Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Апрель 2022, 23:25

Дуҫ тиһәләр ҙә

  Сибай ҡалаһының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте эттәрен бәйҙән ысҡындырған кешеләргә ялыуҙы көн дә тиерлек теркәй. Йорт хайуандары аҫраусыларҙың ҡайһы берҙәре эттәрен морондоҡһоҙ, ҡайышһыҙ иркенгә сығарып ебәрә. Ошондай хәлдәрҙе асыҡлау өсөн ҡала урамдарында рейдтар ойошторола.

Дуҫ тиһәләр ҙә
Дуҫ тиһәләр ҙә

 

Бәйһеҙ йөрөгән эт һәр кем өсөн хәүеф тыуҙыра. Әгәр ҙә йорт хайуандарын аҫрау буйынса ҡағиҙәләр тупаҫ боҙолоуы асыҡланһа, уларҙың хужалары административ яуаплылыҡҡа тарттырыуыуы ихтимал. Әгәр этегеҙҙе сылбырынан ысҡындыраһығыҙ икән, уның мотлаҡ морондоғо һәм муйынында мотлаҡ ҡайышы булырға тейеш. Рейд барышында эттәрен яҡшы ҡараған хужалар ҙа, хайуандарына ҡул һелтәгәндәре ла осраны. Ундайҙарға киҫәтеүҙәр яһалды.

 

--Һәр кемебеҙ яҡшы аңлай, бер ниндәй ҙә штраф, түләүҙәр кешенең һаулығына килгән зыянды ҡаплай алмай. Бер тапҡыр эттән тешләнгән кеше унан ғүмер буйы ҡурҡып ҡала. Өлкән кеше шөрләй, ә бала эттән тешләнһә, ул тән йәрәхәте генә алып ҡалмай, психологик йәһәттән дә травма ала. Шуға күрә эт хужаларын үҙ бурыстарына яуаплы ҡарарға саҡырабыҙ. Эт кешенең дуҫы. Әммә урамда йөрөгән эт тешләмәй тип әйтеп булмай. Ул хайуан һәм теләгән ваҡытта кешегә, ҡош-ҡортҡа, малға ташланыуы бар. Шуға ла эттәрҙе йорт янында бәйле тоторға саҡырабыҙ, -- ти административ комиссияның яуаплы сәркәтибе Динислам Ирназаров.

 

Эт кешенең дуҫы булһа ла, улар күбәйеп китһә, хәүеф тә тыуҙыра. Күп осраҡта мәктәп, балалар баҡсалары янында өйкөмө менән йөрөйҙәр. Бала-саға уны быны уйламай уларға ҡай саҡ аҙыҡ та һуҙа. Ас йөрөгән берәҙәк эттәр тамаҡҡа талашып һуғышып китеүе, улар араһында ҡалған баланың һаулығына зыян килтереүҙәре лә бар. Шуға күрә эттәрҙән һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк.

Автор:Гульдар Кадаева