Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Май 2021, 20:00

Бирешмәйек, ҡыҙҙар!

“Ҡыҙымды балалар йортона бирәйем дә ҡуяйыммы икән әллә?”- тигән уйҙар ҙа бар ине бит башта. Мәңге гонаһҡа күмелеп, йөрәгем әрнеп йәшәр инемме хәҙер?

Әле бер ейәнсәрен, әле икенсеһен тупылдатып яратып, ҡаҙ бәпкәләредәй ҡосағына ғына алып килгән апайға һоҡланып бара торғас, һүҙ ҡуштым:
- Береһенән береһе был матур ҡыҙсыҡтарҙың өләсәһе булаһығыҙҙыр?
- Әйе, ҡыҙҙарымды ялға алып ҡайтып барам. Улым менән киленем эштә. Ейәнсәрҙәремде үҙем үҫтерешәм, балалар йәш саҡтарында эшләп ҡалһындар. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерҙем. Эй, уңдым инде балаларҙан, күҙ теймәһен. Өсөһө лә юғары урында эшләйҙәр, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп кенә йәшәйем, - тип йылмая юлдашым. – Шул балаларҙы аяҡҡа баҫтырған саҡтарҙы уйлаһам... Үҙәгемде өҙөрҙәй саҡтарымда Ленинград блокадаһына эләккән үҫмер ҡыҙ – хәҙер инде сәстәренә сал төшөп,маңлайҙары һырланған булһа ла һылыулығын, тормош көтөүгә сәмен юғалтмаған Люба инәй осрамаһа, бәлки тормошта яңылыш аҙым да яһар инем. Иптәшем менән мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлаштыҡ. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, матур ғына туй үткәреп өйләнештек. Минең ата-әсәйем менән өс бүлмәле фатирҙа йәшәй башланыҡ. Улыбыҙ тыуҙы. Бәпәй ҡайтыу менән донъя мәшәҡәте лә артты. Күмәгебеҙгә бер бала, ҡулдан да төшөрмәй ҡарайбыҙ. Күп тә үтмәй икенсегә ауырға ҡалғанымды белдем. Шулай итеп туптай тағы бер малай алып ҡайттыҡ. Был арала атайым хаҡлы ялға сыҡты, ауылдан йорт һатып алып күсенеп киттеләр. Ирем көнө буйы эштә, мин малайҙар менән мәж киләм. Өсөнсөгә ҡыҙыбыҙ буласағын әйткәс, ирем баҙап ҡалды.
-Мин эштән һуң ыштан, йүргәк йыуып арыным. Үҙеңде бөтөнләй ҡарамайһың. Һинең менән урамға сығырға ла оялам, - тип әйтеп ҡуйҙы. Был һүҙҙәргә иғтибар ҙа итмәнем. Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, иремдең эштән һуңлап ҡайтыу сәбәбен дә һорашманым. Ҡыҙыбыҙҙы алып ҡайтҡан көндө, ирем ғаиләбеҙҙе ташлап сығып китте. Береһенән-береһе бәләкәс өс баламды ҡосоп,ултырып ҡалдым. Исмаһам уҡыуымды тамамлау тураһында ла уйламағанмын. Рәнйенем, түгелеп иланым, көҙгө аша үҙемә ҡарай ҙа алманым. Әсәйем дә:
- Хаҡлы ялда беҙ ҙә йәшәп ҡалырға тейештер ул, артабанғы тормошоңдо үҙең уйла. Балаларҙы ас итмәҫбеҙ, әлбиттә. Тик күпкә өмөт итмә, -тигәс бөтөнләй ҡырау һуҡҡандай ебенем дә төштөм.
- Иланым, көнө-төнө иланым. Тамаҡҡа аш бармай, малайҙарға тамаҡ бешерерлек тә хәл ҡалманы. Бер көн шулай аш бүлмәһендә иҫемде юғалтып ҡолағанмын. Балаларҙың илағанын ишетеп күршелә йәшәгән Люба инәй инеп, табип саҡыртты. Беҙҙең ғаиләне күрше булараҡ ҡына белгән, сит апайҙан үҙемде йәлләткем килеп булған хәлде һөйләп бирҙем. Йәлләгән,йыуатҡан тиһегеҙме? Юҡ! Һалдат кеүек баҫтырып ҡуйҙы ла:
-Бер аҙ хәл йый ҙа, эш эҙләп табабыҙ, бәләкәстәр менән үҙем ултырам. Мин Ленинград блокадаһында ун бер йәтим баланы ҡотҡарған кеше. Булды шул ваҡыттар... Ашарға бер нәмә лә ҡалмағас, ҡайыш һурпаһы ла бешереп эстек. Ас балаларҙың нимәлер өмөт итеп күҙемә ҡарап торғандарын, бер ваҡытта ла онотмайым. Ҡаланы утҡа тотҡанда йәшәгән йортобоҙҙан 500 метрлыҡ икмәк таратыу пунктына алты сәғәт барып, шул уҡ арауыҡта кире ҡайтылды. Ундағы үлеп-терелеүҙәр... Йәшәргә тырышыу-шул йәтим балалар өсөн генә булды. Хоҙайға мең рәхмәт, аслыҡтан хәлдән тайһаҡ та, тере ҡалдыҡ. Үҙемдең ата-әсәйемде атып үлтерҙеләр. Ә һинең ата-әсәйең иҫән-һау, балаларың шәп! Ниндәй генә дәүләт ярҙамы бирелмәй, эргә-тирәбеҙҙә тик яҡшы кешеләр йәшәй. Һин яңғыҙ түгелһең, - тине.
Эш тапты инәй. Өйгә яҡын ғына урынлашҡан кәсепселек үҙәгенә йыйыштырыусы булып урынлаштым. Бушаған арала баланы ҡайтып имеҙәм дә, инәйгә кире тоттороп эшкә йүгерәм. Был хәлдән һуң әсәйем атайым менән алмашлап килеп бала ҡарашты. Тәүге көндәрҙә арыуымдан һығылып төшөрҙәй була инем. Бер ваҡыт әхирәтемде осраттым, хәлде һөйләп биргәс, ул да аптырауға ҡалды. Бер көн эштән ҡайтһам, өй йыйыштырыулы, балалар кере йыуылған, бәпәй кейемдәре үтекләнгән. Әхирәтем аш бүлмәһендә тамаҡ әҙерләй. Тормошта яңғыҙ булмауымды, бар нәмә лә ваҡытлыса ғына булыуын ошо саҡ аныҡ аңланым.
Ҡыҙым атлай башлағас, күрше инәй, ай-вайына ҡарамай уҡыуымды тамамлатты. Диплом алғас, һәйбәт кенә эш урыны ла табып бирҙе. Ауыр ваҡыттар бер миҙгел генә икән, балалар бер-бер артлы мәктәп тупһаһына ла аяҡ баҫтылар. Күрше инәй, атайым, әсәйем сиратлап уларҙы ҡарашты, яҡындарым булмаһа нимә эшләр инем икән? “Ҡыҙымды балалар йортона бирәйем дә ҡуяйым мы икән әллә?”- тигән уйҙар ҙа бар ине бит башта. Мәңге гонаһҡа күмелеп, йөрәгем әрнеп йәшәр инемме хәҙер?
Ҡатын-ҡыҙҙарға шуны әйткем килә: бер ваҡытта ла бирешмәгеҙ. Ярҙам һорай белегеҙ! Ҡайһы бер ирҙәргә ғаиләне, балаларыңды ашаҡлап сығып китеү бер ни тормай. Ә аҙаҡ... минең дә ирем үҙемде ҡарап, матур кейенеп, балаларым менән ялға барып йөрөгәнемде күргәс, тупһамда аҙ илап ултырманы. Теге ҡатынға ла кәрәге ҡалмағас, ҡайҙа етте-шунда йәшәп йөрөнө. Балалар уны сит кеше кеүек күрҙе, әлбиттә, сығып киткәнендә бәләкәс кенә инеләр бит. Үҙебеҙҙең ҡәҙерҙе белеп йәшәргә өйрәнәйек!