АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
10 Июнь 2021, 20:05

ЙӘШТӘРЕБЕҘ СИРЛЕ. КЕМ ДАУАЛАР?

Эйе, 2021 йылдың 11 майында Илназ Ғәләвиев (2001 йылдың 11 сентябрендә тыуған) Ҡазан ҡалаһының 175-се гимназияһында атыш ойоштора. Киң мәғлүмәт сараларында иң тәүҙә 11 һаны сағылды, йәғни 11 кеше үлтерелгән. Ваҡиғаның геосәйәси аспектын ҡарайыҡ. 2021 йылдың 7 майында “Ҡазан” атом һыу аҫты кәмәһе Северодвинск ҡалаһында һыу аҫтына төштө һәм Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флотына инде. Ни бары тап килеүме? 2011 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йоркта 175-се һанлы боинг менән теракт ойошторолғайны. Был да осраҡлы тап килеүме? Ә Ҡазанда 2021 йылдың 11 майында 175-се гимназияла фажиғә теркәлде. 11 һәм 175—был ниндәй серле һандар?Тулыраҡ сайтта.

Ҡазан трагедияһы Рәсәйҙәге күп кенә проблеманы асып һалды. Беҙҙең йәштәр менән ниҙер дөрөҫ бармай.
Сөнки йәмғиәтебеҙҙең үҫеше нәҡ уларҙың тәрбиәһенә бәйле.
Әлеге хәлдән һуң мәктәпте ныҡлы һаҡҡа алыу, ҡораллы һаҡсы ҡуйыу, камералар, турникеттар урынлаштырыу, уҡыусыларҙың хистәрен, тойғоларын контролгә алыу, хатта балалар өсөн тәғәйенләнгән уйынсыҡ ҡоралдарҙы һатыуҙы тыйыу мәсьәләләре ҡарала һәм башҡалар… Айырым социаль төркөмдәрҙең социаль-сәйәси, иҡтисади мәнфәғәттәре лә күҙ уңында тотола. Беҙгә йәнә ел тирмәне менән көрәшергә тәҡдим итәләр, ә бит проблема төптә һәм бик күп ҡырлы.
Эйе, 2021 йылдың 11 майында Илназ Ғәләвиев (2001 йылдың 11 сентябрендә тыуған) Ҡазан ҡалаһының 175-се гимназияһында атыш ойоштора. Киң мәғлүмәт сараларында иң тәүҙә 11 һаны сағылды, йәғни 11 кеше үлтерелгән. Ваҡиғаның геосәйәси аспектын ҡарайыҡ. 2021 йылдың 7 майында “Ҡазан” атом һыу аҫты кәмәһе Северодвинск ҡалаһында һыу аҫтына төштө һәм Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флотына инде. Ни бары тап килеүме? 2011 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йоркта 175-се һанлы боинг менән теракт ойошторолғайны. Был да осраҡлы тап килеүме? Ә Ҡазанда 2021 йылдың 11 майында 175-се гимназияла фажиғә теркәлде. 11 һәм 175—был ниндәй серле һандар?
Хәтерегеҙҙә булһа, 2018 йылда Керчь ҡалаһында ла йәш егет колледжда студенттарҙы атып сыҡҡайны. Нисектер йәштәр законлы юл менән ҡорал ала. Керчь егетендә лә, Ҡазандағы Илназда ла шыма көбәкле төрөк винтовкаһы. Был да ни бары осраҡлы тап килеүме? Бер ҡайҙа ла эшләмәгән йәштәргә кем ҡорал бирә? Бындай психотиплы йәштәр, күрәһең, Рәсәйҙең деструктив көстәре күҙәтеүендә булғандыр. Ҡазан егетенең үҙ-үҙен тотошо ғинуар тирәһенән—берәү менән дә контактҡа инмәй башлағандан үҙгәргән. Колледжда өлгәшмәгән өсөн февралдә уны студенттар исемлегенән төшөрәләр һәм ул һунарсы билеты ала. Был саҡта ул 3 йыл һунарсылар йәмғиәтендә торорға тейеш ине. Унан, үҙ-үҙен тотошо тап килмәһә лә, нисектер психиатрҙан справканы ҡулына төшөрә. 2021 йылдың 28 апрелендә винтовка һатып ала, ә ул 40 мең һум тора. Аҡсаны ҡайҙан алған һуң? 4 майҙа 200 патронлы була, аҙаҡ йәнә 150 патрон ала. Тимәк, ул нигеҙле рәүештә алдан әҙерләнгән. Кемдер һәр саҡ уның янында булған һәм әҙерләгән, юл күрһәткән. Егет интернеттағы телеграмм каналында кешеләргә нәфрәт менән ҡарауын, уларҙы биосүп тип атауын йәшермәй. Был мәғлүмәт 4 көн буйына яҙылып тора. Моғайын, уны таныштары ла, ата-әсәһе лә күргәндер бит? Илназдың был ҡылығын “психомөхит ҡоралы” менән сағыштырырға булыр ине. 2014 йылда нәҡ ошо ҡоралды психотроп һәм психотрон системаға ҡушып Украинала ҡулланалар. Уның төп маҡсаты—кешенең эске аңына тәьҫир итеү. Ҡазан егетенә лә тәьҫир иткәндәр. Ул: “О, мин аҡыллы, мин үҙенсәлекле, мин Аллаһ”,—тип яҙа. Кемдер уны ныҡ ошоға ышандырған һәм был фекерҙе мейеһенә социаль селтәрҙәр, видеоуйындар аша тынҡыслап тултырған. Яҙмалары аҫтына биосүп хаҡында йырҙы ла ҡуйған. Ҡыҫҡаһы, “психомөхит ҡоралы” бик көслө. Ә йәштәр быны аңламай.
