Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа граждандарҙы банкрот тип таныу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә бара. Был йәһәттән барыһы ла хәбәрҙар түгел һәм күп осраҡта эште ниҙән башларға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй. Ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең һорауҙарға Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының үҙ аллы көйләнеүсе ойошмалар өлкәһендә контроль буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Миләүшә Фәрит ҡыҙы Миңлейәрова яуап бирә.
—Миләүшә Фәрит ҡыҙы, гражданды банкрот тип таныу тураһында ғариза менән судҡа кем һәм ҡасан, ҡайһы осраҡта мөрәжәғәт итә ала?
—Банкротлыҡ тураһында 2002 йылдың 26 октябренда ҡабул ителгән 127-се федераль законға граждандар тураһында нормалар 2015 йылдың 1 октябрендә индерелде. Уға тиклем юридик берәмектәр генә банкрот тип таныла ала ине. Банкротлыҡ тураһында ғаризалар арбитраж судында ҡарала.
Закон буйынса 500 мең һумдан ашыу бурысы булған граждандың бер йәки бер нисә кредитор алдында бурыстарын ҡаплау мөмкинлеге бар, әммә был башҡа кредиторҙар алдында бурыстарын үтәй алмауға килтерә икән, шул турала белгәндән һуң һәм йәки белергә тейеш булған көндән 30 эш көнө эсендә граждан судҡа мотлаҡ банкротлыҡ тураһында ғариза бирергә тейеш.
Банкротлығын алдан күрһә, бурыстарҙы ваҡытында тулыһынса түләй алмағанын, түләргә мөмкинселеге булмағанын аныҡ белһә, бурыстары булған мөлкәтенең хаҡынан артығырак булһа, бурыстары 500 мең һумға етмәһә лә, граждан ғариза бирергә хаҡлы.
Ғариза менән кредиторҙар (кемгә граждан бурыслы) һәм дебиторҙар (кем уға бурыслы) исемлеге, мөлкәт исемлеге лә бирелә. Ғариза, исемлек өлгөләре Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының 2015 йылдың 5 авгусында ҡабул ителгән 530-сы приказы менән раҫланған. Приказды, формаларҙы интернет селтәрендә, “Консультант плюс”, “Гарант” программаларында табырға була.
Граждан банкротлығы тураһында ғариза менән судҡа бурыслы граждандарҙан тыш, кредиторҙар, һалым органдары ла мөрәжәғәт итә. Күбеһенсә кредит, ипотека займдарын түләй алмайынса, граждандар үҙҙәре ғариза яҙа. Был күренеш 80 проценттан ашыу осраҡта күҙәтелә.
—Суд аша банкрот тип танылған граждандар һаны беҙҙең республикала күпме?
—Башкортостан Арбитраж суды мәғлүмәттәре буйынса, 5 йыл эсендә граждандарҙы банкрот тип таныу тураһында 14 мең ярымдан ашыу ғариза бирелгән, шуларҙың 3901-е—үткән йылда. Мәҫәлән, 2019 йылдың 9 айы эсендә 2 меңдән ашыу граждан банкротҡа әйләнһә, 2020 йылдың шул уҡ осоронда 3 меңдән ашыу граждан банкрот тип танылған.
—Белеүебеҙсә, Банкротлыҡ федераль законына былтыр үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер граждандар ҡайһы бер осраҡтарҙа судҡа мөрәжәғәт итмәйенсә банкрот тип иғлан ителә. Был үҙгәрештәр нимәне аңлата?
—Эйе, үткән йылдың 1 сентябрҙан ябайлаштырылған процедура—судтан тыш банкротлыҡ индерелде. Был үҙгәрештәр буйынса, банкротлыҡ суд аша үтмәй, тимәк, арбитраж идарасы ла тәғәйенләнмәй.
