклем дауам иткән сарала 14 йәштән өлкән һәр кем уңайлы ҡала мөхите булдырыуға тауыш биреп үҙ өлөшөн индерә ала. Сибайҙар ҙа урында нимәне төҙөкләндерергә кәрәклеген белгертә. Былтыр ошо программа аша Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерә башланы.

Ятып ҡалмағыҙ
Ятып ҡалмағыҙ

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы ҡалабыҙҙа иң ҙур йәмәғәт урыны, уны рәткә килтереү күптән көтөлә ине. Ял паркы сибайҙар өсөн тарихи яҡтан да бик ҡәҙерле. Бында һәр кем рәхәтләнеп ял итә, спорт менән шөғөлләнә, күмәк саралар ҙа даими гөрләп уҙып тора.

Әлеге ваҡытта мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендәге «Терра-Урал аръяғы» эко-паркында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы төҙөкләндереү эштәре бара.
Ҡалалаштарҙың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урынын тулыһынса яңыртыу Рәсәй төҙөлөш министрлығы үткәргән уңайлы мөхит булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү булышлыҡ итте. Сибайҙарҙың “Терра Урал аръяғы” проекты 2020 йылдың сентябрендә шундай юғары баһаға лайыҡ булды.

2022 йылда Сибайҙа “Труд” стадионы, Белов урамы һәм Таусылар проспектындағы аллеялар биләмәһе, Ленин урамындағы аллея, Ҡамышлы-Үҙәк ҡасабаһының Кутузов урамы биләмәһе, Маяковский скверын төҙөкләндереүгә дәғүә итә. Ошо урындар заманса йәмәғәт киңлектәренә, йәшел скверҙар һәм парктарға,  уңайлы урамдар, күркәм ихаталарға әйләнеүе беҙҙең тауыш биреүгә бәйле.


Беҙ объекттар өсөн генә түгел, республикала алдан һайлап алынған киңлектәрҙең дизайн-проекттары өсөн дә тауыш бирә алабыҙ. Бының өсөн ике город среда  ру платформаһына инегеҙ. Шулай уҡ ҡалала тауыш биреүҙе ойоштороусы ирекмәндәр ҡушымтаһы аша ла тауыш бирә алаһығыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева