АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Февраль 2022, 02:50

Умартасыларҙың позицияһы иҫәпкә алмаған булған

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Ишембай районының Маҡар ауылы хакимиәтенә ҡараған кешеләр, умартасылар менән осрашты һәм аҙаҡ был турала социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ул “гастролер” тауыш ҡуптарыусылар, урындағы халыҡ араһында ғауға ҡуптарырға теләгәндәргә ҡағыла.

Умартасыларҙың позицияһы иҫәпкә алмаған булған
Умартасыларҙың позицияһы иҫәпкә алмаған булған

Азат Бадранов: "Маҡар ауылында инвестиция умартасылығы проекты өсөн участкалар билдәләгәндә урындағы умартасыларҙың позицияһын иҫәпкә алмағандар. Был бюрократик хатаны төҙәтербеҙ".

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Ишембай районының Маҡар ауылы хакимиәтенә ҡараған кешеләр, умартасылар менән осрашты һәм аҙаҡ был турала социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ул “гастролер” тауыш ҡуптарыусылар, урындағы халыҡ араһында ғауға ҡуптарырға теләгәндәргә ҡағыла.

“Үҙ халҡымды яратам. Айырыуса тау буйында йәки таулы ерҙә йәшәгәндәрҙе. Урманлы климат һәм иҫ киткес матурлыҡ бындағыларҙа айырым менталитет формалаштырған. Текә холоҡ, ҡырыҫлыҡ һәм аҙ һүҙлелек.

Ныҡлылыҡ, принципиаллек башҡорттарға яҡшы яугир булырға мөмкинлек биргән. Ләкин йыш ҡына тап ошо сифаттар көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтергән дә.

Шулай, Ишембай районының Маҡар ауылы кешеләре Граждандар һуғышы ваҡытында, бөгөнгөсә әйткәндә, “аҡтар"ҙың да, “ҡыҙылдар"ҙың да кәрәген биргән, ә Икенсе донъя һуғышы йылдарында был ауыл илебеҙгә Бөйөк Ватан һуғышы тарихындағы күренекле снайперҙарҙың береһен биргән.

Әлбиттә, артыҡ йәки дөрөҫ аңламаған һүҙ һуғышыуға, хатта дөйөм бола сығыуға килтереүе ихтимал. Шуға күрә бында диалог төҙөү мөһим, дөйөм фекер алышыуһыҙ бер әһәмиәтле мәсьәләне лә хәл итеп булмай. Күмәкләп хәл итеүгә мохтажлыҡтың тарихи тамырҙары ла, атап әйткәндә, быуаттар төпкөлөнә күскән халыҡ йыйындары йолаһы ла барҙыр, моғайын.

Йыш ҡына бюрократик аппарат, асыҡ фекер алышыуҙа законлы күрһәтмә булмаһа, урындағы халыҡтың фекерен һанға һуҡмай. Был бушлыҡ, асылда, ҡарарҙар ҡабул иткәндә урындағы халыҡ фекеренә таяна алырлыҡ урындағы һәм төбәк чиновниктарының идара итеү һәләте менән тулыландырылырға тейеш. Әммә һәр ваҡыт кәрәкле кимәлдә килеп сыҡмай.

Был ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия сиктәрендә минең эш тәжрибәм. Учалы районының Ураҙ ауылында ла, Баймаҡ районының Күсей ауылында ла кешеләр менән, уларҙың фекерен һәм мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, идара итеү ҡарарҙарын һөйләшеү һәм төҙәтеү генә кәрәк ине. Ҡайҙалыр етди закон боҙоуҙар асыҡланды, ҡайҙалыр властар менән ауыл халҡы араһында аңлашылмаусанлыҡтар булды.

Үрҙә күрһәтелгән хәл схематик рәүештә Маҡар ауылында ла теркәлде. Инвестиция умартасылығы проекты өсөн участкалар билдәләгәндә урындағы умартасыларҙың позицияһын иҫәпкә алмағандар. Был бюрократик хатаны төҙәтербеҙ, инвестиция проекты өсөн участкалар төҙәтелер. Бынан тыш, аралашыу барышында Ишембай районында умартасылар йәмғиәте йәки ассоциацияһы булмауы, шулай уҡ урындағы умартасыларҙың дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланмауы асыҡланды (ә беҙҙә бындай биш программа бар). Һөҙөмтәләр буйынса үрҙә әйтелгән мәсьәләләрҙе ентекле хәл итеү өсөн урындағы умартасыларҙан эш төркөмө төҙөргә килештек.

Әйткәндәй, төрлө интерпретаторҙар һәм хейтерҙар иғтибарына: осрашыуҙа беҙ бер ниндәй флешмобты һәм асыҡ акцияны ла тикшермәнек. Әммә беҙгә был көн тәртибен башҡа ҡалаларҙан килгән провокаторҙар көсләп тағырға тырышты. Ғөмүмән, ҡыҙыҡһыныу менән ошо хейт тулҡынын һәм үҙемә ҡарата ғәйепләүҙәрҙе күҙәтәм: йәнәһе лә, бөтәһен дә тынысландырырға һәм кемдеңдер флешмобына ҡаршы сығырға киләм. Шул уҡ ваҡытта мин халыҡ менән осрашыуҙарҙа һәр ваҡыт проблемалы мәсьәләләр ентекле тикшерәм. Урындағы халыҡҡа уларҙың проблемаларын хәл итергә кәрәк, ә асыҡ акциялар түгел. Сөнки мәсьәләләрҙе хәл итеү урынына килешелмәгән асыҡ акцияларға саҡырғандар, ысынында иһә, урындағы халыҡтың тормошон яҡшыртыуға битараф. Әгәр кемгәлер минең эшем урындағы халыҡтың иңдәрендә сәйәси пиар төҙөргә ҡамасаулаһа, был минең проблемаларым түгел, тиҙәр”, – тип яҙҙы Азат Бадранов.  

Фото: "Фейсбук". 

Умартасыларҙың позицияһы иҫәпкә алмаған булған
Умартасыларҙың позицияһы иҫәпкә алмаған булған
Автор:Гульдар Кадаева