Бурыс 50 меңдән 500 мең һумға тиклем булһа, гражданға ҡарата суд приставтары тарафынан башҡарыу производствоһы мөлкәте булмау сәбәпле бөтөрөлгән һәм яңы производство башланмаған икән, шул саҡта граждан судтан тыш банкротлыҡ тураһында ғариза бирә ала. Был суммаға штрафтар, пени, ваҡытында түләмәгән өсөн проценттар инмәй. Процедура башланыу менән улар иҫәпләнеүҙән туҡтатыла.
—Ябайлаштырылған процедура буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә була? Документтарҙы нисек, ҡайҙан алырға?
—Ғаризаны күп функциялы үҙәктәрҙә бирергә була. Ғариза менән паспорт, СНИЛС мәғлүмәттәре, мотлаҡ кредиторҙар һәм дебиторҙар исемлеге лә бирелә.
Ғариза өлгөһө, уны тултырыу һәм күп функциялы үҙәк офистарына биреү тәртибе Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеше министрлығының 20 августа ҡабул ителгән 497-се приказы менән раҫланған. Был приказ, формалар МФЦ сайтында бар, шулай уҡ интернет селтәрендә, “Консультант плюс”, “Гарант” программаларында табырға була.
Банкротлыҡ тураһындағы мәғлү-мәттәрҙең берҙәм федераль реестры сайтында (федресурс) белергә була (https://bankrot.fedresurs.ru/).
—Судтан тыш процедура бушлаймы? Әгәр юҡ икән, күпме түләргә кәрәк?
-Судтан тыш банкрот процедураһы бушлай үткәрелә. Ә инде суд аша банкротлыҡ сығымдар талап итә, атап әйткәндә, арбитраж идарасыға түләү һәм башҡа процедура сығымдары.
Ғариза менән бер рәттән суд депозитына билдәле сумма күсерелергә тейеш, бөгөн бер процедура өсөн 25 мең һум, башҡа сығымдарҙы ҡаплай алырлыҡ мөлкәте, финансы булыуын раҫлаған документтар бирелә.
—Был ябайлаштырылған банкротлыҡтан һуң бөтә бурыстар ҙа түләнгән тип иҫәпләнәме?
—Ғөмүмән, банкротлыҡтан һуң, судтан тыш, суд аша башҡарылған банкротлыҡтан һуң, алимент буйынса, кеше ғүмеренә, таҙалығына зыян килтергән өсөн, әхлаҡи зыян өсөн түләнмәгән бурыстар үҙ көсөндә ҡала. Судтан тыш банкрот тип танылғанда, ғаризала күрһәтелмәгән бурыстар шулай уҡ үҙ көсөндә була. Был бурыстарға кредиторҙар банкротлыҡтан һуң да дәғүә итә ала.
—Судтан тыш процедураның оҙайлығы күпме? Нисә тапҡыр граждан банкрот булырға мөмкин? Банкрот тип танылған граждандарҙы ниндәй эҙемтәләр көтә?
—Оҙайлығы—ярты йыл. Ҡабаттан был процедура буйынса ғаризаны 10 йылдан һуң ғына бирергә мөмкин. Суд аша банкротлыҡҡа ғаризаны банкротлыҡ үткәс 5 йылдан һуң ғына бирергә мөмкин буласаҡ. Банкрот тип танылған граждандар банкрот булғандарын күрһәтмәйенсә 5 йыл кредит, займдар ала алмай.
Юридик берәмектәрҙең идара итеү органдарында 3 йыл вазифа башҡара алмайҙар һәм уның идаралығында башҡаса төрлө ҡатнашыу мөмкинлеге булмай, страховка ойошмаларында, дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарында—5 йыл, кредит ойошмаһында хатта 10 йылға тиклем.
Шәхси эшҡыуарҙарҙың берҙәм реестрынан судтан тыш банкротлыҡҡа ғариза биргәнгә тиклем 1 йыл эсендә сығарылған икән, граждан 5 йыл эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә алмай.
Шулай уҡ банкрот булған шәхси эшҡыуар банкротлыҡ бөтөрөлгәс, 5 йыл шәхси эшҡыуарҙарҙың берҙәм реестрында теркәлә алмай.
