Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Ноябрь 2020, 13:39

ӘРМЕГӘ КИТӘ ЕГЕТТӘР

Ҡәҙерләп, ел-ямғырҙан һаҡлап үҫтергән балаларын бөгөнгө борсоулы һәм буталсыҡ заманда әрмегә ебәрергә ҡурҡҡан ата-әсәләрҙе аңларға мөмкин. Сөнки йыш ишетелеп торған тәртипһеҙлек армияның дәрәжәһен бер аҙ төшөрҙө.

15 ноябрь - Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө. Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе булған. Бөгөн дәүләттең ҡәтғи талабы буйынса 18 йәше тулған егеттәр мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға те-йеш. Саҡырылыштағы хәрби хеҙмәт ваҡыты—бер йыл. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау уҙып, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.
Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргә тик-лем дауам итә. Сираттағы кампанияла әрме сафын Башҡортостандан дүрт меңгә яҡын егет тулыландырасаҡ. Шул иҫәптән Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариатынан 119 егет илдең ҡораллы көстәренә оҙатыла. Саҡырылыш кампанияһы башланғандан алып төбәктән 33 һалдат илдең төрлө ғәскәрҙәренә хеҙмәткә ебәрелгән. Егеттәр һаулыҡтарына, белемдәренә, әхлаҡи сифаттарға, ғаилә хәленә ҡарап төрлө ғәскәрҙәргә бүленә. Бынан тыш, хеҙмәткә алыныр алдынан ныҡлы психологик тикшеренеү үтә.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн әрме хеҙмәтенә егеттәр ныҡлы әҙерләнеп, етди аңлап бара, улар араһында киләсәктә тормош юлын хәрби хеҙмәткә бәйләргә теләүселәр күп. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һаны ике тапҡырға артҡан, улар 394 мең кеше иҫәпләнә. Хәрби хеҙмәт алдына ҡуйылған заман талаптарына ярашлы контракт менән хеҙмәт итергә теләүселәргә ихтыяж үҫә, ул техниканың, хеҙмәт алымдарының ҡатмарланыуына ла бәйле.
Ҡәҙерләп, ел-ямғырҙан һаҡлап үҫтергән балаларын бөгөнгө борсоулы һәм буталсыҡ заманда әрмегә ебәрергә ҡурҡҡан ата-әсәләрҙе аңларға мөмкин. Сөнки йыш ишетелеп торған тәртипһеҙлек армияның дәрәжәһен бер аҙ төшөрҙө. Шулай ҙа, бәләкәйҙән пат-риотик тәрбиә алып, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән егеттәрҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай, улар Ватанды һаҡлауҙы ил алдындағы төп бурысы тип һанай. Тап уларға тыныслыҡ һаҡлауҙы ышанып тапшырырға мөмкин дә инде. Тиҙҙән әрме сафына баҫасаҡ егеттәребеҙ хәрби хеҙмәткә ҡарата фекерҙәрен һәм һалдаттарға теләктәрен еткерҙе.
Илнур ТҮЛӘБАЕВ:
Әрмегә барыуҙы хуплайым, үҙем дә ил алдындағы бурысымды үтәгем килә. Армия егеттәрҙең ҙур тормошҡа аяҡ баҫыуының беренсе этабы тип уйлайым. Быйыл Сибай педагогия колледжын тамамлағас, Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Өфө юридик институтына уҡырға инергә теләгәйнем. Шуға күрә, әрме хеҙмәтен тултырғас, контракт буйынса ҡалырға уйлайым. Тиҙҙән һалдат буласаҡ егеттәргә әрме хеҙмәтен лайыҡлы үтәргә, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Тимур СИРБАЕВ:
Хәрби сафҡа алынған егеттәргә бирешмәҫкә, ныҡышмал булырға, бурыс-ты ғорурлыҡ менән үтәргә саҡырам. Был осорҙа егеттәрҙә ныҡлы характер формалаша. Мин быйыл Забайкалье крайының Борзя ҡалаһында медицина колледжын тамамланым. Мәктәптә уҡыған ваҡытта волейбол, йөҙөү түңәрәктәренә йөрөнөм. Шулай уҡ малайҙар менән йыйылып футбол уйнай торғайныҡ.Спорт менән сынығып үҫкәнгә күрә хәрби хеҙмәткә әҙермен, тип уйлайым.
Илнур ШӘЙХИСЛАМОВ:
Ниндәй ғәскәргә эләкһәм дә тырышып хеҙмәт итәсәкмен. Спорт менән һәр ваҡыт дуҫ булдым, шуға күрә еңелмәҫлек ауырлыҡтар осрамаҫ тигән өмөттәмен. Быйыл ғына Сибай күп профилле колледжын тамамланым. Студент йылдарында бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнаштым, Ворлдскиллс чемпионатында ла көсөмдө һынарға тура килде. Бында чемпионаттың халыҡ-ара этабына еткәс, Ворлдскиллс буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһына алдылар. Быйыл Өфөлә уҙғарыласаҡ чемпионатта ҡатнашырға иҫәп тота инем. Тик ни тиһәң дә Ватаныбыҙ алдында хәрби бурысты үтәргә кәрәк. Һалдаттарға еңел хеҙмәт теләйем.