Һуңғы арала коронавирус шауҡымы аҫтында башҡа ауырыуҙар юғалып ҡалған кеүек. Тирә-яҡтан ағылған ҡурҡыныс мәғлүмәт, бер-бер артлы яҡындарыбыҙҙың баҡыйлыҡҡа күсеүе—барыһы ла ниндәйҙер томанлы донъяла йәшәргә мәжбүр итә.
Тажзәхмәт тип шаулаған мәлдә, башҡа хәүефле сирҙәр, вирустар барлығын да онота күрмәйек. Ни тиһәң дә, һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлай. Декабрҙә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Был дата ошо зәһәрле ауырыуҙан үлеп ҡалған таныш егетте ирекһеҙҙән иҫкә төшөрҙө. Йәш ине ул, “һыу һөлөгөндәй һылыу” тиҙәр уның кеүектәрҙе. Мәктәпте тамамлағас, университетҡа инеп тырышып уҡыны, киләсәктә самолеттарҙың борт-инженеры булырға хыяллана ине. Осраҡлы таныштар, яңы компания, бер кистәге эскелек ғүмерен ҡыйҙы уның. Артабан дуҫтары менән ҡыйынһынып ҡына аралашты, һөйгән ҡыҙы менән дә ташлашты. Яҡындары уның был ҡылығын уҡыуының ауыр булыуы, арыуы менән аҡларға тырышты. Тын юлына шеш сығып, иҫен юғалта башлағас ҡына туғандарына егеттең ВИЧ йоҡтороуы билдәле булған. Ваҡытында дауа ла алмағас, яман шеш барлыҡҡа килеп, егетте аяғынан йыҡты. Аҙағы бигерәк тә үкенесле: ағзалары бер-бер артлы эшләүҙән туҡтауы... үпкәһенең сереүе... тонсоғоу... Иркәләп кенә үҫтергән балаһының, шул тиклем интегеүен ата-әсә йөрәге нисек күтәргәндер.
Шуны әйтергә кәрәк: ВИЧ—ул кешенең иммунодефициты вирусы, йәки кешенең иммун системаһын емереүсе вирус. Ул кеше организмында йәшәй һәм үҫеш ала. ВИЧ-ты йоҡторған кеше күпселек осраҡта бер нәмә лә һиҙмәй. Һирәк осраҡта ғына грипп ауырыуына оҡшаған билдәләр һиҙелә (тән температураһы күтәрелә, тәндә ваҡ ҡына тимгелдәр барлыҡҡа килә, лимфа төйөндәре ҙурая, эс китә). Ауырыуҙы йоҡторған кеше йылдар дауамында үҙен яҡшы, сәләмәт хис итергә лә мөмкин. Был ауырыуҙың йәшерен осоро тип билдәләнә. Был ваҡытта организмда бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмай тип уйлау—хата. Сит вирус килеп эләккәс, иммунитет уны еңергә, лимфоциттар ҙа вирусҡа ҡаршы торорға тырыша. Тик ҡаты ауырыуҙы кеше организмы еңә алмай, иммун системаһы ҡаҡшай һәм ВИЧ уны яйлап емерә башлай.
Кеше ВИЧ-ты йоҡторғандан һуң ул әле СПИД менән ауырый тигән һүҙ түгел. СПИД үҫеш алғансы 10-12 йыл үтергә мөмкин. СПИД—ул әлеге инфекцион ауырыуҙың һуңғы стадияһы.
Спид һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса Республика үҙәгенең Сибай ҡалаһы бүлегендә иҫәптә тороусылар бар. Сибайҙан—517, Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан—151, Йылайырҙан—36, Хәйбулла районынан 77 кешелә әлеге вирус табылған. Уларҙың уртаса йәше 20-50 йәш. Иҫәптә тороусыларҙың 53,75 проценты ирҙәр. Уларҙың 73,91 процентына ауырыу енси, 26,09 проценты парентераль юл менән йоҡҡан. 1997 йылдан алып ВИЧ һәм СПИД менән ауырыған әсәләрҙән 55 бала тыуған, уларҙың 52-һенә ауырыу күсмәгән, сабыйҙар иҫәптән төшөрөлгән.
—Сирҙе йоҡторғанын һиҙгәс тә ҡурҡып, оялып йөрөүселәр бар. Улар үҙ ҡулдары менән ғүмерҙәрен ҡыя. Был осраҡта тиҙ арала беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында ауырыуға тест үткәрелә, пациенттарға консультация бирелә. Былар барыһы ла ваҡытында дауаланып, ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ауырыу йоҡтороу менән ғәҙәттә: “Миңә күпме йәшәргә ҡалған?”—тип һорайҙар. Быға әлегә аныҡ ҡына яуап юҡ. Ул кешенең иммунитет ныҡлығынан тора. Ауырыуҙарға ретровирусҡа ҡаршы (АРВТ) терапия тәғәйенләнә. Был, әлбиттә, вирусты бер аҙ тотҡарларға мөмкинлек бирә. ВИЧ менән ауырыусы ауырлы ҡатындар был терапияны ваҡытында уҙһа, һау бала табасаҡ,—ти бүлек мөдире Галина Геннадьевна Горбатко.
ВИЧ-инфекцияһы тәбиғи һәм яһалма юл менән дә күсә. Күптәребеҙ иҫләйҙер әле, бер ваҡыт подъезд ишектәренә, баҫҡыс тотҡаларына ҡанлы энә, лезвиялар ҡыҫтырыусылар, уларҙан зарар күргән кешеләрҙең күбәйеүе йәмғиәттә шау-шыу ҡуптарғайны. Бөгөн ундай аңһыҙ ҡылыҡ ҡылыусылар осрағаны юҡ. Шулай ҙа бик һаҡ булырға кәрәк. СПИД тән яраланғанда, йәғни медицина процедураларын дауахананан тыш башҡарғанда, венаға наркотиктар ҡаҙағанда, татуировка, маникюр, педикюр эшләгәндә лә йоғоуы мөмкин.
Был алама вирустан һаҡланыр өсөн бик уяу булырға кәрәк. Аралашҡан кешеләрҙе белеп, медицина процедураларын белгестәр аша ғына үтеп йәшәргә кәрәк. Тәртиптең ныҡ булыуы, балаларҙың йыйнаҡ булыуы ла бик мөһим!