Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
23 Июнь 2021, 19:00

Сабый рәнйеше (Булған хәл)

Бәпәйҙең башына полиэтилен кейҙереп бәйләне лә һыуға ташланы. Үҙе артына ла әйләнеп ҡарамай туҡталышҡа табан йүгерҙе.

Ғәлиә атламаған аяҡтарына һуҡҡылап алды ла, стенаға боролоп һығылып илай башланы. “Кеше ҡулына мохтаж булып, ошондай тормошта йәшәргә тейеш инемме мин? Ниңә был һынауҙар тик миңә генә? Өҙөлөп яратҡаным өсөнмө? Ниңә миңә генә барыһы ла...”
Ғәлиә институт бөтөп ҙур хыялдар менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡайны. Училище бөткән әхирәттәре күптән кейәүгә сығып, донъя ҡороп йәшә ине инде. Илүзә класташына барғанында, уның иренә ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Илүзә ике бала менән мәж килә, тирә-яҡҡа башын күтәреп ҡарарға ваҡыты ла юҡ тиерһең. Ә бына ире Айтуғандың был шау-шыуҙан арығанлығы тойола. Ғәлиәне күргәс, күҙҙәре янып китте, хатта.
Осраштылар, яратыштылар... Тик барыһы ла ваҡытлыса булған икән. Айтуған бер ҙә ғаиләһенән китергә ашыҡманы, Ғәлиәнең ауырлы икәнен белгәс, бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Йә командировкала, йә өйҙән бушамай, йә балаһы ауырый. “Их, кәңәшләшер кешем дә юҡ бит әле”,- тип өҙгөләнде Ғәлиә ул саҡтарҙа. Ауырын йәшереп бик оҙаҡ йөрөнө. Һигеҙ айылыҡ булғас, нисек кенә йәшерергә теләһә лә, ҡорһағы беленә башланы. Районға сиктәш күрше өлкәлә йәшәгән имсе инәйгә барып ауырын төшөртмәксе булғайны ла, тик күңеле уйнап тик тора. Шулай ҙа тәүәкәлләп юлға сыҡты. Был донъяла яңғыҙы булыуына, иртә ата-әсәйһеҙ ҡалыуына, Айтуғанға балаларҙай ышаныуына асыуы килеп, ҡысҡырғыһы, ергә ятып илағыһы килде. Тиҙҙән донъяға ауаз һаласаҡ сабый тураһында ғына бөтөнләй уйламаны, үҙенә шул тиклем ауыр күренгән йөктән ҡотолғоһо, артабан Айбулаттың ғаиләһен боҙоп, үс алғыһы килә ине.
Имсе инәй менән бик оҙаҡ гәпләшеп, уны бәпәйҙе төшөрөргә күндергәнсе кис етте. Инәй баланың бер ниндәй ҙә ғәйепле булмауын, бала табыу йортонда ҡалдырыу мөмкинлеген дә аңлатып ҡараны. Тик Ғәлиә ишетергә лә теләмәне.
Теш –тырнағы менән йәшәргә теләгән сабый, тере тыуҙы. Бәпестең тәүге ауазын күршеләр ишетеп ҡуймаһын тип тиҙ генә урап та ҡуйҙылар. Имсе инәй: “Туптай ҡыҙсыҡты үлтерергә ҡулым бармай. Берәй өйҙөң ишек алдына һалып кит,”- тип ҡатынға тоттороп ҡуйҙы. Бер аҙ хәл алып китеүен һораһа ла, Ғәлиә ризалашманы, баланы алып сығып китте.
“Таң атҡансы уянып тауыш сығарып ҡына ҡуймаһын. Тиҙерәк берәй ергә алып барып ташларға кәрәк,”- тип йылға ярына табан атланы. Бәпәйҙең башына полиэтилен кейҙереп бәйләне лә һыуға ташланы. Үҙе артына ла әйләнеп ҡарамай туҡталышҡа табан йүгерҙе.
Көс-хәл менән ҡайтып йығылды Ғәлиә өйөнә. Тән температураһы күтәрелеп, биленең өҙөлөп һыҙлауын бәпәй табыуына бәйләне. Бер аҙна ятып та һыҙланыуы баҫылмағас, тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртып дауаханаға ятты. Табиптарҙы район үҙәгендә бәпәй табыуы, уныһы үле тыуыуы, ҡалаға килгәндә документтарын юғалтыуы тураһында күҙ йәштәре аша һөйләп ышандырҙы. Тик үҙ ҡулдары менән ғүмерен ҡыйған сабыйы ғына ғәфү итергә теләмәне, Ғәлиәнең арҡа һөйәгенә зыян килеп, ғүмерлектә аяғынан яҙҙы. Бына инде ус төбөндә генә үткән ғүмер, ғаиләле ирҙең ялған вәғәҙәләренә ышанған күңел, билдәһеҙ киләсәк...
Йылғаның тулҡындары ни тиклем зәһәр булып күренһә лә, сабыйҙы үҙ ҡосағына алырға ашыҡманы, ярға сығарып һалып ҡуйҙы. Таң менән темеҫкенеп ашарға эҙләп йөрөгән эттәр баланы һөйрәп ауылға килтереп ҡалдырып китте. Хатта, эттәр... сабыйға тейергә йөрьәт итмәне. Көтөү ҡыуырға сыҡҡан ҡатындар сабыйғынаның үле кәүҙәһен күреп шаҡ ҡатты. Тәртиптә һәм тыныслыҡта ғына йәшәгән ауыл халҡы был хәлде байтаҡ ҡабул итә алмай шаңҡып йөрөнө. Бәпәйҙе ер ҡуйынына тапшырып, уның рухына аяттар уҡыны.
Автор:Альфира Узянбаева