Мәсьәлә бик ҡатмарлы һәм тәрәндә. Проблема артына күп кенә һорауҙар йәшеренгән. Совет мәктәптәрен юҡ итеү, мәғарифтең Болон системаһына күсеүе (йәғни теләһә ҡайһы илдә уҡыһаң да һинең дипломың ҡулланышта буласаҡ), заманса күләмле көнбайыш мәҙәниәте… Көнбайышта “биосүп” һүҙе ғәҙәти, үлтереш һәм башҡа аламалыҡтарҙы пропагандалаған компьютер уйындары тыйылмай, социаль селтәрҙә теләһә ниндәй төркөмдәр бар, уларға бер тыйыу юҡ. Уның ҡарауы деструктив көстәр “шоколадта ғына” йәшәй.
Быйыл ғына Федераль именлек хеҙмәте Ҡазандағы хәлгә оҡшаш өс осраҡты кисектереп ҡала. 24 мартта Сочи ҡалаһында лицейҙа теракт планлаштырылған була, унан Пенза һәм Люберцы ҡалаларында. Унда ла 2 үҫмер үҙ мәктәптәрендә теракт эшләргә әҙерләнгән. 12 майҙа Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһында ла үҫмер мәктәбен шартлатырға теләй.
Нимәһе һағайта: Ҡазан хәленән һуң социаль селтәрҙә егеттең аҙымын хуплаусы йәштәр яҙмалары барлыҡҡа килде. Тимәк, беҙҙең йәш социум сирле. Беҙ уны бергәләп дауаларға бурыслы.
Рәсәй йәштәренә, йәмғиәтенә һәм дәүләтенә ҡаршы бик ҙур күләмле мәғлүмәти һуғыш бара. Был беҙҙең һәр кемебеҙгә, һәр беребеҙҙең улына һәм ҡыҙына ҡағылыуы бик ихтимал. Социаль селтәрҙә, телевидениела, фильм-дарҙа, хатта музыкаларҙа агрессия, донъяға булған нәфрәт ярылып ята. Компьютерҙағы уйындарҙа бер туҡтауһыҙ кеше үлтерәләр. Йәш аңда “үлтерергә кәрәк” тигән рефлекс барлыҡҡа килә. 2020 йылда ғына Федераль именлек хеҙмәте Рәсәйҙәге 44 терактты асыҡланы, әммә уларҙың һәр береһенән ваҡытында имен ҡотолоп булмай.
Был хәл өсөн кем яуаплы? Мәғариф министрымы, әллә мәҙәниәт министрымы, әллә йәштәр эштәре буйынса комитетмы? Йәштәр сәйәсәтендәге ҡыйралыш өсөн кем яуап бирер? Дәүләт һәр чиновник иңенә оло яуаплылыҡ һалырға тейеш.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуларҙы тәҡдим итәм: дәүләткә чиновниктың шәхси яуаплылығына хоҡуҡ ҡулланып булған ғәмәл кәрәк. Кисекмәҫтән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәғариф системаһын яңынан тикшереп сығырға һәм заман шарттарын, ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, уны совет мәктәбе файҙаһына үҙгәртергә кәрәк. Балаларҙы фекерләргә, яңы белем үҙләштерергә, уҡырға өйрәтергә кәрәк. Чиновниктар яңы мәғариф системаһы өсөн шәхси яуаплылыҡ тойорға тейеш. Бынан тыш, Фурсенко әйтмешләй, мәғариф системаһын ҡулланыусылар түгел, ә Ижадсылар тәрбиәләү юлына кире бороу мотлаҡ. Йәштәр эшенә комплекслы ҡараш талап ителеүен дә хәтерҙән сығармайыҡ. Йәштәр сәйәсәте өл-кәһендә дәүләттең ролен яңынан ҡарарға һәм тормошта бөтә яҡлап та сәләмәт быуын тәрбиәләүгә көстәрҙе йүнәлтеү зарур. Беҙгә киң мәғлүмәт сараларына цензураны кире ҡайтарырға һәм йәштәрҙе тура юлдан яҙҙырған, аҙҙырған нәмәләрҙе дәүләт ҡаҙнаһынан финанслауҙы туҡтатырға, тарихыбыҙҙы боҙоп күрһәткән, дәүләтебеҙҙе һәм ата-бабаларыбыҙҙы яманлаған Рәсәй фильмдарын төшөрөүҙе тыйырға кәрәк. Чиновниктарҙың яуаплылыҡ институтын кире тергеҙеү кәрәк булһа, дәүләт надзиратель һәм язаға тарттырыусы сифатынан ситләшергә, ә граждандар, киреһенсә, ҡулланыусыларҙан Ижадсы булырға ынтылырға тейеш. Бөгөн илдең империя элитаһын формалаштырыу буйынса эш башлауҙы маҡсат итеү ҙә мөһим. Ә шулай ҙа иң әһәмиәтлеһе шул: 25 йәше тулмаған йәштәргә ҡорал биреүҙе тыйырға кәрәк, хатта тик армияла йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткәндәргә генә рөхсәт бирелһен. Шулай уҡ Рәсәй Президенты эргәһендә һәм федерация субъекттарында урындарҙа эшләгән эксперттар советы ойошторолһа ине. Уның эше һәр кем инеп ҡарай алырлыҡ «Рәсәйгә ҡаршы гибрид һуғыш тураһында» докладтар нәшер итеү, уларҙы таралыуҙан туҡтатыу һәм Рәсәй киләсәктә ниндәй һынланыш алырын күҙаллауҙан ғибәрәт булырға тейеш.
Шамил Батыршин, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының
өлкән уҡытыусыһы.

фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.