АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Апрель 2022, 20:05

Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайтҡан

 Йылайыр район үҙәк дауаханаһының баш табибы, табип анестезиолог-реаниматолог, педиатр Илдар Хәмитов Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайтҡан. Бөгөн “Торатау” конгресс-холы алдында үтәсәк “ZаРоссию” музыкаль-патриотик концертында ҡатнашыр өсөн республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан кешеләр килде. Улар араһында ирекмән-табип, Йылайыр район үҙәк дауаханаһының баш табибы, табип анестезиолог-реаниматолог, педиатр Илдар Хәмитов та бар. Юлда сағында ул был сараға ҡарата үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайтҡан
Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайтҡан

– Яңыраҡ ҡына Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайттым. Өс аҙналыҡ эш командировкаһы барышында был төбәктәрҙәгә хәлде үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп тетрәндек. Бындағы табиптар көн тимәй, төн тимәй, эшләйҙәр, кешеләргә ярҙам итә. Уларҙың, ысын мәғәнәһендә, ялы ла, үҙҙәре өсөн ваҡыты ла юҡ һәм бының өсөн өҫтәмә аҡса ла түләнмәй. Урындағы табиптарҙың үҙ эшенә шул тиклем тоғро булыуҙарына, фиҙакәрлегенә һоҡландыҡ, иҫебеҙ китте. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам иттек, эштәрен еңелләштерергә тырыштыҡ һәм әгәр тағы ла ул яҡтарға командировкаға ебәрһәләр, ихлас барып, ярҙам итергә әҙермен, - ти ул.

Әйткәндәй, Илдар Арыҫлан улы белдереүенсә, бында Башҡортостан табиптарын яҡшы беләләр, уларҙы хөрмәт итәләр, профессионалдар тип баһалайҙар.

- Әлеге митинг-концертҡа килгәндә, унда беҙ ғорурлыҡ тойғоһо менән ҡатнашабыҙ. Луганскта эшләгән саҡта, ундағы табиптар менән дуҫлаштыҡ, дөйөм чаттарыбыҙ бар. Үҙебеҙҙә уларға теләктәшлек йөҙөнән үткәрелгән һәр сараны ебәреп, күрһәтеп барабыҙ. Бөтә Рәсәй халҡының улар өсөн булыуын тойоу уларға көс һәм дәрт бирә. Беҙ ошо саралар аша берҙәмлекте күрһәтәбеҙ, һеҙ яңғыҙ түгел тибеҙ, - тине ул.

Фото: геройҙың шәхси архивынан.

Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайтҡан
Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайтҡан
Автор:Гульдар Кадаева