Айырым осраҡтарҙа процедура барышында суд ҡарары менән Рәсәй сиктәренән ваҡытлыса сығырға рөхсәт ителмәй.
—Күптәр банкрот булһам, бөтә бурыстарым бер ниндәй сығымһыҙ ҡаплана тип уйлай. Ысынында нисек? Уның булған мөлкәте, фатиры һаҡланамы?
—Суд аша банкротлыҡ сығымдар талап итә. Арбитраж идарасы граждандың бар мөлкәтен инвентаризациялай, барлай, конкурс массаһын билдәләй, суд раҫлаған тәртип буйынса мөлкәтте һатыуға ҡуя.
Берҙән-бер йәшәүгә яраҡлы ипотекала булмаған торлаҡ конкурс массаһынан сығарыла, һатыуға ҡуйылмай. Ә инде залогта булған торлаҡ, берҙән-бер йәшәү торлағы булһа ла, һатыла. Шулай уҡ дөйөм, уртаҡ милектә булған мөлкәт тә һатыла.
Конкурс массаһына мөлкәттән башҡа эш хаҡы, пенсия һәм башҡа килемдәр ҙә индерелә.
—Эш хаҡы йәки пенсия банкротлыҡ осоронда гражданға түләнәме?
—Судтан тыш банкротлыҡ процедураһында вакытында түләнә. Ә инде суд аша башҡарылған банкротлыҡ процедураһы осоронда өлөшләтә түләнә, йәғни граждандың үҙенә һәм иждивениела булған ғаилә ағзаһына тейешле йәшәүгә кәрәкле минимум түләнә.
Арбитраж идарасы банкроттың эш урынына нисек был минимумды түләргә, ҡулға бирергә йәки айырым иҫәпкә күсерергә, шул турала яҙма рәүештә хәбәр итә йәки ай һайын үҙе түләп бара, сөнки граждан банкротлыҡ барышында банк иҫәптәре менән ҡуллана алмай.
Алименттар, балалар пособиеһы, социаль пенсиялар конкурс массаһына индерелмәй. Әйтергә кәрәк, граждан-дың ғаризаһы буйынса, суд конкурс массаһынан хаҡы 10 мең һумға тиклем торған мөлкәтте өҫтәлмә сығара ала.
Айырым осраҡтарҙа, әгәр ҙә граждан йәки иждивениела булған ғаилә ағзаһы һаулыҡ торошо буйынса ҡыйбат дарыуҙарға, дауалауға мохтаж икән, суд конкурс массаһынан хаҡы 10 мең һумдан да ашҡан мөлкәтте сығара ала. Бының өсөн граждан судҡа ғариза бирә.
—Һөйләшеүҙең аҙағында әлеге көндә банкротлыҡта булған, шул турала уйланған граждандарға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
—Банкротлыҡҡа ҡалмаһындар ине, әлбиттә. Ҡалған хәлдә, үҙҙәренең хоҡуҡтарын өйрәнһендәр, белһендәр, процедура барышында закон талаптарын үтәһендәр ине.
Граждан судҡа мөлкәте тураһында дөрөҫ һәм тулы мәғлүмәттәр бирергә, мөлкәтен йәшермәҫкә тейеш, банкрот тип танылғандан һуң 1 эш көнө эсендә банк карталарын арбитраж идарасыға тапшырырға тейеш, шулай уҡ уның талабы буйынса мөлкәтен дә.
Конкурс массаһы, йәшәүгә кәрәкле минимумға бәйле һорауҙар хәл ителмәһә, граждандың хоҡуҡтары боҙолһа, граждан судҡа ғариза менән банкротлыҡ эше рамкаһында мөрәжәғәт итә ала.
Граждан да, арбитраж идарасы ла законда яҙылған талаптарҙы үтәргә тейеш, шул саҡта дөйөм маҡсатҡа ирешергә була, ә банкротлыҡтың маҡсаты—кредиторҙарға бурыстарҙы түләү.
—Фәһемле һәм йөкмәткеле яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.