АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Май 2021, 12:00

Секта тәьҫиреме, әллә наркотиктармы...

Бар донъяны тетрәткән Ҡазанда булған фажиғәһенән һуң, йәнә ҡот осҡос хәл асыҡланды. Быға тиклем тағы ла бер үҫмерҙең үҙен йә “алла”, йә “яуыз бире” тип йөрөгәнлеге билдәле булды. Тик уның балаларҙы үлтереүгә ҡулы күтәрелмәгән, шул арҡала ул үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Бар донъяны тетрәткән Ҡазанда булған фажиғәһенән һуң, йәнә ҡот осҡос хәл асыҡланған. Быға тиклем тағы ла бер үҫмерҙең үҙен йә “алла”, йә “яуыз бире” тип йөрөгәнлеге билдәле булды. Тик уның балаларҙы үлтереүгә ҡулы күтәрелмәгән, шул арҡала ул үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Илназ Ғәләвиевтың һорау алыу ваҡытында әйткән һүҙҙәрен тыңлағандан һуң вафат булған Наилдең (исеме үҙгәртеп алынды) әсәһе прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Сөнки үлер алдынан Наил дә шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләгән. Егет бала саҡтан уҡ депрессияға бирелер булған. Уға биш йәш тирәһендә ата-әсәһе айырылышҡан. Был хәбәрҙе малай үтә ауыр кисергән, хатта дауаханала дауаланып сығырға тура килгән. Мәктәптә һәйбәт уҡыған. Үгәй атаһына тик “атай” тип кенә өндәшкән. Һуңғы йылдарҙа егет ныҡ үҙгәргән, үҙенә йомолған, дуҫтары менән аралашмаған. Әсәһе менән бермә-бер ултырып һөйләшкәнендә, “Әсәй, мин үҙемде ҡапыл шул тиклем көслө тоям - тимәк мин алла, ә ҡай саҡ яуыз бире – тирә-яҡтағыларҙы күрәлмәҫлек хәлгә етәм, барыһын да үлтергем килә,”- тигән һүҙҙәре ҡурҡыуға һалған. Тик әсәһе лә, атаһы ла, үгәй атаһы ла малайҙың бәхетһеҙ мөхәббәт арҡаһында депрессия тип уйлаған. Һәм уны тынысландырырға тырышҡан. Бер нисә тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалыу ниәтенән туҡтатҡандар, тик барыбыр егет үҙенекен эшләгән. Атаһының һунар мылтығын алып, үҙенә атҡан. Был эште ҡылыр алдынан егет барыһынан да ғәфү үтенеп хат яҙған. Хат юлдарында гонаһһыҙ кешеләрҙе үлтерегә бер ваҡытта ла ҡулы күтәрелмәйәсәге тураһында ла сәйер һүҙҙәр яҙылған. Наил дә Илназ белем алған колледжда уҡыған. Хәҙер уның әсәһе техникумда тикшереү үткәреүҙе талап итә, ниндәйҙер шикле йоғонто ошо уҡыу йортонан килә, тип һанай. Егеттәр бер-береһен белгәнме, юҡмы икәнлеге лә тикшерелә. Наилдең телефонында ла Илназдағы кеүек ҡоралдарҙы һүтеп ҡороуға өйрәткән ҡушымта барлығы билдәле булған. Бындай ҡушымталар асыҡ сығанаҡтарҙа юк, тимәк уны кемдер тәҡдим иткән.
Был турала уҡығас, яҙмайынса булдыра алманым. Ысынлап та хәҙер күмәкләп балалар тәрбиәләнгән йәмғиәтте ғәйепләйбеҙ, уларға ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғанбыҙ, бар ғәйепте ата-әсә елкәһенә һалабыҙ. Һәр ата-әсә баланы үҙенсә тәрбиәләргә, мәҙәниәтле булырға, кешелеккә хөрмәтле булырға өйрәтә. Улар бит “Уҡытыусыға ҡаршы өндәш, дуҫыңдың әйткәне оҡшамаған икән-ҡаршы һуғыш,”- тип өйрәтеп сығармай. Уйлап ҡараһаң, шул йәмғиәт тә һәр беребеҙҙән төҙөлә. Террор ойоштороусы егет тә яҡшы ғаиләлә һәйбәт тәрбиә алып үҫкән, уҡыған...
Ҡурсалап ҡына үҫтергән балаларыбыҙға нимә тәьҫир иткәнен аңларлыҡ та түгел. Ата –әсәләр тирә-яҡтағы бар нәмәнән шикләнә, хатта яҡын кешеләренән дә. Бер туҡтауһыҙ барлыҡҡа килгән секталар, интернет селтәренә үҙҙәренә йәлеп итерлек мәғлүмәт туплаған төрлө тренингтар, үҙаңды юйырлыҡ аңлайышһыҙ саралар... Тик ни тиклем иғтибарлы булырға тырышһаң да, балаларыбыҙҙы уларҙан ҡурсалап та булмай, аралашҡан дуҫтарын да белеп бөтөрөрлөк түгел.
Хәҙер инде ниндәйҙер ҡурҡыныс йоғонтоға бирелеп, ғүмерҙәрен ҡыйған балаларҙы кире ҡайтарып булмай. Ата-әсәнең һыҙлаған йөрәген дә, һыҡтаған күңелен дә баҫырлыҡ түгел. Нимә булды был донъяға, йәштәргә нимә тәьҫир итә? Кемдән ҡурсалау эҙләргә лә, кемдән ярҙам һорарға беҙгә?
Читайте нас: